Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яу ҡалдырған һабаҡ бар
Халыҡ тормошо сәйәсәт, иҡтисад тормошона бәйле. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында уҙған фәнни конференция йәмғиәтте борсоған байтаҡ һорауҙарға яуап эҙләү маҡсатынан ойошторолғайны.


“Фашизмды тар-мар итеүҙә Баш­ҡортостан Республикаһының роле: тарихи тәжрибә һәм милли хәүефһеҙлек өлкәһендә заман проб­лемалары” тигән темаға ҡоролған һөй­ләшеүҙә инс­титут директоры, филология фән­дәре докторы Фирҙәүес Хисамитдинова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урын­баҫары Йомабикә Ильясова, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов сы­ғыш яһаны.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары һәр ғәзиз йөрәктән күпме зар, рух ныҡ­лы­ғы талап итеүе, Еңеүҙең ниндәй көс менән яулап алыныуы бер кемгә лә сер түгел. Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы ошо хәҡиҡәтте күҙ уңында тотоп:
– Бөгөн Көнбайыш тыныслыҡты үҙен­сә аңлау концепцияһын көсләп тағырға маташа. Ләкин ғәҙелерәк юл бар бит, ул – һәр халыҡтың, илдең милли һәм мәҙәни үҙенсәлеккә хоҡу­ғы, уның нигеҙендә тарихи күсәги­леш­лелек принциптары ята. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, Икенсе Бөтә донъя һуғышы һөҙөм­тәләренә башҡаса күҙлектән ҡараған сәйәсмәндәр Еңеү­ҙең баһа­һын төшөрмәксе. Әм­мә беҙ уның ниндәй ҡорбандар менән яуланғанын беләбеҙ, – тип белдерҙе.
– Илебеҙҙә һуғыш афәтен күрмәгән бер генә ғаилә лә юҡтыр. 27 миллион ҡорбан биреп яуланған Бөйөк Еңеүҙең тарихи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, – тип өҫтәне Өфө ғилми үҙәге Президиумы рәйесе, Рәсәй Фәндәр акаде­мия­һының мөхбир ағзаһы Усейн Джемилов.
Секцияларҙа эш башланғас, Бөйөк Ватан һуғышы тарихын өйрәнеүҙең заманса алымдары, республиканың Еңеүгә индергән өлөшөнә арналған сығыштар яңғыраны, төрлө мәсьәлә­ләр тикшерелде.




Автор: Г. ҒӘБИТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 312

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 331

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 282

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 355

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 330

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 318

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 255

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 485