Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Закон сығарыу өсөн юрист булыу ғына етмәй
Марттың һуңғы йәкшәмбеһе Рәсәй халҡының ҡанына сәғәтте йәйге ваҡытҡа күсереү мәшәҡәте менән һеңеп ҡалған. Бына апрель башланды, әммә былтыр көҙ үк халыҡ араһында нығынған “Дмитрий Медведевтың Президент сағындағы хатаһын төҙәтеү мотлаҡ” тигән фекер бойомға ашманы: Сочиҙағы Олимпиадаға бәйле төҙөлгән контракттар арҡаһында был хәл кисектерелеп килде. Ниһайәт, Дәүләт Думаһы 15 апрелдә тейешле закон проектын ҡарап, 30 апрелдә илде ҡышҡы ваҡытҡа күсерергә самалай – быға Ҡырымдың Рәсәй ваҡытына күсеүе сәбәпсе.

Рәсәй Хөкүмәте Президенттың ҡарарҙарын үтәмәгән йәки тейешенсә башҡармаған өсөн яуаплылыҡты арттырыу тураһындағы закон проектына кире баһа бирҙе – икенсе яуапты көтөп булмай ине. Йәнәһе, “ҡатмарлы бойороҡтарҙы кем үтәргә тейешлеген аныҡ билдәләү мөмкин түгел”. Яуаплылыҡты бүлә алмаған Хөкүмәтте эшкә яраҡлы тип әйтеп булмайҙыр.
Дмитрий Медведев Президент булған осорҙа “бизнесты баҫлыҡтырмағыҙ“ лозунгыһы менән дәүләт һәм муниципаль контролде тормошҡа ашырғанда юридик берәмектәрҙең һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында закон ҡабул ителде. Уға ярашлы, бизнестың эшмәкәрлеген өс йылға бер тапҡырҙан да йышыраҡ тикшереү ҡәтғи тыйылды. Ул ғына ла түгел, был хаҡта эшҡыуарҙы кәмендә өс көн алдан иҫкәртергә тейештәр. Донъя алдында үҙен либерал итеп күрһәтергә тырышҡан йәш сәйәсмәнде туҡтатырлыҡ көс табылманы Думала: ул етәкләгән “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ярҙамында был закон сираттан тыш ҡабул ителде. Регламент буйынса һәр закон проекты алдан экспертиза үтергә, шул иҫәптән уның кире яҡтары ла ҡаралырға тейеш ине. Президент проекты булғас, депутаттар был “ваҡ-төйәккә” иғтибар итеп торманы.
Бизнес өсөн генә ҡабул ителгән закон беҙҙең өсөн иң зарарлы документтарҙың береһе булып сыҡты. Былай ҙа юғары сифатлы тауарҙар менән маҡтана алмаған магазиндар кәштәләренә тиҙ арала ялған, күп осраҡта һаулыҡ өсөн зыянлылары тулды. Телевизорҙан фашлап торған тапшырыуҙар, Геннадий Онищенко етәкселегендәге ведомствоның әүҙемлегенә (тиҙ арала бизнестың лоббийы тегене эштән сығарыуға ла өлгәште), хоҡуҡһыҙ активистарҙың эшмәкәрлегенә һ.б. ҡарамай был конвейерҙы туҡтата алманылар. Мутлашыу аҙыҡ-түлек тауарҙары менән генә сикләнмәй. Дарыуҙар, сервис, туризм, төҙөлөш, кредит… Өфөлә ер аҫты гаражының емерелеүе, бер районда билмән цехы эргәһендә эт тиреләре табылыуы, өлөшләтә төҙөлөштә алдашыуҙар, бер үк фатирҙарҙы бер юлы бер нисә кешегә һатып мутлашыуҙар, Архангел районындағы ҡот осҡос авария – барыһы ла тейешле инстанцияларҙың вәкәләттәрен сикләгән ошо закон арҡаһында булды. Яңыраҡ Раевка үҙәк район дауаханаһы операция ваҡытында пациенттың эсендә салфетка онотоп ҡалдырғаны өсөн 306 мең һум компенсация түләргә тейеш булып сыҡты. Байкал аръяғы крайында 14 кеше спирт эсеп ағыуланып үлде – йәнә бөтә Рәсәй шауланы. Беҙҙең республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында ялған араҡы эсеп инвалид булып ҡалған кешеләр тураһында иһә – ләм-мим.
Онкологик ауырыуҙарҙың, түлһеҙлектең, төрлө мутацияларҙың артыуы тик ошо бизнес тарафынан халыҡҡа ҡаршы атҡарылған эштән килә. Магазиндан алынған һөттә ысын һөт миҡдары күпме тәшкил итә, ә колбасала – ит? Улар урынына йыш ҡына соя, пальма майы һалалар. Был продукттарға кешене ылыҡтыра торған нәмә ҡушылмаһа, ни өсөн ауыл ерлегендә тыуып үҫкән күп замандаштарыбыҙ ауыл һөтөн, ҡаймағын, майын ҡулланыуҙан баш тарта һуң? Быны беҙгә бер кем дә әйтмәҫ. Магазин һөтөнөң өҫтөндә, ул күпме ваҡыт ултырмаһын, ҡаймаҡ барлыҡҡа килмәй. Дәүләт “һөт продукты” етештерергә рөхсәт бирҙе – уның төҫө менән тәменең генә һөткә оҡшауы шарт. Рәсәй Иген союзы президенты Аркадий Злочевский әйтеүенсә, икмәктә 12 процент ҡына он бар, ә ҡалғаны нимә – билдәһеҙ.
Төрлө химик буяғыстар, эмульгаторҙар, ароматизаторҙарҙың осо-ҡырыйы юҡ – уларҙың ҡайһыныһы файҙалы, ә ҡайһыныһы зыянлы икәнен хатта белгестәр ҙә белеп бөтмәйҙер. Ҡортламай, серемәй торған йәшелсә менән нитрат, консервант, гормон, антибиотик, хлор ашайбыҙ. Был зарарлы матдәләр организмда йыйыла бара. Эсергә яраҡлы һыуы булмаған ауылдар һаны артҡандан-арта.
Дәүләт органдары, ялған ризыҡ алмаҫ өсөн һатыусынан тауарҙың сифат сертификатын талап итегеҙ, тип әйтә. Ул сертификатты алыу өсөн “Госстандарт”тың махсуслаштырылған лабораторияһына, санэпиднадзорға был продуктты тикшертеүгә тапшырырға тейешһең. Ул тауарың, махсус рәүештә алып барылғас, сифатлы ла булырға мөмкин. Әммә баҙарға күпләп сығарған продукттың сифаты ла гел шулай булыр тип кем әйтһен? Ә сертификатты алғас, бер нисә йыл “тыныс йоҡлаһаң да була”. Күптәребеҙ совет осорон һағыналыр: баҙарҙа йыш ҡына һатыусыға “ГОСТ буйынсамы?“ тип мөрәжәғәт иткәндәрен ишетергә тура килә ине.
Ғөмүмән, тауарҙы фальсификациялау баҙар иҡтисадына (капитализмға) хас. XIX быуатта француз химигы һәм фармацевы Шевалье софистикация (ул ваҡытта был алдаҡ шулай тип аталған) ысулдарын өйрәнгән. 600-ҙән ашыу продукт өсөн уртаса утыҙға тиклем фальсификация ысулын тапҡан. Мәҫәлән, шәкәр өсөн – 6, прованс майына — 9, һыйыр майына — 10, тоҙға – 12, һөткә – 19, икмәккә – 20, араҡыға – 23, онға – 24, шоколадҡа – 28, ҡәһүәгә – 32, шарапҡа – 30 төрлө. Хәҙерге “химиктар”ҙың беҙгә нимә ашатҡанын билдәләп тә булмайҙыр. Табыш артынан ҡыуыу эшҡыуарҙың күҙен томалай. Ул күп осраҡта малҡыуарға әйләнә. Юҡҡа ғына Карл Маркс үҙенең “Капитал”ында профсоюз эшмәкәре Даннингтың тапҡыр һүҙҙәрен килтермәй: “Капитал избегает шума и брани и отличается боязливой натурой. Это правда, но это еще не вся правда. Капитал боится отсутствия прибыли или слишком маленькой прибыли, как природа боится пустоты. Но раз имеется в наличности достаточная прибыль, капитал становится смелым. Обеспечьте 10 процентов, и капитал согласен на всякое применение; при 20 процентах он становится оживленным, при 50 процентах положительно готов сломать себе голову; при 100 процентах он попирает ногами все человеческие законы; при 300 процентах нет такого преступления, на которое он не рискнул бы, хотя бы под страхом виселицы. Если шум и брань приносят прибыль, капитал станет способствовать тому и другому. Доказательство: контрабанда и торговля рабами”.
Демократия шарттарында һаулыҡҡа зыянлы тауарҙарға ҡаршы көрәшеү ауыр мәсьәләгә әйләнә. Мәҫәлән, шул уҡ тәмәке менән алкоголде алайыҡ. Власть тәмәкеселәрҙән әҙерәк “шөрләй”: һайлаусыларҙың байтағын улар тәшкил иткәс, тәмәкегә ҡаршы тейешле законды ҡабул итеүе еңелдән түгел – киләһе һайлауҙарҙа һине үткәрмәүҙәре лә бар. Тәмәке етештереүсе фирмалар “беҙгә тәмәкеселәрҙе иртә үлтертеү файҙа килтермәй” тигән дәлил менән үҙҙәренең ағыуын наркотик тип иҫәпләтмәҫкә бөтә көсөн һала. Араҡыға килгәндә, ғалимдар эскелекте ғүмерлеккә ташлата торған дарыуҙы күптән тапҡайны, әммә араҡы етештереүсе компаниялар тиҙ арала уны, киреһенсә, көслө наркотиктар рәтенә индертеп, таратыуҙы тыйҙы.
Телевидение буйынса күрһәтелгән тапшырыуҙар башлыса сифатһыҙ аҙыҡты билдәләү ысулдарын аңлатыу менән генә сикләнә. Мәҫәлән, сосиска бешергәндә ҡабарһа, унда крахмал күп һалынған, ә һыуы алһыу төҫкә буялһа, коллаген һ.б. ҡушылған. Ә был етештергән предприятие, дәүләт тарафынан тикшереүсе инстанциялар етерлек булыуға ҡарамаҫтан, язаһыҙ ҡала, әммә уларҙың күбеһенең эшмәкәрлеге махсус рәүештә ғәйепте бер-береһенә япһарырлыҡ итеп ойошторола.
Дмитрий Медведевтың был хаталарын ни тиклем тиҙерәк төҙәтһәк, шул тиклем яҡшыраҡ булыр ине. Әммә уның тирәһендәге бизнестың йәшертен баҫымы һаман да тотҡарлыҡ яһай. Һәр сәйәсмән дәүләт эшмәкәре була алмай шул: бының өсөн үҙ халҡыңдың мәнфәғәтен яҡлай белергә кәрәк.
Илдар ҒӘБИТОВ,
иҡтисад фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 338

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 340

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 301

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090