Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешене мал тота белеү байыта
Кешене мал тота белеү байыта Яңыраҡ Швейцарияның Давос ҡалаһында йыл һайын үткәрелеп килгән Бөтә донъя иҡтисади форумында Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов бик ҡыҙыҡлы итеп сығыш яһаны. Тик ни өсөндөр ул әйткән һүҙҙәргә тейешле иғтибар булманы. Нефткә булған юғары хаҡ беҙҙе боҙҙо, тине ул. Йәнәһе, ошоноң арҡаһында Рәсәй иҡтисады көрсөккә әҙерләнеп өлгөрмәне. Тимәк, И. Шувалов фекеренсә, бөгөнгө хәлдә нефткә булған юғары хаҡ ғәйепле, ә ул етәкләгән Рәсәй Хөкүмәтенең иҡтисади блогының бында бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ. Белмәйем, чиновниктың һүҙҙәре кемгә төбәлгәндер, әммә мине был һүҙҙәр әҙерәк аптырата биреп ҡуйҙы.

Бына нисә йыл инде белгестәр, төрлө резерв фондтарында тупланған нефттән алған килемде Америка облигацияларында тотҡансы, үҙебеҙҙең иҡтисадты үҫте­реүгә йүнәлтеү яҡшыраҡ булыр ине, тип тылҡып килде. Уларҙың кәңәшенә Хө­күмәттә ҡолаҡ һалған кеше булманы. Хәҙер иһә Рәсәй Хөкүмәте ҡабул иткән программа буйынса ошо аҡсаның күп өлөшө – 1,3 триллион һумдың 1,1 триллионы – банк системаһына биреләсәк, ә ауыл хужалығына 52 миллиард һум ғына ҡаралған. Тағы ла бер үк тыр­маға баҫабыҙ: донъя баҙарында һәйбәт конъюнктура булғанда, валютаны ре­зерв­ҡа һалабыҙ, ә көрсөк килеп тыуһа – кире таратып бирәбеҙ, башлыса, банк­тарға. Ә һөҙөмтәлә реаль иҡтисад үҫеш алмай, вәғәҙә ителгән диверсификация, модернизация, инновация ҡағыҙҙа ғына ҡалып килә. Мөм­кинлектәр булһа ла, “нефть энә­һе”­нән төшөргә баҙнат итмәйбеҙ. Яңыраҡ бер мәғлүмәткә тап булдым. Баҡтиһәң, Рәсәйҙең тикшерел­гән ер аҫты байлыҡ­тарының хаҡы 180 федераль бюджетҡа тиң икән. Тимәк, быны иҫәпләгән бел­гестәр беҙҙең ил­дең эшләмәй ошо ике быуат йәшәргә мөм­кинлеге бар икәнен күҙ уңында тотҡан.
Ярай, чиновниктарҙың килеп тыуған берәй проблемала үҙен түгел, ә икен­се­ләрҙе ғәйепләүе сәйер нәмә түгел. Әй­ҙә­геҙ, бер аҙ тарихи байҡау яһап алайыҡ.
Бынан өс тиҫтә йыл элек – 1986 йыл­да, Сәғүд Ғәрәбстаны нефть сығарыуҙы ике тапҡырға арттырып, хаҡты бер бар­релгә 15-25 долларға тиклем төшөрҙө. Был хәл СССР-ҙың юҡҡа сығыуына булышлыҡ итте. 1990 йылдарҙағы Рәсәйҙәге бөлгөнлөк ошо түбән хаҡтар арҡаһында киҫкен­ләште. XXI бы­уат башланғас, нефткә хаҡ баррелгә 100 дол­ларҙан да түбән төшмәне, тип әйтһәң дә хата булмаҫ. Тик 2008-2009 йылдарҙа әҙерәк кәмеп алды. Быға, башлыса, Ҡытай менән Һиндос­тан­дың нефткә булған ихтыяжының уртаса 20 про­центҡа артыуы булышлыҡ итте. Рәсәй был шарт­тарҙа нефть сығарыу күләмен ҡырҡа арттырҙы – тәүлегенә 10 миллион баррель менән донъяла беренсе урынға сыҡты.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында олигарх­тарҙың һалымдарҙы үҙ файҙаһына ҡулайлаш­тырыуы арҡаһында нефть компаниялары түләгән иғәнәләр законда ҡаралғандан түбән булды. Мәҫәлән, “ЮКОС” табышҡа ҡаралған 24 процент урынына – 15, ә “Сибнефть” 5,5 процент ҡына түләп килде. Владимир Путин был йәһәттән бында тейешле тәртип булдыра алды. Һөҙөмтәлә нефть компаниялары килеменең уртаса 60-80 проценты ҡаҙнаға килеп торҙо. Бының өсөн Михаил Ходорковскийҙы төрмәгә ултыртып, уның “ЮКОС”-ын дәүләт ҡарамағына күсерҙеләр, ә “Сибнефт”те “Роснефть” һатып алды. Һуңғараҡ был дәүләт компанияһы “ТНК-ВР”-ҙы ла һатып алды, ә беҙҙең “Башнефть” дәүләт ҡарамағына кире ҡайтты. “Роснефть”, һалымдан тыш, дәү­ләт­кә 25 процент дивиденд та түләй. Былар Рәсәй бюджеты килемдәренең һәм сығымдарының ҡырҡа артыуына килтерҙе. Яҡынса иҫәпләгәндә, илдең эске тулайым продукты 200 миллиард долларҙан 2000-гә тиклем етте – донъяла бишенсе урынға сыҡтыҡ. Бында нефттең роле ғәйәт ҙур – ҡаҙнаның яртыһынан күбеһе унан алған аҡсанан туплана. Иң мөһиме – ошо йылдарҙа социаль йөкләмәләр күбәйҙе. Дәүләт секторында эшлә­гән­дәрҙең хеҙмәт хаҡы, пенсиялар даими артып торҙо. Халыҡтың хәле бермә-бер яҡшырҙы. Сифатлы импорт тауарҙары һатып алыу, сит илдә ял итеү мөмкинлектәре киңәйҙе. Кәйеф-сафа ҡороуҙың яңы йүнәлештәре киң үҫеш алды, кре­диттың да яңы төрҙәре, бигерәк тә ипотеканың үҫеше күптәргә яңы офоҡтар асты. Был бәғзе­ләр­ҙе кредит ҡоллоғона төшөрҙө – һәр кем бурыс­ты ҡайтара алыуына үтә ныҡ ышанды. Улар өсөн Дәүләт Думаһы тиҙ генә шәхси бан­крот­лыҡ тура­һында закон ҡабул итә һалды. Рә­сәй төбәктәре лә бурысҡа батты – уларҙы ҡот­ҡа­рыу өсөн яңы планда айырым сумма ҡаралған.
1998 йылдағы дефолттан һуң Рәсәй етәксе­леге резерв фондтар булдырғайны. 1999 йылдың 2 апреленә унда 10,7 миллиард доллар иҫәплән­һә, 2008 йылдың 8 авгусына Рәсәйҙең алтын-валюта запасы 598,1 миллиард долларға етте. 2008 йылдағы көрсөк арҡаһында был резервтар Рәсәй иҡтисадын ҡотҡарыуға йүнәлтелде. Ике йыл эсендә ул 37 процентҡа кәмеп, 2009 йылдың мартына 375 миллиардҡа тиклем төштө. Шунан һуң ул арта барып, 2013 йылдың майында үҙенең максимумына етте – 533,5 миллиард доллар. Һумды ҡотҡарыу өсөн Үҙәк банк был резервтар­ҙы тотонғас, 2014 йылдың аҙағында ул 388,5 миллиардҡа барып төштө.
Рәсәй етәкселеге һуңғы ваҡытта алтын запасын тулыландырыу менән әүҙем шөғөлләнде. 2014 йыл­дың июленән сентябренә тиклем донъялағы дәүләттәрҙең үҙәк банктары 92,8 тонна алтын һатып алған, шуның 59 проценты Рәсәйгә тура килгән. Ҡаҙағстан менән Азербайжан да беҙҙән ҡалышмай – улар 28 һәм ете тонна һатып алған. Бөгөн беҙ алтын запасы буйынса хатта Ҡытайҙы уҙып китеп (беҙ­ҙә – 1149,8 тонна, уларҙа – 1054,1 тонна), донъяла бишен­се урынға сыҡтыҡ.
Шуныһы ҡыҙыҡ: беҙҙә ха­лыҡ­тың йәшәү кимәле күтә­рел­һә, көнбайыш дәүләттәрендә 2008 йылдан һуң халыҡ, кире­һенсә, хөртөрәк йәшәй башла­ны. Әммә мул тормо­шо­боҙҙоң иҡтисади ­нигеҙендә хеҙмәт етештереүсәнлегенең шул уҡ кимәлдә үҫеше ятмай. Хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса Европанан ике-өс, АҠШ-тан өс-дүрт тапҡырға ҡалышабыҙ. Беҙҙең кимәл бөгөн Чили, Аргентина, Латвия, Литва, Эс­то­ния менән тигеҙ тип иҫәп­ләр­гә була. Белгестәр феке­­ренсә, бөгөн эшләгәне­беҙ­гә ҡараған­да ике тапҡырға яҡшыраҡ йәшәйбеҙ. Нефть ме­нән газға юғары хаҡ арҡаһында ғына килеп тыуған муллыҡтың йәм­ғиәткә кире йоғонтоһо, би­ге­рәк тә йәш быуынға ҙур бул­ды. Мәктәпте бөтөүгә ма­ши­налы, фатирлы булған йәштәрҙә был хөрриәт донъяла эшләмәйенсә лә матур йәшәргә мөмкин тигән фекер тыуҙырҙы. Белмәйем, уларҙың хеҙмәткә булған бындай ҡара­шы үҙгәрерме икән?
Рәсәй иҡтисадының тик нефт­кә бәйле булыуын, башлыса, һумдың доллар менән евролағы хаҡы менән сағыш­ты­рыуҙан сығып әйтәләр. Баҡ­ти­һәң, беҙҙең хеҙмәткә түләү ҙә нефть хаҡына туранан-тура бәйле икән. Бынан 15 йыл элек уртаса эш хаҡы 10 баррель нефт­кә (хаҡы 10 доллар бул­ғанда) тура килә ине, уның ха­ҡы 100 доллар булғанда ур­таса хеҙмәт хаҡы шул уҡ 10 баррель нефть хаҡына – 1000 дол­лар­ға – тиң булды. Хаҡтың 40-50 дол­ларға төшөүе чинов­ник­тар­ҙа кешенең эш хаҡын уртаса ике тапҡырға кәметергә кәрәк тигән фекер тыуҙы­ры­рына шигем юҡ – быны көтөргә күп ҡал­маны. Әлбиттә, туранан-тура быға бар­маясаҡтар. Уның башҡа юл­дары ла етерлек. Шул уҡ аҙыҡ-түлеккә, әйбер­гә хаҡтың артыуын әйтеү ҙә етә.
Бер сағыштырыу килтерәм. Бөгөн Рәсәй етеш­тер­гән эске тулайым продукт яҡынса 1990 йыл­да­ғыға тиң. Ә йәшәү кимәлен сағыштырһаҡ, айыр­ма бик ҙур. Әйткәнемсә, мул йәшәүебеҙҙең төп сәбәбе иҡтисади үҫеш түгел, ә нефткә булған хаҡ.
Әгәр Рәсәй бюджеты ғәҙәткә ингән бер нисә триллион һумдан ҡолаҡ ҡаҡһа, социаль гаран­тия­ларҙы ҡыҫҡартырға мәжбүр буласаҡтар. Бәлки, ошо көрсөк беҙҙе яңыса йәшәргә өйрәтер? Юҡҡа ғына халыҡ, аш ҡәҙерен белмәһәң, аслыҡ бирер язаңды, тип әйтмәгәндер.


Автор: Ғәли ӘХМӘТ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 247

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090