Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атай эшен дауам итеп
Атай  эшен дауам итеп
Тәбиғәттә йылы яҙ миҙгеле башланды. Һуңғы йылдарҙа күпләп ҡош-ҡорт тотоуға әүәҫләнгән, бының табышлы шөғөл икәнлеген аңлаған халыҡ был көндәрҙе түҙемһеҙләнеп көтә. Ҡыйғы районының Туғыҙлы ауылындағы “Аҡҡош” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә шылтыраталар, белешәләр.
— Һаумыһығыҙ! Һеҙҙе Пермдән борсойҙар. Беҙгә 500 ҡаҙ бәпкәһе кәрәк ине. Алдан заказ бирергә уйлағайныҡ.
— Йомортҡа һала торған тауыҡтар бармы?
— Бройлер себештәре?..

Ойошмала сауҙа эштәре менән шөғөлләнгән Юлизә ханым Сәйфуллина бөтәһен дә иғтибар менән тыңлай, ҡасан килергә кәрәклеген аңғарта.
– Әле өс айлыҡ тауыҡтар килтерелде. Бөгөндән алырға мөмкин.
Ҡош-ҡорттан уңышты тиҙерәк алырға, аҡса эшләргә мөмкинлек ҙур. Йыбанма ғына. Ҡасандыр халыҡ диңгеҙ аръяғынан килгән “Буш боттары” тип иҫе китһә, хәҙер үҙебеҙҙә үҫтерелгәненә өҫтөнлөк бирә. Шуға ла Туғыҙлылағы “Аҡҡош” йәмғиәтенең ошо юҫыҡта эш башлауы был тирәлә йәшәгәндәр өсөн ҡыуаныслы ваҡиға була. Колхоздың һөтсөлөк фермаһының буш торған биналарына ҡарап, күптәр, бөтөүле нәмә юҡҡа сыға инде, тип уфтанһа, Дамил Сәйфуллин атлы уҙаман тәүәккәлләп, ҡураларҙы үҙенә йүнләп ала. Был 2010 йылда була. Ҡатыны Юлизә ханым да иренә көс, дәрт биреп торғас, эштәр алға бара. Өс бинаның да ҡыйығын матурлап ябалар, тәҙрәләр ҡуялар. Эске өлөшөн үҙгәртеп ҡороу өсөн дә ҙур ғына көс талап ителә. Бер йыл тигәндә бөтәһен дә көйләгән уҙаман эш башлап ебәрә. Балалар баҡсаһында мөдир вазифаһын башҡарған ҡатыны ла бында килә.
Атай  эшен дауам итепБөгөн ойошмала 18 – 20 кеше эшләй. Айырыуса себеш ҡараусылар Рәмилә Ғәниева, Ирина Яппарова, Айгөл Фәрхиуллиналарҙы маҡтап телгә алды хужа. Бөгөн уларҙың эше көйлө генә бара. Тракторҙары ла, машиналары ла бар. Республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендәге биш район, шулай уҡ Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы халҡы уларҙан ҡош-ҡортто даими һатып ала.
— Бөтә кешенең дә себеш алып, уны ҡарап үҫтерергә мөмкинлеге, ваҡыты юҡ. Ундайҙар өсөн бер аҙ үҫкән бәпкәләр һатабыҙ, -– ти Юлизә ханым.
Былтыр ойошмала ике мең самаһы ҡаҙ үҫтереп һатҡандар. Бының өсөн үҙҙәренең махсус һуйыу, эшкәртеү цехы бар. Бөтә эште лә ҡул менән башҡаралар. Шуға ла әҙер продукция һыуытҡыста оҙаҡ ятмай. Уларҙы әллә ҡайҙан эҙләп килеп етәләр. Ҡаҙ мамығын, Мәскәүҙәге ойошма менән килешеү төҙөп, килограмын 500 һумдан һаталар.
Бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған Сәйфуллиндар үҙҙәренә табыш алыуҙы ғына маҡсат итеп ҡуймай. Улар ауылда ғына түгел, районда төрлө байрамдарҙы үткәреүҙә ихлас ҡатнаша. Ярҙам һорап килгәндәрҙе лә бороп сығармайҙар. Күптән түгел ауыл мәктәбенә өҫтәл теннисы бүләк иткәндәр.
Бығаса Өфө ҡалаһында эшләп йөрөгән улдары Вадим да ауылға ҡайтып, атаһын алыштырып, хәҙер башҡарма директор вазифаһын үтәй.
— Эшем оҡшай, – ти ул. – Күптән түгел витаминлы ҡатнаш аҙыҡ етештереү өсөн махсус машина һатып алдыҡ. Техникабыҙ етерлек.
Ихлас, үҙенә ышанған, аҙымдары баҙыҡ был егеттең атаһының эшен уңышлы дауам итәсәгенә шик юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 325

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 383

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 339

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 288

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 359

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 362

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 333

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 323

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 262

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 498