Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хоҙайға ышан, үҙең ҡымшан
Хоҙайға ышан, үҙең ҡымшан
Нефткә хаҡтар төшә башланы. Өс ай эсендә ул 15 процентҡа кәмене. Әммә бензин ҡим­мәт­ләнә бирә. Тиҙҙән газға ла хаҡтың түбә­нәйеүен күҙалларға була. Был иһә Рәсәйгә ҡаршы иғлан ителгән санкцияларҙан да ҡурҡынысыраҡ.


Нефть һәм газ Рәсәй эске тулайым продукт­ының өстән бер өлөшөн тәшкил итә, ә федераль бюд­жеттың — 48-52, экспорттың 60 процентын алып тора. Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында нефткә хаҡтың 4 йыл эсендә өс тапҡырға кәмеүе Советтар Союзын дөмөктөрөүгә сәбәп булғаны хәтерҙән сыҡмаған әле. Шулай уҡ ярты йыл дауамында аҫҡа тәгәрәгән хаҡтар 1998 йылдың август дефолтына килтерҙе бит. 2008 йылда нефттең 5 айҙа дүрт тапҡыр арзанайыуы көрсөккә булыш­лыҡ иткәйне, ярай әле ярты йылдан хаҡ йәнә артып китеп, Рәсәйҙе ҡотҡарып ҡал­ды. 2012 йылдың мартында баррель 125 долларға тиклем күтәрел­гәйне, бөгөн 90 дол­ларҙан да түбән төштө. Был тағы ла ярты йыл дауам итһә, беҙгә сәйәси ландшафттың ҡырҡа үҙгәреүен көтөргә ҡаласаҡ. Көнбайыш дәүләт­тәренең Ираҡта һәм Сүриәлә барлыҡҡа килгән яңы ислам дәүләтенә ҡаршы ойоштора башлаған һуғышына өмөт бағлағандар Рәсәйҙең хәле еңе­ләйергә тейеш, ти.
Нефттең хаҡы доллар курсына буй­һона. АҠШ валютаһының хәле мөш­көлләнеп, уның курсы 1,1-1,15 евро­ға етһә, нефттең хаҡы 80 долларҙан түбән төшәсәк. Шунлыҡтан Рәсәйҙең яҙмышы ошо курсҡа бәйле, тип әйтһәң дә, хата булмаҫ.
Нефть һатыусы дәүләттәр доллар­ҙың арзанайыуын нефткә баһа өҫтәп ҡапларға тырыша. 2000 — 2008 йыл­дарҙа доллар курсының төшөүе “ҡара алтын”ға хаҡты арттырҙы. Нефть тап­ҡан дәүләт­тәрҙәге хәлдең ҡырҡыу­ла­шыуы ла ни өсөндөр хаҡтың күтә­ре­леүенә килтермәй башланы.
Һуңғы айҙарҙа доллар курсының үрләй барыуы нефткә хаҡтарҙы йәнә төшөрә. Бының күпме дауам итәсәген бер кем дә белмәй. Әгәр ҙә ошо хәл тағы ике-өс йыл дауам итһә, Рәсәйҙең донъя баҙа­рында тотҡан урынын һаҡлап ҡалыуына шик ҙур. “Көтмә Алланан, көт балтанан” тигәндәй, Рәсәйгә күптән иғлан ителгән реформаларҙы етеҙерәк тормошҡа ашырырға кәрәк. Беренсе сиратта, бөтә тауарҙы ситтән һатып алғансы, үҙебеҙҙә етеш­тереү әмәлен эҙләргә ваҡыт.

Илдар ҒӘБИТОВ,
иҡтисад фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 322

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 381

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 265

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 337

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 287

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 358

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 360

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 260

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494