Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡалас-күмәстәре күпереп тора
Ҡалас-күмәстәре күпереп тораайон үҙәгендәге “Зариф” икмәкханаһы ҡаршыһындағы магазиндан халыҡ өҙөлмәй. Раевкалар ҙа, юлсылар ҙа белә: бында яңы ғына мейестән сығарылған хуш еҫле, күпереп бешкән тәмле икмәк-күмәстәр һатыла. Шунда уҡ йәнең теләгән тәм-том ризыҡтарын да һатып алырға мөмкин. Булдыҡлы эшҡыуар Ринат Зарипов етештерә был продукцияны.

Эйе, бөгөн ауыл ерендә лә икмәк-ҡалас төрҙәрен һайлап алыу мөмкинлеге ҙур. Әммә һатып алыусылар “Зарипов икмәге”нә өҫтөнлөк бирә. Сере нимәлә һуң?
– Икмәк тәмле лә, бәрәкәтле лә булһын өсөн, төп иғтибарҙы сифатҡа йүнәлтәбеҙ. Уны боронғоса ҡомалаҡ ҡулланып ҡына беше­рәбеҙ, — тине Ринат Мөхәмәтғариф улы.
Эйе, һәр эштең һөҙөмтәһе тырышлыҡҡа бәйле. Илдә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү мөмкинлеге асылғас, мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән Ринат Зарипов та үҙ көсөн һынап ҡарарға ниәтләй. Был йүнәлештә ул иң изге шөғөлдө һайлай — икмәк бешерергә ҡарар итә. Форсаты ла сыға. Үҙгәртеп ҡороуҙың ауыр осоронда мәктәп ашханаһы ябыла. Ринат Зарипов, файҙаланылмай торған йыһазды ҡуртымға алып, бер ярҙамсы табып, башлап ҡырҡ түтәрәм икмәк бешереп баҙарҙа һата. Үҙенә экспедитор, водитель, һатыусы ла булырға тура килә. Әммә иң ауыры егерме йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған мәктәптән айырылыу булғандыр, моғайын. Ләкин уның тәбиғәте шундай: алдына ҡуйған маҡсатҡа ирешмәйсә ҡалмаҫ.
Ҡалас-күмәстәре күпереп тораТөп кәңәшсеһе һәм ярҙамсыһы ҡатыны Шафран мәктәбендә директор вазифаһын башҡарған Эльмира Бәхтегәрәй ҡыҙы була. Әйткәндәй, заманында улар Ырымбурҙа студент йылдарында осрашып ҡауыша. Ринат Зарипов йәштән спорт менән мауыға, физкультура институтын тамамлай. Педагогия институты студенты Эльмира ла сәләмәт йәшәү рәүешенә мөкиббәнлеге менән айырылып тора.
Ишле, хеҙмәт һөйөүсән ғаиләлә тыуып үҫкән Ринат Мөхәмәтғариф улы һәр эште еренә еткереп башҡарырға күнеккән. Эшҡыуарлыҡта ла яңы һөнәрҙең серҙәренә ныҡлап төшөнә. Һәр кем яратып алырлыҡ иң тәмле икмәкте бешереү маҡсатын ҡуя. Эшен киңерәк йәйелдереү өсөн Раевкаға күсенә, ҙурыраҡ бинаны ҡуртымға алып, ҡеүәтлерәк йыһаздар урынлаштыра. Йүнсел яҡын-тирә ауылдарҙан иң оҫта икмәк бешереүселәрҙе йәлеп итә. “Зарипов икмәге” халыҡта тиҙ арала танылыу яулай.
Ринат Мөхәмәтғариф улы финанс яғынан нығынып алғас, Раевка ауылында үҙенең шәхси икмәкханаһын төҙөтә. Унда заманса йыһаздар урынлаштыра. Ҡеүәтле производство шарттарын­да етештереү күләмен шаҡтай арт­ты­рырға, тауар төрөн байытырға яңы мөмкинлектәр асыла. Ике ҡатлы күркәм бинала икмәкхана менән бер рәттән фирма магазины ла урынлашҡан. Быныһы инде һатып алыусылар өсөн айырыуса уңайлы. Яңы бешкән хуш еҫле ҡалас-күмәстәрҙең магазинға сығыуын халыҡ көтөп ала. Тәүлек әйләнәһенә илле төр икмәк-ҡалас һәм тәм-том ризыҡтары етештерелә.
Әҙер тауар Ринат Зариповтың ике магазинында һатыла. Бынан тыш, продукция “Лоза”, “Алина” һәм башҡа сауҙа нөктәләре, балалар приюты, мәктәптәр һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларына оҙатыла. Шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән ҡала­ларынан һәм яҡын-тирә райондарҙан байтаҡ эшҡыуарҙар менән килешеү төҙөлгән.
– Беҙҙең тауарға ихтыяж ифрат ҙур, хатта бешереп өлгөртә алмайбыҙ, — ти Ринат Мөхәмәтғариф улы.
Ә бит бөгөн икмәк бешереүҙә конку­рент­лыҡ көслө, бер-бер артлы бәләкәй икмәк­ханалар асыла. Шундай шарттарҙа һатып алыусы “Зарипов икмәге”н эҙләп килә икән, был үҙе үк – эшҡыуарҙың хеҙмәтенә ҙур баһа. Республика кимәлендәге конкурстарҙа, фестивалдәрҙә лә киң танылыу ала уның продукцияһы. Әйтәйек, “Сауҙа-2013” республика фестивалендә кубок яулағандар. Быйылғы һа­бантуйҙа производство мөдире Зәлиә Солтанова “Райондың иң яҡшы икмәк бешереүсеһе” тигән маҡ­таулы исемгә лайыҡ бул­ған. Әйткәндәй, Зәлиә Ғәбдрәшит ҡыҙы Ринат Зарипов үҙ предприятиеһын асҡан көндән бирле эшләй. Етәксенең уң ҡулы, тиҙәр уның хаҡында.
Бында бөгөн иллегә яҡын хеҙмәткәр һанала. Һәр ҡайһыһы — үҙ эшенең оҫтаһы. Улар араһында баш технолог Нурсилә Искәндәрованың тырыш­лы­ғын айырым билдәләге килә.
Әлбиттә, камиллыҡтың сиге юҡ. Был йәһәттән Ринат Зарипов үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан. Әйтәйек, күптән түгел ул, Парижда икмәк бешереүселәрҙең эшлекле форумында ҡатнашып, француздар менән тәжрибә уртаҡлашып ҡайтҡан.
Ҡалас-күмәстәре күпереп тораКүптән инде бизнес донъяһында ҡайнап йәшәһә лә, эшҡыуар күңеле менән педагог булып ҡала. Бигерәк тә районда йәш быуынға спорт тәрбиәһе биреүҙә уның ярҙамы тойола. Ул ярыштар ойоштороуға, мәктәптәргә спорт йыһаздары һатып алыуға әленән-әле финанс ярҙамы күрһәтә. Был йүнәлештәге изгелеге өсөн ул “Райондың физик культура һәм күмәк спорт өлкәһен үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн” кубогы менән бүләкләнгән. Әйткәндәй, ул үҙе лә, ҡатыны Эльмира ла тау саңғыһы менән мауыға.
Эйе, үҙ тигәненә өлгәште ул. Ысын ир-егеттәргә фарыз булғанса, йорт та һалды, заманса предприятие ла төҙөнө, улдар үҫтерҙе, баҡса ултыртты. Әммә бурысымды үтәнем, тип туҡтап ҡала торғандарҙан түгел Ринат Зарипов, иртәгәһе көнгә тағы ла сәмлерәк уй-ниәттәр менән йәшәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 355

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 319

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487