Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кәсеп түгел — йәшәү рәүеше...
Кәсеп түгел — йәшәү рәүеше...Шишмә районында көслө рухлы башҡорт ҡатыны дүрт тиҫтә йылҡы тотоп, ҡымыҙ, ҡаҙы һатып донъя көтә
Бала саҡтан егәрле булып үҫкән Зөһрә апай. Әүфәс тә — ер кешеһе, етмеш төрлө һөнәр эйәһе. Иретеп йәбештереү тиһеңме, электр, техникамы, балта нескәлектәре булһынмы — һәр эштә оҫта. Тырышып донъя көтә улар. 1992 йылда, илдә буталышып баш түбән әйләнгән саҡта, ғаилә фермерлыҡ эшенә тотона.

Ер, ир һәм ваҡыт ҡәҙерен белгән замандаш

Бөгөн өлкән ҡыҙҙары БДУ-ны тамамланы, кейәүҙә. Хәҙер икенсе юғары уҡыу йортона уҡырға ингән. Гөлүсә Заһир Исмәғилев исемендәге музыка колледжында думбыра, пианино класында уҡый, һәйбәт өлгәшә. Был ҡыҙҙар малайҙарға алмаштырғыһыҙ, һыбай ҙа сабалар, машинала ла йөрөйҙәр. Балаларҙа бәләкәстән яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләнергә тейеш. Ғөмүмән, кеше ни өсөн тыуғанын, ни өсөн йәшәгәнен белергә бурыслы. “Был турала ата-әсәләр әҙ уйлана. Балаларына, быуындары нығыныр, аҡыл йыйыр, тәжрибә туплар саҡта, ниңәлер еңел тормош ҡына бирергә ынтылалар. Бер кемдең дә ауыр эштән йығылғаны юҡ. Киреһенсә, әсе тир аша характер нығына, тормошҡа ҡараш асыҡлана”, — ти әңгәмәсем.
Туҡһанынсы йылдарҙа ғаилә игенселек, йәшелсәселек менән шөғөлләнә. Уңыш була, техника табыла, баҫыуҙағы байлыҡ йыйып алына. Тик уны ҡайҙа һаҡларға, ҡайҙа илтеп һатырға? Эй, ул саҡта игендең хаҡы эшләгәнеңде ҡапламаҫ. Үҫтергән картуфты Өфө баҙарына барып та һаталар, игенде осһоҙлата яҡын-тирәләге ауыл кешеләренә ит, башҡаһына алмаштыралар. Тырышлыҡ менән йүнселлек кенә уңыштың башы түгел икән әле. “Уйланылмаған, крәҫтиән хеҙмәтен баһаламаған, һанламаған закондар фермерҙарҙы ҡаҡшатты ғына түгел, сығырынан сығарҙы. Тик беҙ ҡул һелтәп, барыһын да ваҡыт, заман ағышына тапшырманыҡ. Әле уйлайым да, тәүәккәллек менән түҙемлек төп ҡоралыбыҙ булған. Шуға бирешмәгәнбеҙ. Әүфәс тә артҡа боролор ир заты түгел ине”, — шулай ти бөгөн Зөһрә апай.
Бара-бара моңайып, хәсрәтле лә булып китә ул. Тормош иптәшен иҫкә төшөргәндә тынлыҡ йышыраҡ ҡабатлана. Иренен ҡымтып-ҡымтып ала. Һыҙлана ҡатын, эстән һыҙа...
— Дүрт йыл тулды... мәрхүм булыуына, — Зөһрә апай тағы тәҙрәгә ҡарап ала. Әйтерһең, унда һин юҡһынған кеше йөрөй. Күңел һыуынмаһа, йөрөйҙөр ҙә. Нимәгәлер ышанмаһа, мөғжизә көтмәһә, кеше өмөтһөҙгә әйләнә бит. — Үлерен алдан белеп ултырҙы ул. Балаларға артабан нисек йәшәргә кәрәклеген һөйләп, аңлатып үлеп китте. Юҡ-бар һөйләп, балаларҙың башын ҡатырма, зинһар, тип әрләшһәм дә, үҙем дә һиҙенгәйнем.
Әүфәс ағайҙы был яҡта йүнсел фермер булараҡ ҡына түгел, дауалаусы-экстрасенс тип тә беләләр. Кешеләр ағылып килгән уға. Дауаһын да, күңел тыныслығын да алғандар. Өмөтһөҙҙәр — өмөтлө, таяҡлылар таяҡһыҙ сыҡҡан был өйҙән. Тик бына...
— Күпме сирлене аяҡҡа баҫтырҙы, ә үҙен һаҡлай алманы, — тыныс ҡына әйтелгән һүҙҙәрҙә һағышлы сың да бар ине. Тынлыҡ урынлаша. Оҙаҡ ҡына тышҡа ҡарап ултыра биргәс, һүҙен бөтөнләй икенсе юҫыҡта дауам итә ҡатын. — Мин тәбиғәтем менән бөтөнләй ҡала кешеһе түгел. Элек ҡалаға барһам, арып ҡайта торғайным. Иптәшем менән нисек Өфө баҙарында килограмлап үлсәп картуф һатып ултыра алдым икән тип хәҙер аптырайым. Йәшлек һерелеге булғандыр инде. Ялан аяҡ йөрөп, ерҙең йылыһын, тупраҡтың ҡыштыр-ҡыштыр килгәнен тоймаһам, ҡырыҫлана башлайым. Ҡанаттары киҫелгән ҡош кеүек тоям үҙемде. Талпынам-талпынам, осоп китә алмаҫмын кеүек...
Кешеләрҙең ер яҙмышына шул тиклем еңел ҡарауына хайран ҡалам бөгөн. Йәнем әрней шуға. Ерһеҙ башҡорт — ашһыҙ әҙәм ул. Нисек быуындан быуынға күсер хазина-ҡомартҡыны еңел генә һатып ебәрергә була һуң?! Дим буйы башҡорттары ерен арендаға биреп бөткән — аптырарһың. Ерһеҙ халыҡтың киләсәге ҡурҡыныс бит ул, — был һүҙҙәрен уфтанып әйтте фермер.
Бөгөн нескә хисле, тәпәшәк буйлы ҡатын иңендә 65 гектар ер ята. Уның ун гектарында һоло үҫтерһә, ҡалғанына үлән сәсә. Әйтеүе генә рәхәт, 40 баш йылҡы малын ҡарарға кәрәк тәһә!

“Аҡбуҙат” эпосындағылай...

Нисек йылҡыға тотоноп киткән һуң Усмановтар?
— Һуғымға ауылдашыбыҙ Хәмит ағайҙан бейә алғайныҡ. Ашап, көрәйеп китте был. Шул ҡара көҙҙә атайым ҡунаҡҡа килеп төштө. Донъябыҙҙы күҙҙән үткәреп, һаҡал-мыйығын һыйпап йөрөнө был. Кискеһен Әүфәскә былай тип кәңәш бирҙе: “Кейәү, был бейәгә бысаҡ һалма. Ул һинең урамың күрке, ихатаң йәме буласаҡ. Ышан миңә!” Ирем юҡ тип тә, эйе тип тә әйтмәне. Мин сыпрандарға тотондом, ул бейәгә кейәүең иғтибар ҙа итмәйәсәк, мин ҡараясаҡмын бит, миңә төшәсәк мәшәҡәте, тим.
Шулай ҙа оло кешенең һүҙен йыҡмай Усмановтар. Ҡыш сыға малҡай. Уңарса булмай, аҡыллы һәм тыңлаусан йән эйәһенә хужалар үҙҙәре лә ылығып китә. Ҡыҙҙар уға ҡулдан икмәк ашатып бер була. Сабыр ғына ҡарашлы бейәнең икмәкте һәрмәгәндә ҡалтырауыҡ ирендәре, ҡытыршы теле усты ҡытыҡлап алғанда рәхәтләнеп көлә улар. Бесән һалғанда бейәнең ҡыуаныслы ауаздары, ашағанда сама белмәй бышҡырып ебәреүҙәре, ысынлап та, техника баҫҡан урамға бермә-бер йәм бирә. Бала сағында ат ене ҡағылған Зөһрә лә нисектер бейә янында күңел тыныслығы тапҡандай була.
Икенсе көҙөнә, шөкөр, тағы ашлыҡ уңа. Тик уны ҡайҙа, нисек һатырға? Ғаилә бер ҡарарға килә: игенселек, баҡсасылыҡтан тыш, бәлки, малсылыҡ тармағына ла иғтибар биреп ҡарарға кәрәктер? Улар Дим буйына сыға. Игенгә алмаштырып, алты ҡарт бейә алалар. Һарайҙы ҙурайталар, мал аҙығы етерлек әҙерләнгән була.
— Уйламағанда йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеп алдыҡ та киттек. Ҡарт бейәләрҙе яйлап-яйлап яңырта барҙыҡ. Бала саҡта алған һабаҡтарҙы яңынан иҫкә төшөрөп, ҡымыҙ бешеү эшенә ныҡлы тотоноп киттек. Йылҡы тотҡас, итенә генә ҡарап тороп булмай... — Зөһрә апай бушаған кәсәгә ҡымыҙ өҫтәй. — Ана шулай, ваҡыт барыһын да ала, ҡасандыр Хәмит ағайҙан алған бейә “Аҡбуҙат” эпосындағы Йылҡысыҡҡан күленән бер өйөрҙө эйәртеп сыҡҡан кеүек хәҙер. Ул ваҡыт араһында күргән ыҙалар, килеп сығырмы юҡмы тип шикләнеүҙәр, мал ауырыһа, һыҙланыуҙар — барыһы ла онотолған инде.
— Тәүге бейә иҫәнме әле?
— Юҡ шул. Йәш бейәләр тибеп, аяғын һындырҙы. Был үҙенең бында төп хужа икәнен белдергән икән, йәш-елкенсәк аңлаймы ни? Үҙе артыҡ ғорур ҙа ине шул. Бик йәл булды...
Зөһрә апайға ҡымыҙҙы ҡайҙа сығарып һатайым икән тигән хәстәр юҡ. Беҙ һөйләшкән арала ғына бер нисә кеше килеп алып китте шифалы эсемлекте. Күрше-тирәнән, ҡымыҙҙы бер тәмләп, тәмен онота алмаған ситтәрҙән артмай икән. Бөгөн өйөрҙә тиҫтә ярым тирәһе һауым бейәһе бар. Фермер әйтеүенсә, өлкән бейәләр көнөнә — 2–2,5, йәшерәктәре 1–1,5 литр һөт бирә. Ағас көбөлә Зөһрә апай үҙ ҡулдары менән бешә. Автоматлаштырырға уйламайһығыҙмы, тип һорағайным да, апай, көлөмһөрәп: “Беләктә көс бар бит әле, — тип ҡуйҙы. — Ҡымыҙ йорто асҡас, ҡустыларым, яйларбыҙ, тип вәғәҙәләй. Унан һуң ҡул менән бешкән ҡымыҙ тәмлерәк һымаҡ миңә. Бала саҡта Дим буйында япма эсендә ҡымыҙ бешкән әбейҙәрҙең, көбөгә һөттө һалып, аҫҡа-өҫкә болғатҡанда изге теләктәр генә теләп тор, тип өйрәткәндәре лә иҫемдә. Теләктәрем һәр саҡ изге”.
Ҡымыҙ бешергә Зөһрә апайға өләсәһе өйрәткән. Өс кәзә һауып, ҡымыҙ бешкән ул.
— Мөгәрәпкә төшөрөп әсетә торғайны нәнәйем. Ҡымыҙҙы шунда ғына, мөгәрәптән сыҡмай ғына эсәһең. Күрәһең, өҫкә мендереп, мулланып ултырырға күп тә булмағандыр, икенсенән, һалҡын килеш күтәреп ҡуйыуы үҙе бер кинәнес бит, — шулай тип иҫләй ул.
Әйтеүенә ҡарағанда, тыуған яғы Дәүләкәндә, Ҡара Яҡуп менән сағыштырғанда, ҡар йоҡараҡ. Унда, Ярыштау итәгендә, ҡарҙы буран һепертә, шуға аттар оҙон ҡыш буйы тибендә йөрөй ала. “Атайым аттар артынан һарыҡтарҙы ла төшөрә торғайны, — тип һөйләй ул. — Бында ҡар ҡалын, тибенеп ашауы ауыр, йылҡылар күтәртергә мөмкин. Февраль – март айҙарында аттарҙы бесән һалып, фураж биреп тотмайынса булмай”.
Ҡымыҙҙан тыш, Зөһрә апай ҡышҡыһын йылҡы ите, ҡаҙылыҡ та һата. Әйтеүҙәренсә, уның ҡаҙылығы ла телде йоторлоҡ була икән. Серен әҙерәк аса биреп ҡуйҙы. Эсәккә тултырыр алдынан ҡабырға ите менән эсендәге майҙы, төрлө тәмләткестәр ҡушып, бер тәүлек тирәһе тотоп быҡтыраһың. Тәмләткестәрҙең тәме ит менән майға һеңә. Ә бешергәндә, һүҙ ҙә юҡ, эсәк йыртылып китмәһен өсөн энә менән тишкеләп торорға кәрәк.
— Ирегеҙ вафат булғас, барыһына ҡул һелтәп, эшегеҙҙе ташлағығыҙ килмәнеме? — Ауыр булһа ла, был һорауҙы бирмәйенсә булдыра алманым.
— Юҡ. Балаларым тәүҙә малдарҙы ашата, шунан һуң ғына үҙҙәре өҫтәл артына ултыра. Ат тотоу — эш, яратҡан кәсеп кенә түгел, ә йәшәү рәүеше хәҙер. Унан һуң, киләсәк алдында яуаплылыҡ бар ҙаһа. Аталарынан ҡалған мираҫ та ул, уны нисек юҡҡа сығараһың, — көслө ҡатындың яуабы был.

Бейәгә лә бала ҡәҙерле

Ат “двур”ын ҡарарға тип, ихатаға сыҡтыҡ. Тәүҙә оло йортҡа иптәш булып семәрләп эшләнгән матур бәләкәсерәк өй күҙемә ташланды. Кемдер шул тиклем күңел биреп биҙәк һалған. Ҡупшы, бик ҡупшы йорт. Бая ингәндә нисек күрмәй үткәнмен? Оҙонса ихатаны, “ҡарышлауыҡлы” трактор, арба тағылған “Беларусь”, көплө еңел машина менән тулған тағы бер ихатаны үткәс, оҙон һарай күренде. Ире иҫән сағында ашлыҡ һалырға таш келәттәре була уларҙың. Урындағы етәкселектең һорауы буйынса яңыраҡ уны ошо оҙон ағастан һалынған ат һарайына алмаштыралар. Берҙән, яҡын, икенсенән, йылҡыларға ла уңайлы.
Күпме хеҙмәт һалынған. Оло эште аҡылы булған әҙәм былай ҙа күрә, хөрмәт итергә тейеш. “Таңғы алтынсы яртыла торам, икенсе киткәс ятам. Мал көткәндә ял көндәре юҡ”. Уның араһында йорт-ҡураны ҡарарға, бесәнен әҙерләп өлгөрөргә, емеш-еләген, картуфын, башҡаһын да үҫтерергә кәрәк.
Аттар эҫенән ҡасып, һарай күләгәһенә һырынған. Гөлүсә кәртә аша сығып, һәр атты һыйпап, исемләп хәлдәрен һораша. “Һандуғас”, “Ласточка”, “Сирень”... — Аттар янына Зөһрә апай ҙа үтте. Ҡалай һағынып та өлгөргән улар хужаларын, һалҡында рәхәтләнеп ҡойроҡ болғап торған малҡайҙарҙың барыһы хәрәкәткә килде, сәләмләп бышҡырҙы.
Ат һарайына үтәбеҙ. Ишек төбөнән үк айғыр ҡаршы ала.
— Әлегә урыны бында уның, әҙерәк хәл алғас, сығыр, — тип, янындағы мискәнән һоло һала апай. Ҡолондар айырым бикләнгән. Бигерәк теремек үҙҙәре, күҙҙәренән, хәйләһеҙ хәрәкәттәренән сафлыҡ бөркөлөп тора. Киске алтынан һуң сыға улар әсәләре янына. Шуға өйрәнгәндәр. Ҡолондарҙы бында тотмаһаң, ҡымыҙ булмай. Үҙҙәренең дә эҫелә яланда сабып йөрөгөһө килмәй. Иртән бик теләп ҡалалар.
— Әсәләренән нисек айыраһығыҙ һуң?
— Үҙҙәре ятып ҡала, әсәләре боролоп та ҡарамай. Ә бына тәүге айырғанда... Имгәнеү генә түгел, үлеп ҡалыуың да бар. Һарай ишеген асып, бейәне сығараһың да, ҡолонон ҡапыл ғына эстә ҡалдыраһың һәм бейәне ҡысҡырып ҡыуаһың, ҡурҡып баҙап ҡалһаң, бейә үҙеңде тибеп, тешләп ташлауы мөмкин. Ул да әсә, уға ла балаһы йәл. Ышаныслы рәүештә ҡыуырға кәрәк. Аҙаҡ үҙҙәре лә өйрәнә. Балаларын бер кем дә алып китмәүен аңлай улар.
Бейәләрҙе көнөнә өс тапҡыр һауалар, аҙаҡ ҡымыҙын бешәләр.
Ат һарайы янында ҡымыҙ йортоноң нигеҙе һалынған, бураһы буралған.
— Бына ошо ерҙә киләсәктә ҡымыҙ йорто булыр тип торабыҙ, — Зөһрә апай, биләмәһен күрһәтеп, пландары менән ихлас уртаҡлаша. — Бер яғында ҡымыҙ бешһәләр, икенсе яғында ултырып, ҡымыҙ эсеп ял итеү мөмкинлеге булыр, тибеҙ. Бик тә арығандар мунса инеп, кинәнес алырға мөмкин.
Шәп. Уйлағандары тормошҡа ашырға ғына яҙһын.
— Ир ҡулы етмәгәне һиҙелмәй ҡалмайҙыр... — ипләп кенә өндәшәм.
— Етмәй. Ҡустыларым килеп ярҙам итә. Йыл да отпуск алып, бесәнде эш итеп ҡуябыҙ. Ярҙам һорап ауылдаштарға мөрәжәғәт итәбеҙ.
— Һеҙҙең был күркәм донъяғыҙ үҙе бер дәүләт кеүек. Был дәүләтте тәртиптә һәм үҫештә тотор өсөн егәрле, йүнсел генә түгел, аҡыллы һәм заманса ҡарашлы булырға кәрәк.
— Һелтәнмәһәң, ат та ҡуҙғалмай, тырышлыҡ, тәүәккәллек кәрәк, тим мин.
Эш кешеһе ваҡытында эшен теүәлләргә ашыға торған, йөк булғы килмәй, ҡуҙғалырға булдыҡ. Ҡапҡаға үрелгәндә ҡупшы өйгә тағы ла иғтибар итеп, ҡалай күркәм, бигерәк зауыҡлы биҙәлеп, әкиәт өйөн хәтерләтә, тип ҡуйҙым.
— Эйе, йәйге йорт ул. Күркәм дә, ҡунаҡсыл да, ҡотло ла өй булды. “Таныш түгел таныштар” телефильмын төшөргәндә унлап артист аҙналар буйы йәшәне. Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә лә булды. Ҡасандыр ҡабыҡ ҡына өйҙәрҙә йәшәгән башҡорттар хәҙер зауыҡ менән биҙәлгән йортта йәшәй, тип һоҡланып, фотоға ла төшөрҙө.
— Ҡото китмәһен! — шулай тинем.
Хәләл тире тамғанға өйө лә ҡотло, ҡымыҙы ла тәмле, эше лә бара Зөһрә апайҙың.
Мөнир ҠУНАФИН.
Шишмә районы,
Ҡара Яҡуп ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 492