Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшҡыуарға ла ярҙам кәрәк
Эшҡыуарға ла ярҙам кәрәк
Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың илебеҙҙең иҡтисади үҫешендә өлөшө ҙур: халыҡҡа эш урындары булдырыла, түләнгән һалым иҫәбенә урындағы бюджет тулыландырыла... Шуға ла был тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең именлеген хәстәрләү дәүләт етәкселегенең мөһим бурысы булып тора. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов былтырғы Мөрәжәғәтнамәһендә республикабыҙҙа эшҡыуарлыҡҡа иғтибарҙы көсәйтеү, уңайлы шарттар булдырыу мөһимлеген билдәләп үткәйне. Ошо көндәрҙә Татарстандың Дәүләт Советы һәм Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Туймазы ҡалаһында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

– Ут күршебеҙ Татарстан менән беҙ һәр саҡ тығыҙ бәйләнештәбеҙ, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Франис Сәйфуллин. — Бер-беребеҙҙең уңышына ҡыуанып, дуҫтарса кәңәшләшеп йәшәйбеҙ. Уртаҡлашаһы фекерҙәребеҙ ҙә, бүлешәһе тәжрибәбеҙ ҙә етерлек. Ә инде закон сығарыусылар өсөн бындай аралашыу ҙур әһәмиәткә эйә.
Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфийәнов белдереүенсә, һуңғы осорҙа төбәктең иҡтисади хәле күпкә яҡшырған. Хәҙер эшҡыуарҙарҙан килгән һалым район бюджетының өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Быны ул йәлеп ителгән инвестицияның артыуына бәйләне.
Эшҡыуарға ла ярҙам кәрәкКесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың алға китеше күҙәтелһә лә, был өлкәлә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә байтаҡ икән. Кәңәшмәгә килгән предприятие етәкселәре эшмәкәрлеккә йыш ҡына аяҡ салған проблемалар хаҡында белдерҙе. Берәүҙәр кредиттың юғары процент менән бирелеүенә зарланды, икенселәре дәүләт тарафынан финанс ярҙамының етерлек кимәлдә булмауы, аҙым һайын бюрократик кәртәләргә төртөлөүҙәре хаҡында әсенеп һөйләне. Тейешле белгестәрҙең етмәүе, электр энергияһына һәм йылытыуға хаҡ артыуы ла бәкәлгә һуға, тинеләр.
Был көндә халыҡ вәкилдәре Октябрьский һәм Туймазы ҡалаларының алдынғы сәнәғәт һәм етештереү предприятиеларының эшмәкәрлеге менән дә танышты. Депутаттар әйтеүенсә, бындай эшлекле һөйләшеүҙәр закон сығарыусылар өсөн бик кәрәк. Кәңәшмәлә белдерелгән теләк-тәҡдимдәр киләсәктә иғтибарға алынып, закондарҙы камиллаштырыуға булышлыҡ итәсәк.


Марат Ғәлиев, Татарстан Дәүләт Советының иҡтисад, инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе:
– Былтыр республикабыҙҙың Яр Саллы ҡалаһында бергәләшеп ошондай кәңәшмә үткәргәйнек. Бөгөн иһә Башҡортостандағы эшҡыуарлыҡ менән яҡындан танышыу мөмкинлеге тыуҙы. Был өлкәлә минең етерлек тәжрибәм бар, күп кенә урындарҙа булырға тура килде. Ә бына Туймазы һәм Октябрьский ҡалаларындағы преприятиеларҙың матди-техник базаһы ҡыуандырҙы. Улар Европа етештереүселәре менән бер кимәлдә тора. Шуныһы һөйөнөслө: ике республиканың етәкселеге, был тармаҡтың мөһимлеген аңлап, эшҡыуарлыҡҡа айырыуса ҙур иғтибар бүлә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090