Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәрминкәнең йәме улар
Йәрминкәнең йәме уларДандың төбө — хөрмәт, хөрмәт төбө — хеҙмәт, тиҙәр. Шаранда йәшәүсе Владимир Холодков — ана шундай намыҫлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған шәхестәрҙең береһе. Улай ғынамы ни, уның татыу, эшһөйәр ғаиләһе күптәргә үрнәк. Һәр төбәктә лә Холодковтарҙыҡына тиң крәҫтиән (фермер) хужалығын осратмаҫһың.
Өс тиҫтә йылдан ашыу газ хеҙмәте етәксеһе вазифаһын башҡарған Владимир Мифодиевич фермерлыҡ эшендә лә көсөн һынап ҡарарға була.
— Ҡатынымдың, өс улымдың ныҡлы ярҙамын тоям, — ти ғаилә башлығы. — Яңғыҙым был хәтлем эште алып бара алмаҫ инем.
Ғаилә фермерлыҡ хужалығында 182 баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуларҙың 90-ы — һауын һыйыры. Ғаиләлә һәр кем үҙ эшен яҡшы белә. Оксана уңған хужабикә генә түгел, иренә һәр эштә яҡын кәңәшсе лә. Кинйә улы Александр, III класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, мәктәптән ҡайтыу менән атаһы янына ашыға. Уртансы улы Владимир ырҙын табағында иген таҙарта. Ә инде VIII класта белем алыусы Евгений тракторын да йөрөтә, хужалыҡтағы яуаплы бүтән эштәрҙе лә башҡара.
Холодковтарҙың тырышлығы ил кимәлендә лә билдәләнгән. 2010 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған ауыл хужалығы йәрминкәһендә улар көмөш миҙал менән бүләкләнә. Йәрминкәнең йәме уларБылтыр Санкт-Петербургтағы йәрминкәлә лә һынатмай Шарандың уңған ғаиләһе. Был юлы алтын миҙал алып ҡайталар.
— Фермерҙарҙы дәртләндереү, уларға ярҙам итеү өсөн республикабыҙҙа яңы программаларҙы бойомға ашырырға кәрәк, — ти Владимир Мифодиевич. — Әйтәйек, Мәскәүҙә башҡа төбәктән көмөш миҙал яулаусыларға 500 мең һум күләмендә ярҙам күрһәтелгән. Был аҡсаны улар техника алыу өсөн файҙалана.
Ауыл хужалығы һәр саҡ дәүләт ярҙамына мохтаж. Урындағы власть органдары ла ҡара ерҙә тир түккәндәрҙең эшен еңеләйтеүҙә үҙ өлөшөн индерә ала.
— Былтыр уңыш мул булыу сәбәпле, күп урынды иген һаҡлау өсөн ҡулланырға тура килде. Тик малдарҙы ла урамда тотоп булмай. Район ҡарамағындағы буш келәттәр ауыл хужалығы файҙаһына бирелһен ине, — ти Владимир Мифодиевич.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.
Шаран районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090