Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Инвестициялар ҡайҙа – үҫеш тә шунда
Инвестициялар ҡайҙа – үҫеш тә шунда
Иҡтисади санкцияларға бәйле киләсәктә илебеҙгә аҙыҡ-түлек ҡытлығы янауы, эшкәртеү сәнәғәтендә ауырлыҡтарҙың һәм инфляцияның көсәйеүе тураһында төрлө фекерҙәр ишетелә. Әлбиттә, барыһы ла хәл иткес дәрәжәлә аграр тармаҡҡа дәүләт ярҙамы хаҡында вәғәҙәләрҙең күплегенә түгел, ә етештереү ҡеүәттәренең тулы көсөнә файҙаланылыуына, аҙыҡ-түлек етештереүселәр өсөн йоғонтоло стимулдарҙың эшкә ҡушылыуына бәйле.


Рәсәй Президенты 2010 йылдың 30 ғинуарында ҡул ҡуйған Рәсәй Федерацияһының Аҙыҡ-түлек именлеге доктринаһына ярашлы, халыҡтың иген, шәкәр, ит һәм һөт аҙыҡтары, балыҡ, йәшелсә һәм башҡалар менән тәьмин ителеше 80 – 95 проценттан да түбән булырға тейеш түгел.
Башҡортостандың аграр хужалыҡтары урындағы халыҡтың тармаҡ продукцияһына ихтыяжын нигеҙҙә ҡәнәғәтләндерә. Башҡортостан Статистика идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1 сентябргә республикала 1290,6 мең баш, йәғни былтырғы ошо осорға ҡарағанда, 1,9 процентҡа кәмерәк һыйыр малы теркәлгән. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм шәхси эшҡыуарҙар һыйыр малын бер йылда 15 процентҡа арттырһа, ауыл хужалығы ойошмалары һәм шәхси ҡураларҙа ул 6,5 һәм 1,5 процентҡа аҙыраҡ күренә. Һауын һыйырҙар барлығы 496,5 мең баш булып, яртыһынан күберәге – 283,6 меңе — шәхси ҡураларҙа аҫрала. Ауыл хужалығы ойошмаларында 166,9 мең баш (2013 йылға — 94,1 процент) теркәлгән булһа, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында һәм шәхси эшҡыуарҙарҙа 46 мең баш (15 процентҡа күберәк) һыйыр һауыла.
Быйыл ғинуар—августа Башҡортостанда бөтәһе 199,5 мең тонна ит етештерелгән. Былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда, үҫеш – 8,7 процент. Ит етештереүҙе ауыл хужалығы ойошмалары – 21, ә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм шәхси эшҡыуарҙар 16,8 процентҡа арттырған. Шәхси аҙбарҙарҙа 93,8 мең тонна ит етештерелһә лә, был 2013 йылғы кимәлдән түбәнерәк. Ит һәм һөт етештереү йәһәтенән райондарҙың күрһәткестәре араһындағы айырма ер менән күк араһы кеүек, бәлки, ҡайһы бер райондарҙа иҫәп алып та барылмайҙыр, уныһын закон тыймай.
Иң күп ит Мәләүез районында етештерелә – 17689 тонна. Өфө (9832), Благовещен (9660,7), Стәрлетамаҡ (6981) һәм Благовар (4964) райондарында ла ит малсылығының һөҙөмтәләре юғары. Ә бына Архангел, Белорет, Бөрйән, Мишкә райондары буйынса мәғлүмәттәр бөтөнләй юҡ. Йылайыр, Ҡалтасы, Кушнаренко, Салауат райондарында етештерелгән ит 100 тоннаға ла етмәй. Асҡын, Балаҡатай, Ғафури, Ҡыйғы, Нуриман, Хәйбулла райондарында ла тулайым продукция 200 тоннанан артмай.
Һөт һауып алыу буйынса Саҡмағош районы малсыларына тиңләшеүсе — 27797 тонна – күренмәй. Стәрлетамаҡ (25634), Дүртөйлө (21627), Илеш (17694), Тәтешле (13467), Ауырғазы (12976), Өфө (11671), Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Миәкә райондарында ла 10 мең тоннанан күберәк һөт һауылған. Йылайыр районы графаһында өс нөктә торһа, Архангел, Белорет, Бөрйән, Хәйбулла райондарында ла һөт малсылығының һөҙөмтәлелеге сикһеҙ дәрәжәлә түбән. Ләкин был күңелһеҙ хәлдең төп сәбәбе иң элек тармаҡҡа капитал һалыуҙар, йәғни инвестициялар менән аңлатыла. Сер түгел: республиканың көнбайыш райондарында өлгәшелгән һөҙөмтәләр “500 ферма“ программаһының үтәлешенә бәйле.
Статистика идаралығы шулай уҡ 2000 — 2013 йылдарҙа ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса мәғлүмәттәр ҙә бирә. Быуат башында Башҡортостанда 27,5 миллиард һумлыҡ продукция етештерелһә, былтыр ул 124,7 миллиард һумға еткән. Ауыл хужалығы ойошмалары буйынса был күрһәткестәр тиңдәшле рәүештә — 13,8 миллиард һәм 37,9 миллиард һум булһа, шәхси аҙбар хужаларында — 13464 миллион һәм 79036 миллион һум, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында һәм шәхси эшҡыуарҙарҙа — 298,8 миллион һәм 7704,6 миллион һум.
Ун өс йылда игенселектә продукция етештереү 12663 миллион һумдан 53038 миллион һумға етһә, ул тиңдәшле рәүештә ауыл хужалығы ойошмаларында – 8001,9 миллион һәм 19180 миллион, шәхси ҡураларҙа – 4444,6 миллион һәм 29800 миллион, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында һәм шәхси эшҡыуарҙарҙа 216 миллион һәм 4058 миллион һум булыуы күренә. Малсылыҡта ла ярайһы үҫеш күҙәтелә: шул уҡ осорҙа продукция етештереү 14888,7 миллион һумдан 71645 миллион һумғаса үҫкән. Ит һәм һөт етештереүҙе ауыл хужалығы ойошмалары 5786,6 миллион һумдан 18762 миллион һумға, шәхси ҡуралар – 9020,2 миллион һумдан 49236,6 миллион һумға, ә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм шәхси эшҡыуарҙар 81,9 миллион һумдан 3646,6 миллион һумға еткергән. Күренеүенсә, хосуси секторҙа үҫеш йылдамыраҡ, һәм был киләсәктә уның аграр өлкәлә тулыһынса өҫтөнлөк итәсәге хаҡында һөйләй.
Дөрөҫ, аграр хужалыҡ продукцияһы етештереү һауа шарттарына ҡарап үҙгәреш кисергән йылдар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, 2008 йылда продукция етештереү 81642 миллион һумдан 105123 миллион һумға етһә, 2010 йылда ҡоролоҡ арҡаһында 88636,4 миллион һумға саҡлы кәмене. Малсылыҡта был күрһәткестәр 60897 миллион һәм 56683 миллион һум тәшкил итә, һәм уның иң элек аҙыҡ базаһына бәйлелегенә ишаралай.
Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа һарыҡ һәм кәзә үрсетеү әүҙемләшә. Яңыраҡ “Башинформ“ агентлығы Туймазы районы эшҡыуары Фазыл Ғәлимовтың элиталы тоҡомло һарыҡтар һатып алыу һәм аҙбар төҙөү өсөн 5,7 миллион һум грантҡа эйә булыуы хаҡында хәбәр итте. Былтыр Ейәнсура районының Хоҙайбәндә ауылында ла Волгоград өлкәһенән 1800 һарыҡ алып ҡайтҡайнылар. Борай районынан шәхси эшҡыуар Камил Фәхретдинов романов тоҡомло һарыҡтар ишәйтеү менән 2011 йылдан бирле шөғөлләнә һәм киләсәктә ферма төҙөргә йыйына. Тоҡомло кәзә үрсетеп, шифалы һөт һәм ҡымыҙ етештереүселәр йылдан-йыл күбәйә.
Ғинуар — августа Башҡортостанда 909,9 мең баш ваҡ мал теркәлеп, йыллыҡ үҫеш 1,6 процент тәшкил иткән. Һарыҡ һәм кәзәнең хәл иткес өлөшө — 795,4 мең баш — шәхси аҙбарҙарҙа аҫрала. Ауыл хужалығы ойошмаларында ла тармаҡҡа иғтибар артҡаны һиҙелә: мәҫәлән, бер йылда улар ваҡ мал иҫәбен, 32,6 процентҡа ишәйтеп, 21,7 меңгә еткергән. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм шәхси эшҡыуарҙар 92,8 мең баш һарыҡ һәм кәзә (үҫеш – 4,7 процент) аҫрай.
Аграр тармаҡта Башҡортостан илдә алдынғы урындарҙы биләй. Мәҫәлән, һыйыр малы иҫәбе буйынса республика беренсе булһа, ит етештереү буйынса – алтынсы, ә һөт буйынса – икенсе урында. Был тармаҡта файҙаланылмаған резервтар етерлек булыуы һәм уларҙы эшкә тиҙерәк ҡушыу зарурлығы тураһында һөйләй.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487