Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәнде дауалай Моҫтай
Йәнде дауалай Моҫтай Күк Ирәндек буйындағы тәнгә шифа һәм сихәт бирерлек ҡымыҙ, саф һауа, “көмөш күлдәрендә ялтыр балыҡтар уйнаған, хәтфә болондарында аллы-гөллө күбәләктәр осҡан”, өйөр-өйөр йылҡылары утлаған ер, күҙ күреме етмәҫ урман-тауҙар — былар барыһы ла агротуризмды ғына түгел, этнотуризмды ла үҫтерергә мөмкинлек бирә. Ошондай илаһи хозурлыҡ булғанда әллә ҡайҙағы сит илдәрең ары торһон!

Боронғо ауыл ул

Ун ике кешенең ҡосағы саҡ еткән мәғрур ҡарағас, Ғәҙелша шарлауығы, тау башындағы күлдәр, Сереккүл бы­уаһы һәм Әүлиә ҡәберлеге. Тап ошондай ожмах утрауында урынлашҡан да инде Фәнис Кәримовтың мөғжизәле иле. Элекке Моҫтай ауылы урынында (ауыл “перспективаһыҙ” мөһөрө һуғы­лыу сәбәпле юҡҡа сыҡҡан) үҙ эшен асҡан ул.
Тарихи сығанаҡтарға ҡарағанда, Моҫтай 1803 йылда барлыҡҡа килә. Заманында ҙур ауыл була, 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа унда 131 йортта 644 кеше йәшәүе теркәлә. Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһындағы тәүге башҡорт депутаты, Түбәнге Новгородтағы Мәкәр, Пермь губернаһындағы Ирбит йәрминкәләре ахуны, һуңынан Әхмәтзәки Вәлиди етәк­селегендәге Башҡорт хөкүмәте мөф­төйө булған Шаһишәриф Мәтинов бында тыуған. Моҫтай ауылы ир-егет­тәре 1812 йылғы яуҙа ла, Бөйөк Ватан һуғышында ла ҡатнашҡан.
Ауылдың бик боронғо булыуын иҫ­бат­лап, әле лә төрлө көнкүреш ҡал­дыҡтарын, эш һәм һуғыш ҡоралдарын таба бында эшләүселәр. Шуныһы иғ­тибарға лайыҡ: тап ошонан данлыҡлы Ебәк сауҙа юлы үткән. Ырымбурҙан Силәбегә барған каруандар Моҫтайҙа туҡтап, төн сығыр булған. Иртәгәһенә Ирәндекте артылып, Түбә баҙарында тауарҙарын һатып, кире килеп ҡунған­дар.
1987 йылда Моҫтай ауыл булараҡ иҫәптән төшөп ҡалған.

Иң ҙур хыялы –
ауылдаштарын эшле итеү


Йәнде дауалай МоҫтайФәнис Кәримов сығышы менән Тө­рөкмән ауылы­ныҡы. Ҡасандыр гөрләп торған “Ирәндек” совхозы юҡҡа сыҡҡас, ғаиләһе менән Сибайға күсергә мәжбүр була, ләкин күңеле һәр саҡ тыуған яҡтары­на тартыла. Иң әсендергәне — совхоз­дың бар мөлкәте аук­цион­ға ҡуйыла. Бигерәк тә башҡорт тоҡомло аттарҙың ситкә китеүенә күңеле әрнегән Фәнис Йәноҙаҡ улы уларҙы нисек тә һаҡлап ҡалырға тигән ниәт менән яна. Сәбәп иткәнгә ярҙам итермен тигәндәй, яйы табыла.
— Совхоз тарҡалғас, аптырап ҡалған ауылдаштарыма нисек тә ярҙам иткем килде. Күптәре “йәшел йылан” менән мауыға башланы, ситкә сығып китеү­селәр ҙә булды. Эш урыны кәрәк тигән һығымтаға килдем, — ти Фәнис.
Үҙ шөғөлөнә мөкиб­бән бирелгән, аттарҙы йәне кеүек күргән Альберт Ғафаровтың совхоз аттарын һатырға ҡыуып алып киткәндә, сыбыртҡыһын ташлап, күҙҙәренә йәш алыуы тулҡын­ландыра уны бигерәк тә. Ундай кешене аттан айырыу гонаһҡа бәрәбәр тигән уйҙан сығып, Әхмәр ауылында йәшәгән йылҡы көтөүсеһен яңынан эшкә саҡыра. Бөгөн Альберт Ғафаров — уның иң ышаныслы ярҙамсыһы.
Ҡасандыр бер нисә баш йылҡынан ғына башланған шөғөл хәҙер тотош бер тармаҡты хәтерләтә.

Һай, ҡымыҙы, ҡымыҙы!

Бәхеткә күрә, һауын мәленә тура килдек. Басай ауылынан йөрөп эшләгән Айһылыу Фәйзуллина менән Люциә Иманғолованың тилбер бармаҡтары биҙрәгә гөбөрләтә-гөбөрләтә һөт һауа. Әлегә уларҙың 32 һауын бейәһе бар, ошо арала тағы йәштәрҙе өйрәтәсәктәр.
Кәртә ҡапҡаларын асыу менән бейәләр бер-бер артлы инә. Уларҙың һәр береһенә наҙлы һүҙҙәр өндәшеп, һөйөп, йомшаҡ елендәренә һаҡ ҡына ҡағылып һауа ҡыҙҙар.
— Икенсе миҙгелгә эшкә килдем, — ти Айһылыу Фәйзуллина. – Велосипед менән йөрөйбөҙ, аҙыраҡ ауырға тура килһә лә, ай һайын эш хаҡы түләнә бит, йәшәр йорт та бар.
Көнөнә йөҙҙән ашыу литр һөт һауы­ла, һәм шунса ҡымыҙ һатыуға сыға­рыла.
— Бешкәндә көбөнө ыҫлап алабыҙ, әлегә бер ниндәй үләндәр өҫтәмәйбеҙ, таҙа, шифалы батырҙар эсемлеге яһайбыҙ, — тип һүҙгә ҡушылды Люциә Иманғолова.
Айырым кәртәлә уйнаҡларға әҙер торған ҡолонсаҡтар янында нимәлер эшләп йөрөгән ветеринар-табип Хәлил Игебаев янына йүнәлдем.
“Ни өсөн йылҡысылыҡ менән шөғөл­ләнгәндәрҙең барыһы ла беҙҙә баш­ҡорт тоҡомона өҫтөнлөк бирә?” тигән һорауыма яуап алыу ине ниәтем. Ул бер аҙ көлөмһөрәп:
– Шуны ла белмәйһеңме, туғаным? Атайың ғүмер буйы ат ҡараны, һыбай йөрөп үҫтегеҙ, — тип мәрәкәләне.
Ул арала бер өйөр бейә, муйындарына тағылған ҡыңғырауҙарын зың-зың иттереп, хәтфә болон буйлап йүгерҙе.
– Ана, күрәһеңме, аттар эре түгел, уларҙың бейеклеге метр ярымдан да үтмәй. Сыҙамлы булыуы менән дә алдыралар, – тип дауам итте Хәлил ағай. – Сатлама һыуыҡтарға ла, эҫегә лә би­реш­мәйҙәр, шуға күрә йыл әйләнәһенә тибенлектә йөрөйҙәр. Көтөүе лә уңай­лы, сөнки һәр өйөрҙөң үҙ хужаһы – өйөр айғыры – була. Ул араларына башҡа­ларҙы индермәй, бәлә-ҡазанан да һаҡ­лай. Иғтибар итеп күҙәтһәң, бейәләр ашап йөрөгәндә, айғырҙың һаҡ ҡолаҡ­тары тирә-йүндәге һәр хәрәкәтте ишетә, күҙҙәре үткер. Ул көтөүҙең ышаныслы терәге, бейәләр айғырҙы ташлап бер ҡайҙа ла китмәй. Әйткәндәй, ҡымыҙҙың тәме лә, сифаты ла малдың ниндәй үлән ашауына ғына түгел, тоҡомона ла бәйле.

“Ожмахтың үҙе бында”

Шулай ти Моҫтайҙа ял иткән турис­тар. Ығы-зығылы тормоштан бер аҙға булһа арынып, тән яҙып, ҡымыҙ эсеп, һаулығын нығытып ҡайтырға теләүсе­ләр өсөн тәбиғәттең мөғжизәле урынында ял базаһы төҙөлгән. Бер-бер артлы теҙелеп киткән йорттарҙан ҡа­рағай еҫе аңҡып тора, йәшәү өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған. Ҡунаҡтарға милли башҡорт ризыҡтары бишбармаҡ, ҡаҙы, тултырма тәҡдим ителә, ҡымыҙ бирелә. Бейәне һауып, ҡымыҙ бешеп ҡарарға ла мөмкин. Теләйһең икән, әйҙә, рәхәтләнеп һыбай йөрө!
Мунсала ҡайын миндеге менән сабынып, аҙаҡ эргәләге Яҡшыдәүләт йылға­һына сумып алғас, донъяға яңынан тыуғандай булаһың. Балыҡ ҡармаҡ­ларға ла мөмкин. Ял итеүселәрҙең бар теләген үтәү, зауығын ҡәнәғәт­ләндереү өсөн тырышалар бында.
Изге урынға сәләмәт тормош яҡлы, хәмер менән мауыҡмағандарҙың киле­үе шарт. Фәнис Йәноҙаҡ улы үҙе күптән иман юлында, хажға ла барып ҡайтҡан. Шаһишәриф Мәтинов исемен йөрөткән мәсет, тирә-яҡты нурға мансылдырып, үрҙә балҡып ултыра. Хеҙмәткәрҙәр араһында ла дин тотоусылар бар, йома һайын йәмәғәт намаҙҙары уҡыла. Бар ерҙән милли рухыбыҙ аңҡыған, башҡорт мөхите тыуҙырылған ял урындары республикала бик һирәк. Эшҡыуар Фәнис Кәримов тап ошо йүнәлештә үҙ эшен асып отолмаған.
– Иң мөһиме – кешегә рухи таҙалыҡ кәрәк. Ә уны булдырыу өсөн иманлы булыу, сәләмәт тормош рәүеше мотлаҡ. Бушҡа ғына башҡорттар йәшәгән төбәк­кә Аксаков, Толстой кеүек бөйөк яҙыу­сылар ҡымыҙ эсергә килмәгән. Улар һаулығын нығытып ҡына ҡалмаған, тәбиғәттән илһам алып, ерҙән, күктән көс туплаған, – тине эшҡыуар.
Әйткәндәй, Фәнис Кәримовтың улы Артур, атаһының башланғысын хуплап, уға бар яҡлап ярҙам итергә тырыша. Киләсәктә, кем белә, хозур тәбиғәтле Күк Ирәндек буйында агротуризм ғына түгел, этнотуризм буйынса ла яңы башланғыстарға юл һалыныр әле.










Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 326

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 289

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 363

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500