Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормошто йәмләй “Сулпан”
 Тормошто  йәмләй  “Сулпан” Ғәҙәттә, күп эшләгән кеше аҙ һүҙле булып сыға. Улар ниндәй генә уңышҡа өлгәшһә лә, был турала шымып ҡалыуҙы хуп күрә. Бүтәндәр араһында маһайып, танауын күккә сөйөп йөрөмәй. Ундай уҙамандар өсөн хеҙмәтенең һөҙөмтәһен күреүҙән дә оло шатлыҡ юҡтыр. Бәләбәй районындағы “Сулпан” хужалығының етәксеһе Урал Нәбиуллин тап шундай ир-ат иҫәбенән.

– 2006 йылда бындағы хужалыҡ бөлгөнлөккә төшкәйне, – тип хәтирәләргә бирелә Урал Рауил улы. – Күп уйлап тормай, көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Кооперативтың тороп ҡалған барлы-юҡлы мөлкәтен, малын һатып алдым. Шунан алып игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнә башланыҡ.
Инде дәртләнеп эшләргә тотонғас, эшҡыуар ҙур бәләгә тарый. Элекке хужалыҡтан ҡалған бөтөн мал да лейкоз сирле булып сыға. Ә ундай һыйырҙан һауылған һөт эсергә яраҡлы түгел! Бындай хәлде көтмәгән крәҫтиән тәүҙә ҡаушап төшә. Ярай әле район хакимиәте иғтибарынан ситтә ҡалдырмай.
Шулай итеп, Урал Нәбиуллинға сирле мал менән хушлашырға тура килә. Уларҙың урынына тоҡомло 120 баш һыйыр алына. Әлбиттә, бының өсөн ете миллион һумлыҡ кредит юллай.
Бөгөн “Сулпан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте уңышлы ғына эшләп килә. Хужалыҡ көн дә тоннанан ашыу аҡты Бәләбәй һөт комбинатына тапшыра. Бы­нан тыш, тоҡомло башҡорт атын үрсе­теүгә лә тотонғандар.
– Бәләкәй саҡтан ат яратам шул! – тифермер, йылмайып. – Әле йылҡы иҫәбе алтмыштан ашып китте. Алла бирһә, ҡаҙылыҡ, ҡымыҙ етештерә башларбыҙ, тип хыялланам.
Эшҡыуар тағы бер сере менән уртаҡ­лашты әле. Баҡтиһәң, һарыҡ үрсетеү эшенә лә тотонмаҡсылар икән. Яҡын арала Һамар өлкәһенән тоҡомло һарыҡ­тар килтерелергә тейеш. Уларҙың ауыр­лығы 90-110 килограмға етә, тиҙәр.
Бынан тыш, Урал Рауил улы күптән ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Хәҙерге көндә 130 умартаһы бар.
Ошондай егәрле ир-атҡа нисек һоҡ­ланмайһың инде! Уның тырыш хеҙмәте дәүләт тарафынан да юғары баһаланған. “Башҡортостан Республика­һында фиҙакәр хеҙмәте өсөн” билдәһе күкрәген биҙәй. Әммә Урал Нәбиуллин өсөн иң ҡәҙерлеһе – яҡташтарының хөрмәте. Үҙҙәрен эшле иткән, ауылға йән өргән уҙаманға күптәр рәхмәтле.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487