Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бурысҡа батырған “йомартлыҡ”
Бурысҡа батырған “йомартлыҡ”
Рәсәй Үҙәк банкы (тейешле законға ярашлы – финанс өлкәһендәге мегарегулятор) етәкселегенә яҡташыбыҙ Эльвира Нәбиуллина килгәндән һуң системала тәртип урынлаштырыла башланы кеүек. Әйтәйек, бер нисә банк (араларында бик ҙурҙары ла бар) лицензиянан ҡолаҡ ҡаҡты. 2008 йылдағы финанс көрсөгөндә ауыр хәлгә төшкәндәрен ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә ҡотҡарғандан аҙаҡ бик хәүефле эшмәкәрлек алып барғандары асыҡланды.



Үҙәк банк мәғлүмәттәре буйынса 2012 йылда коммерция банктары мегарегулятор сығарған аҡсаға ҡарағанда 22,104 триллион һумға (80 процентҡа) артығыраҡ кредит бирһә, былтыр 26 триллион һумға (83 процентҡа) күберәк аҡса сығарған. Бының техник яҡтан нисек атҡарылғанына туҡталып тормайым, әммә банктарҙың үҙҙәренекенән һәм клиенттарынан алып торған сумманан артығыраҡ аҡса сығарыуы енәйәткә тиң. Берәй рәссам 1000 һумлыҡ купюра яһаһа, уны тиҙ арала эҙләп табып, төрмәгә ултыртып ҡуялар. Ә коммерция банктары бындай эше өсөн бер ниндәй яуаплылыҡҡа тарттырылмай. Ә артыҡ сығарылған аҡсаға барыбыҙ ҙа шаһит: был хаҡта төрлө урында йәбештерелгән иғландар “ҡысҡырып тора“: бер ниндәй документһыҙ тиҙ генә кредит бирергә әҙер “банкир“ҙар бихисап. Баҙар шарттарында барлыҡ аҡса әйләнештә йөрөй, буштары ваҡытлыса ғына барлыҡҡа килә. Ә әле телгә алып үтелгән белдереүҙәр ошо буштарҙың саманан тыш күп булыуы тураһында һөйләй. Бая әйтелгән банктар байыу маҡсатында артыҡ аҡса сығара. Ошо сәбәпле бурысҡа батҡан кешеләр һаны йылдан-йыл ғына түгел, көндән-көн арта бара.
Халыҡтың банктар алдындағы уртаса бурысы 2010 йылда 43,9 мең һум булһа, быйыл 74,4 меңгә барып баҫты. Бурыс башлыса кредит карталары, ҡул аҡсаһы, автокредит һәм сауҙа нөктәләрендә алынған кредит буйынса арта. Көрсөктән һуңғы 2010 йылда бурысты түләүҙә тотҡарлыҡ уртаса бер йыл (12,2 ай) тәшкил итһә, хәҙер был техник дефолт 4,5 айҙан осрай башланы. Ваҡытында ҡайтарылмаған аҡсаның күләме лә арта бара: май башында 514,8 миллиард һумға етте. Ул дөйөм бурыстың 17 процентын тәшкил итә һәм йылдан-йыл күбәйә: 2011 йылда 1,9 процент булһа, былтыр 14-кә етте. Дүрт йыл элек бурысын ваҡытында ҡайтара алмаған граждандар яҡынса ике кредит алған булһа, быйыл был һан биштән артып китте.
Башҡортостанда быйыл беренсе кварталда халыҡҡа 50,2 миллиард һум, йәғни былтырғы йылға ҡарағанда 14,7 процентҡа күберәк, кредит бирелгән. Ипотека буйынса бурыс йылдамыраҡ арта: 1 апрелгә 60,6 миллиард һумға барып еткән. Был күрһәткес йәһәтенән Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урында тора. Дөйөм бурыс, йыл башынан 2,7 процентҡа артып, 262,9 миллиард һумға еткән.

Ғөмүмән, күрһәткестәр ҡыуандырырлыҡ түгел, 2008 – 2009 йылдарҙағы көрсөк кимәленә яҡынлаша бара. Был хәлде банк аналитиктары эш хаҡының түбәнлегенә, иҡтисади үҫеш темпына бәйләргә тырыша. Әлбиттә, был факторҙарҙың йоғонтоһон инҡар итеп булмай, ләкин Рәсәй банкирҙарының яуаплылығы тураһында ла оноторға ярамай. Тик табыш артынан ҡыуыу, эшмәкәрлектәге нормативтарҙы тупаҫ боҙоу ошондай хәлгә еткерә лә инде. Юҡҡа ғына бындай “һәләтле ойоштороусылар”ҙы “банкстер“ тип атай башламанылар. Уларҙы ауыҙлыҡларға керешкән Эльвира Нәбиуллинаға ныҡышмаллыҡ теләргә генә ҡала.
18 апрелдә Белгород ҡалаһындағы “Западный“ банкында Александр Вдовин менән булған хәлгә туҡталып үтәйек. Ул, 23 миллион һум аҡсаһын кире ҡайтара алмағас, икенсе көндө мылтыҡ тотоп, бер кемгә лә янамай ғына, талаптарын кире ҡабатлай. Ә банктың лицензияһы ошо көндә ғәмәлдән сығарылған була... Вдовинды ике айға СИЗО-ға ултыртып ҡуйҙылар. Әгәр ҙә суд банктар яғына баҫмаһа, Рәсәй өсөн бик фәһемле прецедент буласаҡ: клиенттар хәләл аҡсаһын талап итергә законлы хоҡуҡ аласаҡ. Бәлки, ошонан һуң властар беҙҙәге банк системаһына ҡарашын үҙгәртер. Клиенттарҙың аҡсаһы юғалған өсөн кемдер яуап бирергә тейештер. Банкирҙарҙың хаталарын гел генә һалым түләүселәр иҫәбенә төҙәтеп булмаҫ бит.



Гөлнур ӘХМӘҘИНА, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты профессоры:
– Сығарылған артыҡ аҡса инфляцияға алып бара, финанс көрсөгөнә нигеҙ һала. Халыҡҡа hаҡ булырға, “матур яҙылған” һәр ҡағыҙға ышанып бармаҫҡа кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ошо тема киң мәғлүмәт сараларында йышыраҡ күтәрелһен, аңлатыу эше алып барылһын ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 258

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491