Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Себеш һаталар... Кемдеке яҡшыраҡ?
Бөгөнгө сәйәси-иҡтисади шарттарҙа илдең аҙыҡ-түлек именлеге мөһим әһәмиәткә эйә. Төп таянысыбыҙ – арзан һәм сифатлы тауар тәҡдим итеүсе урындағы етештереүселәр. Халыҡты финанс көрсөгө эҙемтәләренән улар ғына һаҡлай ала.
Ауыл кешеһе, нисек кенә булмаһын, үҙ ихатаһында үҫкәнгә өҫтөнлөк бирә. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа тауыҡ-ҡаҙҙы, отошлораҡ тип, бәләкәй сағынан һатып алып тәрбиәләргә өйрәнделәр. Ҡайһы берәүҙәр, осраҡлы алыпһатарҙарға юлығып, алданып та ҡалғылай, белгәндәре иһә ышаныслы эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итә.
Интернеттағы иғландар сайтынан ҡарап, бер нисә районға шылтыратҡайныҡ. Күптәр: “Эшебеҙ бармай бит әле, ябылырға уйлайбыҙ, инкубаторҙарҙы һата башланыҡ”, – тип яуапланы. Асыҡланыуынса, ҡошсолоҡ тармағы бик күп сығым талап итә, шуға унда ваҡ кәсепселәр оҙаҡ эшләй алмай. Дәүләт ярҙамына ла иҫәп тотоуы ҡыйын. Үҙ-ара кәңәшләшкәс, халыҡты күптән хеҙмәтләндергән ойошмаларҙағы хәлде белешергә ҡарар иттек.


Ҡаҙ бәпкәһе һәйбәт “оса”

Себеш һаталар... Кемдеке яҡшыраҡ?Баш ҡала тирәһендә ҡаҙ үрсетеү менән шөғөлләнеүсе иң ҙур ойошмаларҙың береһе булған “Агро-Гусь Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфө районының Авдон ауылына ингән ерҙә урынлашҡан. “Һамар – Өфө – Силәбе” федераль автомагистраленә яҡынлығы үҙҙәренә лә, һатып алыусыларға ла уңайлы икән, тип уйлап ҡуйҙыҡ, унда яҡынлашҡас.
– Бик ҡулай көндә килдегеҙ: туҡтауһыҙ ямғыр яуа, етмәһә, иртәгәнән – байрамдар, – тип көлөп ҡаршы алды беҙҙе хужалыҡ етәксеһе Илшат Низаметдинов. – Аяҙ, йылы булһа, сауҙанан бушап, журналистарҙың һорауына яуап бирергә ваҡыт та таба алмаҫ инек...
Шулай ҙа әңгәмәбеҙ өҙөклөк менән барҙы, сөнки директорҙың телефоны бер минутҡа ла тынманы тиерлек. Берәүҙәр юлды һораша, икенселәре, байрамдан һуң киләм тип, бәпкәләргә алдан заказ бирә, өсөнсөләре хаҡтар, ташламалар хаҡында белешә.
– Игенселәрҙеке кеүек үк, беҙҙең дә иң ҡыҙыу осор әле, – ти Илшат Тәлғәт улы. – Май, июнь айҙарында алһыҙ-ялһыҙ эшләргә тура килә. Һәр сәғәт ҡәҙерле, ни тиһәң дә, бер нисә айҙа ғына табыш алабыҙ бит, йылдың күп өлөшө фәҡәт сығымдар менән үтә.
“Агро-Гусь Урал” яңы тыуған һәм үҫтерелгән ҡаҙ бәпкәләрен һатыу менән күптән шөғөлләнә. Уның тарихы етәксеһенең хеҙмәт биографияһына тығыҙ бәйле, шуға күрә бәйәнде Илшат Низаметдиновтан башларға кәрәктер. Стәрлебаш районының Буҙат ауылы егете, Стәрлетамаҡта төҙөлөш техникумын тамамлағас, 1990 йылда Авдондағы “Башҡортостан” ҡошсолоҡ фабрикаһы ҡарамағында бер йыл элек кенә асылған ҡаҙ үрсетеү цехына эшкә килә. Тәүҙә бригадир ярҙамсыһы, бригадир, ҡатнаш аҙыҡ буйынса экспедитор булып йөрөй, бер үк ваҡытта Башҡортостан дәүләт аграр университетының зоотехния факультетында ситтән тороп уҡырға ла өлгөрә. Дипломын ҡулына алыу менән уны цех начальнигы вазифаһына тәғәйенләйҙәр. 2008 йылда ҡаҙ үрсетеүселәр “Башҡортостан” ҡошсолоҡ фабрикаһынан айырылып сығып, “Агро-Гусь Урал” йәмғиәтен булдырғас, Илшат Низаметдинов “УралАгро” компаниялар төркөмө ҡарамағындағы ошо предприятиеның директоры вазифаһын үҙ иңенә һала.
Күреүегеҙсә, етәксенең тәжрибәһе бик ҙур. Уңайы тура килеүҙән файҙаланып, унан тотош ҡошсолоҡ тармағын борсоған мәсьәләләр хаҡында һорашабыҙ.
– Барлыҡ хужалыҡтарҙы ла һуңғы йылдарҙа яғыулыҡ-майлау материалдарының, электр энергияһының, техникаға алмаш өлөштәрҙең ҡиммәтләнеүе, шул сәбәпле сығымдар артыуы хафаландыра, – ти Илшат Тәлғәт улы. – Ҡошсолар өсөн айырыуса мөһиме – игендең һәм ҡатнаш аҙыҡҡа витаминлы өҫтәмәләрҙең хаҡы күтәрелеүе. Ярай әле беҙҙең холдинг башында торған “УралАгро” компаниялар төркөмө үҫемлекселек менән шөғөлләнә, юғиһә ҡоштарға аҙыҡ юллау, аҫтарына түшәргә һалам, бесән һатып алыу ҙур сығымдар талап итер ине. Инкубаторҙар ҙа ҡыйбатланды, күп нәмә донъялағы иҡтисади хәлгә бәйләнгән бит.
Шулай ҙа бөгөн “Агро-Гусь Урал” тотороҡло эшләп килә, үҫеш бар. Авдон һәм Сергеевка ауылдарындағы ике фермала венгр тоҡомло 11 мең самаһы ҡаҙҙары булһа, уларҙы ҡарауға 25 кеше йәлеп ителгән. “Эш башлаған саҡта өлкән ҡоштарыбыҙ 8 мең тирәһе ине, ихтыяжға ҡарап, күбәйттек. Йыл да инкубаторҙарға 350 меңдән ашыу дана ҡаҙ йомортҡаһы һалына, 200 меңләп бәпкә һатабыҙ. Яңы сыҡҡанын ғына түгел, үҫтерелгәнен дә һәйбәт алалар, – тип эске иҡтисадты ла аңлатты директор. – Көҙ ахырында ла килеүселәр бар, ни тиһәң дә, инде ҡәҙимге ҡаҙға әйләнгән ҡошто, һуйылмаған булғас, арзаныраҡ хаҡҡа бирәбеҙ. Үҫтерелгән бәпкәләр араһынан бер өлөштө йомортҡа һалыуға ла ҡалдырабыҙ – көтөү йыл һайын яҡынса 30 процентҡа яңыртыла...”
Байтаҡ килем алына икән, тип эстән генә иҫәпләй башлағанды һиҙгәндәй, Илшат Тәлғәт улы сығымдар мәсьәләһенә күсте:
– Ҡаҙҙар йомортҡаны бик иртә һала башлай, ә февраль айында уға ниндәй ихтыяж булһын? Ҡар иреп бөткәнен, көндәр йылығанын көтә барыһы ла. Ҡайһы бер йылда ҡыш менән яҙ оҙаҡ “көрәшә”, ә беҙҙең инкубаторҙан бәпкәләр сыға ла сыға. Һауа торошон күҙаллау, тәбиғәттең ҡанундарын үҙгәртеү мөмкин түгел. Бик осһоҙ итеп һатырға тура килгеләй, был иһә үҙен һис аҡламай, сығымдарҙы арттырмау өсөн генә инде. Хеҙмәткәрҙәргә үҙ ваҡытында түләп, электр энергияһын тотонған өсөн теүәл иҫәпләшеп барырға, ҡоштарҙы витаминлы аҙыҡтан өҙмәҫкә кәрәк бит. Инкубаторҙа эшләүселәр, ҡарауылсылар был осорҙа тәүлек әйләнәһенә мәшғүл, ял көндәре юҡ, шуға уларҙың эш хаҡына бер аҙ өҫтәлә.
– Ҡаҙҙарығыҙҙың ҡош киҙеүе менән сирләгәне юҡтыр? – тип тә һорап ҡуйғас, директор ышаныслы ҡараш менән:
– Аллаға шөкөр, ундай хәлдәр булманы. Ҡоштарҙы ветеринарға күрһәтеп, вакцина һалдырып торабыҙ бит. Киҙеүҙән бигерәк вируслы энтерит янай ҡаҙҙарға. Ваҡытында тейешле саралар күрелгәс, беҙҙекеләр ауырымай, – тип яуапланы.
“Агро-Гусь Урал” йәмғиәтенең фермаһына бәпкә алырға ҡайҙан ғына килмәйҙәр: Башҡортостандан тыш, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ульяновск, Омск, Липецк өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан, Алтай республикалары, Ханты-Манси автономиялы округы, Ҡаҙағстан... Илшат Тәлғәт улы клиенттарының һәр ҡайһыһын исем-шәрифе менән белә, сөнки йыл һайын хеҙмәттәшлек итәләр, үҙ-ара ышаныслы мөнәсәбәттәләр. Әммә өлгәшелгәндә туҡталып ҡалырға йыйынмай директор: быйыл инкубаторға Благоварҙағы тоҡомло ҡошсолоҡ фабрикаһынан алынған өйрәк йомортҡаларын һала башлағандар, киләсәктә бройлер себештәре сығарыуға бәйле пландары ла бар.

Тауыҡ та, күркә лә үтемле

Себеш һаталар... Кемдеке яҡшыраҡ?Иглин районының Балтика ауылындағы ҡошсолоҡ фермаһына сәфәребеҙ байрамдың икенсе көнөнә тура килде. Тышта һалҡынса, етмәһә ямғыр һибәләп ала. Шулай ҙа “Алтын ҡош” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эш шарттары ҡыҙыу – һатып алыусылар бында юлды һыуытмай.
Беҙ барып ингәндә ойошма хужалары Заһира менән Радик Байгилдиндар сираттағы клиентҡа дүрт айлыҡ тауыҡ себештәрен тапшыра ине.
– Күп йомортҡа һала торған тоҡом был, “Ломан Браун” исемле. Тағы бер айҙан файҙа килтерә башлаясаҡ, – тип маҡтай Радик Һибәт улы көрән төҫтәге ҡоштарҙы. – Аҡтары – әтәстәр, айырыуы уңайлы булһын өсөн немец генетиктары шулай уйлап сығарған. Яңы тыуған, егерме көнлөк бройлер себештәре лә бар. “Родонит”, “Кучинская юбилейная” кәрәкһә лә, рәхим итегеҙ.
Ул арала тағы бер нисә кеше килеп, мускус өйрәге (урыҫса “индоутка”. – Авт.) бәпкәләрен һораны. Уныһы ла бар икән. Пекин өйрәге менән әлеге тоҡомдо ҡауыштырыу һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан “Мулард” тигәнен дә тәҡдим итәләр. Ғөмүмән, тауыҡтың да, өйрәктең дә, ҡаҙ менән күркәнең дә бик күп төрөн табырға мөмкин бында.
Себеш һаталар... Кемдеке яҡшыраҡ?Кеше ағымы бер минутҡа ла өҙөлмәгәс, хужалар ферма янында үҙҙәре һалып алған йортҡа тамаҡ ялғарға алмашлап йөрөргә мәжбүр. Улдары, килендәре лә ярҙам итеп тора, ялланған эшселәре лә бар, әлбиттә, әммә эштән бушарлыҡ түгел. Иң яуаплы бурыстарҙы барыбер хужалар үҙҙәре үтәй.
– Күләм ҙур шул. “Курганская”, “Линда”, “Белая Уральская” һымаҡ тоҡомло ҡаҙҙарыбыҙ ғына ла һигеҙ мең тирәһе, биш меңе йомортҡа һала. Айына 50-60 меңләп бәпкә сыға уларҙан, – тип һөйләне ғаилә башлығы бер аҙ ялға туҡтаған арала. – Халыҡ бик теләп ала, әллә ҡайҙарҙан эҙләп киләләр беҙҙе. Меңәрләп тауыҡ, өйрәк, күркә лә үрсеткәс, бындағы майҙан етмәй, яҡындағы Буденновский ауылында йәнә бер ферма тоторға тура килә.
Хәйер, эш күплеккә зарланмай Байгилдиндар. Элеге кимәлгә өлгәшеү өсөн байтаҡ ваҡыт тырышҡан бит улар: Стәрлебашта инкубатор цехы асып, бер нисә йыл эшләгәндәр, унан Миәкәгә күскәндәр... Балтикалағы элекке малсылыҡ бинаһын һатып алыуҙары – үҙҙәренә генә түгел, район халҡына ла файҙа: Иглиндағы инкубатор хужалығы ябылғандан бирле был тирәлә себеш-бәпкә һатыусы ышаныслы ойошмалар булмағайны. Әлбиттә, ферманы төҙөкләндереү йәһәтенән ҙур сығымдар талап ителә, сөнки урынлашҡан ере һаҙлыҡлы, бина шаҡтай ныҡ таушалған. Хужалар әле ҡоштар өсөн тейешле температураны һаҡлау өсөн ҡоролманың эсендә полиэтилендан махсус бүлмәләр яһарға, өҫтәмә йылытыу пушкалары ҡуйырға мәжбүр. Һыуыҡҡа, елгә, еүешкә бирешеүсән күркә себештәрен өйҙә тоталар.
– Барыһын да нисектер хәл итергә мөмкин, ә иң ауыры – эшләргә кеше табылмауы, – ти Заһира Ишмөхәмәт ҡыҙы. – Стәрлебашта ундай мәсьәлә һис борсомай торғайны, әле иһә кемгә барып инәлергә белмәгән саҡтар булғылай. Балтика Өфөгә яҡын булғас, күптәр ҡалаға йөрөп эшләй, ә ауылда ҡалғандарҙың фермаға барырға теләге юҡ. Кәмһенәләрме, йыбаналармы – белмәйем. Үҙебеҙ Ейәнсура башҡорттары бит, шуға Көньяҡ Урал райондарынан егеттәрҙе саҡыртып алып эшләтәбеҙ. Улар әрһеҙ, һәр нәмәнең рәтен беләләр, тик оҙаҡ тора алмайҙар инде – тыуған яҡтары, ғаиләләре һағындыра. Бер нисә айға килеп, Себерҙәге һымаҡ аҡса эшләп ҡайталар былай. Йәшәр урын, йыуыныу өсөн мөмкинлектәр бар, тәмәке-фәләнен бушлай бирәм...
“Алтын ҡош”тоң күркәләрен күреп, күҙ теймәһен, тип сыҡтыҡ. Бер ата ҡоштоң ауырлығы 27 килограмм тирәһе! Дәрәжә һаҡлағандай, урынынан ҡуҙғалмай ғына торғас, бүлмәһенән этеп саҡ-саҡ сығарҙы уны хужабикә. “Линда” тоҡомло ҡаҙҙары яҡынса 6 килограмм тарта икән.
Ә халыҡ ағыла ла ағыла: Иглиндағы ауылдарҙан да, Шакшанан, Благовещендан, Нуриман, Мәсетле һәм Дыуандан да... Ульяновск өлкәһенән дәү генә бер фургон килеп төштө. Тағы Татарстан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Томск яҡтарынан заказ биргәндәр әле, тине Байгилдиндар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 489