Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хаҡтар бәүелсәк уйнай
Хаҡтар бәүелсәк уйнай ”Башстат” мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы арала йәшелсә-емешкә, йомортҡаға хаҡ төшкән. Мәҫәлән, картуф, помидор, ҡыяр һәм ҡайһы бер емештәр осһоҙланған. Был хәл, әлбиттә, миҙгелгә бәйле.

Яңы йыл алдынан йомортҡа ла кинәт ҡиммәтләнеп киткәйне. Ун данаһы өсөн кеҫәнән 55 – 60 һум сығарырға кәрәк ине. Хәҙер иһә 38 – 46 һумға алырға була. Әммә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар бәүелсәктә уйнарға ярата. Берәүҙәре төшһә, икенселәре өҫкә һикерә. Атап әйткәндә, икмәк һәм он, һөт ризыҡтары һиҙелерлек ҡиммәтләнде (таблицала күрһәтелгән).
Аҙыҡ-түлеккә хаҡтың тиҙ үҙгәреүе халыҡты ныҡ борсой. Ҡайһы бер мөһим продукттарҙы осһоҙайтыу өсөн респуб­ликабыҙҙа саралар ҙа ҡабул ителгәйне. Яңыраҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тай­ҙың бер төркөм депутаттары баш ҡаланың сауҙа нөктәләре буйлап рейд үткәрҙе.
– Халыҡ көн дә һатып алған ри­зыҡ­тарҙың кәштәләрҙә етерлек кимәлдә бу­лыу-булмауын, хаҡтың үҙгәреүен тик­ше­рергә булдыҡ, – тине Дәү­ләт Йыйылышы – Ҡорол­тайҙың сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡы­уарлыҡ буйынса комитет рәйесе Рәшит Хәйруллин. – Шул уҡ ваҡытта сауҙа эшмәкәрлеге буйынса закондың үтәлеүен дә ҡарайбыҙ. Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡтың үҙебеҙҙә һатылыуы мөһим. Бының өсөн сауҙа нөктәләрендә тейешле шарттар булдырыу кәрәк.
Һатыусылар белдереүенсә, хәҙер сит илдәрҙән килтерелгән продукттар урынына үҙебеҙ­ҙекеләргә өҫтөнлөк бирелә. Әммә хаҡтарҙың әллә ни һиҙелерлек итеп осһоҙланмауы күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
– Магазинға бер барһаң, алған әйберең дә күренмәй, тик мең һумыңды сығарып һалаһың, – тип депутаттарға зарланды һатып алыусы Рәмзиә Вахитова. – Аҙыҡ-түлектең осһоҙланыуын әллә ни тоймайбыҙ. Береһе төшһә, икенсеһе күтәрелә.
Халыҡ хәҙер үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡҡа өҫтөнлөк бирергә тырыша. Тик уларҙың хаҡы әллә ни ҡиммәт булмаһын өсөн фермерҙар баҙарын булдырыу теләге әйтелде.


Автор: А. АБҘАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 320

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 286

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494