Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ситтәр ҙә ҡыҙыҡһына
Бынан 50 йыл элек, 1965 йылдың 25 майында, СССР-ҙа эшләнгән иң тәүге вертолет “Ка-26” һауаға күтәрелә. Уның төп үҙенсәлеге – ҡоролошонда. Камов исемендәге конструкторлыҡ бюроһы “Ка-26” өсөн “осоусы шасси” рәүешендәге махсус схема тәҡдим итә. Тиҙ йыйылмалы ҡорамалдар иҫәбенә шыйыҡ химикаттар өсөн бак һәм штангалар, ҡаты химикаттар өсөн бункерҙар һәм һипкестәр, пассажир кабинаһы, йөк платформаһы, арауыҡта идара ителгән сығыр һ.б. инә. Өс кешенән торған төркөм тиҙ арала вертолетты үҙгәртеп ҡора алған.

Модулле конструкцияға эйә булған вертолет эшләү зарурлығы тәү сиратта ауыл хужалығы ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә бәйле. Ул дәүерҙә СССР-ҙа ауыл хужалығы авиацияһы эштәре әүҙемләшкән саҡ. География һәм һауа шарттарын иҫәпкә алғанда, ашлама индереү, сүп үләндәренә һәм ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш йәһәтенән авиацияға ҙур өмөт бағлана, махсус осоу аппараты талап ителә.
1964 йылда ил Хөкүмәте ошо турала ҡарар ҡабул итә. Граждандар һауа флотына генераль заказсы бурысы йөкмәтелә. Был вертолет СССР-ҙа тыныс маҡсатта файҙаланылған берҙән-бер осоусы машиналыр, моғайын. Хәрби-Һауа көстәренә, Хәрби-Диңгеҙ флотына булған кеүек талаптар ҡуйылмай уға.
“Ка-26” вертолетында Камов исемендәге конструк­торлыҡ бюроһының алдынғы һәм иң яҡшы ҡаҙаныштары тулыһынса тормошҡа ашырыла – тәү сиратта ыҡсымлыҡ, маневр яһау оҫталығы, ауыр йөктө күтәреү һәм, ниһайәт, идара итеү ябайлығы кеүек үҙенсәлектәр иғтибарға алына.
Двигателдәре үтә ҡеүәтле, ауырлығы ҙур һаналмаған вертолет, мәҫәлән, транспорт кабинаһында “Ми-2” күтәрә алған, ә тышта иһә аҫылған килеш унан 200 килограмға ауырыраҡ йөктө ташыу һәләтенә эйә булған. “Ка-26” вертолетының биш мең сәғәттән ашыу осоу һәләте (“Ми-2” менән сағыштырғанда ун тапҡырға юғарыраҡ) күптәрҙе ылыҡтыра. Уның конструкцияһы һәм етештереү технологияһы вертолет эшләү өлкәһендә алдынғылыҡты бирмәгән биш сит илдә патент, шулай уҡ Америка нормалары буйынса осоуға яраҡлылыҡ сертификаты ала.
Авиация машинаһын етештереү Күмертауҙағы вертолет заводында яйға һалына. Тап “Ка-26” оҙаҡ ваҡыт дауамында ҡаланың “визит карточкаһы”на әүерелә. 1969 йылдан алып 1977 йылға тиклем 800-ҙән ашыу машина эшләнә. “Ка-26” ун ете илдә, шул иҫәптән Швецияла, Германияла, Японияла файҙаланыла. Унда биш донъя рекорды ҡуйыла.
Вертолеттың бер нисә төрө эшләнә. Ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгәне – химикаттар һиптереү мөмкинлеген биргән бактар һәм бункерҙар, йөк һәм пассажирҙар ташыу өсөн сығарылғаны кабина йәки платформа менән йыһазлан­дырыла. Тағы ла “Ка-26” вертолетының санитария, урманды күҙәтеү, һыуҙа һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарыу, дәүләт автоинспекцияһы өсөн патруль төрҙәре бар.
Күмертау ҡалаһында бындай осоу машинаһын сериялы етештереүҙе үҙләштереү барышында байтаҡ ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға тура килә. 1962 йылда Ремонт-механика заводы Күмертау машиналар эшләү заводы итеп үҙгәртелә. 60-сы йылдарҙа унда парашют десант платформалары, само­леттарҙан хәрби машина­ларҙы, башҡа техниканы төшөрөү өсөн парашют-реактив системалар сығарыла.
1966 йылдан предприятиела яңы үҫеш дәүере башлана – авиация йүнәлешенә күсеп, “Ка-26” вертолеттарын эшләй башлайҙар. Ул осорҙа авиация заводын төҙөү идея­һын БАССР етәкселеге лә (З.Н. Нуриев, З.Ш. Аҡ­на­заров), СССР Авиация сәнәғәте министрлығы ла (министр П.В. Дементьев) хуплай. Предприятиеның шул саҡтағы етәксеһе Александр Самойлович Палатниковҡа заводты үҙгәртеп ҡороу һәм осоу машинаһын сериялы үҙләштереү йәһәтенән ҙур һәм яуаплы бурыс йөкмәтелә. Ҡатмарлы авиация техникаһын эшләп сығарыуҙы яйға һалыу ябай эш түгел. Предприятиела ҡорамалдар, квалификациялы кадрҙар етешмәй, лабораториялар, һынау стендтары ла булмай. Осоу-һынау базаһы, аэродром асыу ихтыяжы тыуа. Ауыр ваҡытта Киев, Горький, Воронеж, Ҡазан, Улан-Удэ, Ташкент, Өфө авиазаводтары ярҙамға килә.
Өр-яңы вертолетты үҙләштереү менән бер рәттән, производствоны үҙгәртеп ҡороу ҙа бара. Ниһайәт, көтөп алынған тантаналы көн етә – 1968 йылдың 4 ноябрендә Күмертау заводында сығарылған “Ка-26” вертолеты беренсе тапҡыр һауаға күтәрелә. Предприятие хеҙмәткәрҙәре генә түгел, бөтөн ҡала халҡы өсөн дә ҙур байрам була ул.
Шул осорҙан алып байтаҡ ваҡыт үтте. “Ка-26” вертолеты бик күп илдәргә оҙатылды. Ә Күмертау заводы бөгөн “Камов” фирмаһының төп етештереү базаһына әүерелде.
Әле предприятие төрлө модификациялы “Ка-27”, “Ка-29”, “Ка-31”, “Ка-32” вертолеттарын сығара. Ә “Ка-26”-ны хәҙер авиация фәненең иң яҡшы заманса ҡаҙаныштарын үҙ эсенә алған “Ка-226” алмаштырҙы.

Сергей КАМЕНЕВ,
техник фәндәр кандидаты,
Өфө дәүләт авиация
техник университеты доценты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491