Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Олигархтар халыҡҡа бурысын ҡайтарырмы?
Владимир Путин үткән быуаттың 90-сы йылдарында дәүләт предприятиеларын хосусилаштырыу һөҙөмтәләренә бәйле бәхәскә нөктә ҡуйырға тәҡдим итте. Ниндәй юл менән һуң? Премьер-министр фекеренсә, шикле ысул менән ҡулға төшкән милек өсөн олигархтар дәүләткә “үҙ кеҫәһенән” бер тапҡыр булһа ла ҡайтарырға тейеш.

“Ҡырағай капитализм”дың бурысы

Уныңса, бындай аҙымға йәмәғәтселек кенә түгел, ә эшҡыуарҙар ҙа мохтаж. Ни генә тиһәң дә, әле лә бизнесҡа кире мөнәсәбәт етерлек. Был Совет заманынан ҡалған кире фекер эҙемтәһе генә түгел, иң тәүҙә 90-сы йылдарҙағы “ҡырағай капитализм”дың да йоғонтоһо. Ә эре капиталдың халыҡҡа “үҙ бурысын” ҡайтарыуы йәмғиәттең бизнесҡа ышанысын бермә-бер арттырасаҡ.
Был мәсьәлә буйынса Рәсәй Президентлығына кандидат булып теркәлә алмаған Григорий Явлинскийҙың “Яблоко” партияһы 2005 йылда уҡ ошондай тәҡдим менән сығыш яһағайны. Уларҙың фекеренә ярашлы, “бурыс” предприятиеның залог аукционындағы хаҡы менән бөгөнгө хаҡы араһындағы айырманы тәшкил итергә тейеш.
Милли резерв корпорацияһының директорҙар советы рәйесе Александр Лебедев та Дәүләт Думаһы депутаты булған сағында ошондай закон проекты менән сығыш яһаған. Бары миллиардер-депутаттың тәҡдиме бихисап башҡа закон проекттары араһында оҙаҡҡа “юғалып” ҡалған икән.
Президентлыҡҡа тағы бер кандидат Михаил Прохоров ҡына (әйткәндәй, үҙе лә олигархтар иҫәбендә) Владимир Путиндың был тәҡдиме менән килешеп етмәгән. Уныңса, беҙҙең бизнес былай ҙа “ҡеүәтле коррупцион һалым” түләй. Шулай уҡ 90-сы йылдарҙа берәүҙәр тарафынан хосусилаштырылған предприятиелар бөгөн башҡаларҙың ҡулында. Мәҫәлән, ҡасандыр ЮКОС залог аукциондары аша һатып алған активтарға хәҙер дәүләт ҡарамағындағы Роснефть эйә. Тимәк, дәүләт ҡарамағында булһа ла, ул да дәүләткә “бурыс” ҡайтарырға тейеш булып сыға. Сәйәсмән фекеренсә, “ирекле социаль проект” булдырыу отошлораҡ. Быны тормошҡа ашырыу өсөн эшҡыуарҙарға үҙ килеменең бер процентын, ә компанияларының табышынан 0,2 процентын балалар йорттарына, дауаханаларға, мәктәп-интернаттарға һәм башҡа учреждениеларға бүлергә кәрәк, тигән фекерҙә ул.
Әйткәндәй, бындай тәҡдимдәр менән Рәсәйҙә генә сығыш яһамайҙар. Мәҫәлән, 1997 йылда Бөйөк Британияның лейбористар хөкүмәте, үткән быуаттың 80-се йылдарында консерваторҙар хөкүмәте арзан хаҡҡа шәхси ҡулдарға биргән дәүләт милке өсөн уларҙың хужаларынан түләү талап итә. Был компаниялар бер тапҡыр 23-әр процент һалым түләй, һөҙөмтәлә илдең ҡаҙнаһы һигеҙ миллиард долларға тулылана.

Торлаҡһыҙҙар бөтөнләй булмаясаҡ

2030 йылға рәсәйҙәр өсөн торлаҡ мәсьәләһе тулыһынса хәл ителәсәк. “Комсомольская правда” гәзитендә баҫылған сираттағы мәҡәләһендә Владимир Путин ошоға ышандыра.
Мәҡәләлә был маҡсатҡа өлгәшеү юлдары күрһәтелгән. “Һөҙөмтәлә 2020 йылға тиклем Рәсәй ғаиләләренең 60 проценты торлаҡ мәсьәләһен хәл итәсәк, ә 2030 йылға проблема бөтөнләй юғаласаҡ”, – тиелә унда.
Премьер-министр фекеренсә, торлаҡтың ҡиммәт булыуы арҡаһында күптәр бөгөнгө йәшәү кимәлен СССР-ға ҡарағанда түбәнерәк тип ҡабул итә. Уныңса, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, хәрбиҙәрҙе һәм башҡаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса программалар алдағы йылдарҙа ла дауам итәсәк.
“Әммә был ғына аҙ. Урта синыф, ипотека механизмдарын файҙаланып, яңы торлаҡ алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Әммә әлегә күптәрҙең ипотекаға көсө етмәй, бигерәк тә торлаҡҡа хаҡ үтә арттырылған эре ҡалаларҙа”, – тине Хөкүмәт башлығы.
Нимә тәҡдим итә һуң Владимир Путин? Уныңса, иң тәүҙә төҙөлөштөң үҙҡиммәтен төшөрөргә кәрәк, быға эшселәрҙең хеҙмәт хаҡын кәметеп түгел, ә төҙөлөш материалдарын арзанайтып, тармаҡты коррупция баҫымынан ҡотолдороп өлгәшеп була. Шулай уҡ төбәктәрҙә ҡайһы бер төҙөүселәр, төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеүселәр тарафынан булдырылған яһалма монополияларҙан ҡотолорға кәрәк.
“Ҡайһы бер төбәктәрҙә ҡом менән ҡырсынташ карьерҙарына ла монополия булдырылған. Ниңәлер был карьерҙарға ошо төбәккә етәкселек иткәндәрҙең туғандары, йә таныштары хужа”, – тип белдерә Премьер-министр. Ошо саралар һөҙөмтәһендә генә заманса торлаҡҡа хаҡ кәмендә — 20, ҡайһы бер осраҡтарҙа 30 процентҡа тиклем арзанаясаҡ.
Ул шулай уҡ ҡайһы бер предприятиелар ҡарамағында ҡулланыуһыҙ ятҡан ер биләмәләрен файҙаланырға саҡыра. Ундай ерҙәр иң тәүҙә социаль торлаҡ төҙөүселәргә бүленергә тейеш.
Ипотека ла инфляция менән бергә төшөргә тейеш, тигән фекерҙә Владимир Путин. Төҙөлөш өсөн һаҡлыҡ кассалары булдырыу ҙа үҙ емешен бирәсәк. Бының буйынса ҡайһы бер төбәктәрҙә пилот проекттар эшләй башлаған да инде.

Үтә ҡиммәт тип тормайҙар

Торлаҡ үтә ҡиммәт булһа ла, ипотекаға фатир алыусылар һаны артҡандан-арта. Хаҡтар төшөүенә өмөтһөҙлөк быға сәбәпсеме, әллә арабыҙҙа байҙар артамы – аңламаҫһың. Былтыр декабрҙә генә банктар халыҡҡа 100 миллиард һумлыҡ ипотека кредиты биргән. Ә уҙған йылдың дөйөм күрһәткесе 713 миллиард һум тәшкил иткән. Быйыл иһә 1 триллион һумға тиклем ошондай кредит биреләсәк тип күҙаллай Торлаҡ ипотека кредитлауы буйынса агентлыҡ белгестәре.
Ғөмүмән, беҙҙә 2008 йылғы көрсөк алдынан 655 миллиард һум ипотека кредиттары бирелгән. Һуңынан күрһәткестәр “түбән” тәгәрәгән, мәҫәлән, 2010 йылда рәсәйҙәр ни бары 380 миллиард һумлыҡ ипотека кредиты алған. Әммә күрһәткестәр ипотекаға ихтыяж тағы ла нығыраҡ артыуы тураһында һөйләй. Был шулай уҡ торлаҡ баҙарының финанс көрсөктән тергеҙелеүенә лә тура ишара. Быға, һис шикһеҙ, ипотека кредиттарының арзанайыуы ла булышлыҡ итте – улар йылына 11,9 процентҡа тиклем төшкәйне.
Һүҙ юҡ, банктар ипотека алыусыларҙың быйыл да артыуын көтә. Әммә быға йыл иҡтисади һәм финанс тетрәнеүҙәрһеҙ үтһә генә өлгәшеп буласаҡ. Европа буйлап йөрөгән финанс көрсөгө шәүләһе һаман да күптәрҙе хәүефләндерә. Ә ҡайһы бер иҡтисадсылар бөтә донъя буйынса сираттағы көрсөктө күрәҙәләй.
Белгестәр фаразлауынса, ипотека кредиттары буйынса проценттар ҡабат төшмәйәсәк. Киреһенсә, уларҙың күтәрелеү хәүефе бар.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090