Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәсәй күләмендәге бурыс
Рәсәй күләмендәге бурыс
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, торлаҡ мәсьәләһе бер кешене лә битараф ҡалдырмай. Был өлкәләге реформаларҙы күптәр ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп бара. Шуға ла уға ҡағылышлы һорауҙарға төрлө вазифалы кешеләрҙең яуабын көтөп алып, үҙҙәрен борсоғандарын бирергә ашығалар.
Ошо айҡанлы беҙ ҙә Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Ғәҙелйән улы ЗАМАЛЕТДИНОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.


— Илдар Ғәҙелйән улы, күҙәтеү органының 2013 йылғы эш йомғаҡтары тураһында һөйләгеҙ әле.
— Былтыр тикшереүҙәр барышында 46 163 закон боҙоу осрағы теркәлде. Шуларҙың 57 проценты конструктив элементтарҙың техник торошона, коммуналь хеҙмәт күрһәтеү сифатына, 30-ы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ ҡуйыуға бәйле. Тәртип боҙоусыларға 5 387 күрһәтмә бирелде, 20 миллион һумлыҡ административ штраф һалыу тураһында 1 098 ҡарар сығарылды. Торлаҡ һәм хеҙмәт күрһәткән өсөн түләү ҡайтанан иҫәпләнеп, граждандарға 17,1 миллион һум ҡайтарылды. Бынан тыш, законға ҡаршы ғәмәлдәр буйынса 136 эш сара күреү өсөн Башҡортостан Прокуратураһына һәм Эске эштәр министрлығына ебәрелде. Идарасы ойошмалар, беҙҙең күрһәтмәләргә ярашлы, 628 миллион һумлыҡ эш башҡарҙы. Граждандарҙан йыйылған аҡса күп фатирлы йорттар файҙаһына тотонолдо. Күрһәткестәр, 2012 йыл менән сағыштырғанда, 1,5 тапҡырға үҫте.

— Граждандарҙан килгән ғаризаларҙа ниндәй ҙә булһа эҙмә-эҙлелек бармы? Кешеләр күпселек осраҡта нимәгә зарлана? Былтыр ниндәй уртаҡлыҡтар күҙәтелде?
— 2013 йылда айырым кешеләрҙән, ойошмаларҙан, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың башҡарма власть органдарынан, киң мәғлүмәт сараларынан 12 475 мөрәжәғәт килде. Элгәре йыл менән сағыштырғанда 125 процентҡа күберәк. Шуларҙың 51 проценты идарасы компанияларҙың эшенә, дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотоу мәсьәләләренә, 29-ы — торлаҡҡа һәм хеҙмәттәргә хаҡ ҡуйыуға, 11 проценты коммуналь хеҙмәт күрһәтеүҙә закон боҙоуға, 9-ы фатирҙың планын үҙгәртеүгә һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағыла.
Быйыл тәүге кварталдағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, мөрәжәғәттәр һаны кәмемәй. Халыҡты тәү сиратта идарасы ойошмалар эшмәкәрлегенең асыҡлығы, йортто тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү маҡсатында йыйылған аҡсаны файҙаланылыу мәсьәләләре борсой. Дәүләт комитеты ошо йүнәлештә әүҙем эшләй.

— Ойоштороу сараларының йомғаҡтарына, уларҙың һөҙөмтәһенә бәйле ыңғай миҫалдарҙы һанап китегеҙ әле.
— Тәү сиратта закон сығарыу инициативаһын билдәләргә кәрәк. Торлаҡ өлкәһендәге федераль һәм республика ҡануниәттәренә үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү шарт. Мәҫәлән, "Дәүләт контролен (күҙәтеүен) һәм муниципаль контролде тормошҡа ашырғанда юридик берәмектәрҙең һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында"ғы 294-се Федераль законға тикшереүҙәрҙе йылына бер тапҡыр үткәреү йәһәтенән (әле законда бындай тикшереүҙәрҙе өс йылға бер тапҡыр ойоштороу ҡаралған) үҙгәреш индереү тәҡдиме бар.
Идарасы ойошмаларҙың яуаплылыҡтан ҡасыу ғәҙәтен иҫәпкә алып, республика Хөкүмәтендә Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Башҡортостан Республикаһы кодексына күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса килешеү шарттарын тейешенсә үтәмәгән өсөн ойошмаларҙың яуаплылығын билдәләгән үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе ҡарала.
Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитетында март башында күп фатирлы йорттарға идара итеү эшмәкәрлегенә лицензия биреүгә ҡағылған закон проекты буйынса парламент тыңлауҙары булды. Сарала Дәүләт Думаһы депутаттары, тармаҡ һәм төбәк министрлыҡтары, ведомстволары, Федерация субъекттары хакимиәттәре, йәмәғәтселек һәм идарасы ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты. Закон проекты лицензияның бөтә йүнәлештәрен үҙ эсенә ала һәм йорттарға идара итеү менән шөғөлләнгән ойошмалар баҙарын йәнләндереүгә, һөҙөмтәлә, кешеләр өсөн хәүефһеҙ, уңайлы көнкүреш шарттары тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Был йәһәттән закон проектына тәҡдимдәр индерҙем.
Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының закон сығарыу инициативаһы 2012 йылдың 6 декабрендәге "Торлаҡ мөнәсәбәттәре өлкәһендәге Башҡортостан Республикаһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы 612-се Башҡортостан Законын, Рәсәй Хөкүмәтенең 2013 йылдың 16 апрелендәге "Коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү мәсьәләләре буйынса Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең ҡайһы бер акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы 344-се һәм 2013 йылдың 11 июнендәге "Дәүләт торлаҡ күҙәтеүе тураһында"ғы 493-сө ҡарарҙарын әҙерләгәндә иҫәпкә алынды.
Муниципаль торлаҡ контроле органдары эшенең һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында Дәүләт комитеты башланғысы менән уларға Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстарына ярашлы, административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса протокол төҙөү вәкәләте бирелде. Әле бөтә муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында ошондай органдар төҙөлдө, ә Дәүләт комитеты уларҙың эшмәкәрлеген юридик йәһәттән көйләй, практик семинарҙар ойоштора.
Яҡын киләсәккә бурыс — йәмәғәтселекте йәлеп итеп, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә киң контроль селтәрен булдырыу, уның эшмәкәрлеген яйға һалыу. Был Рәсәй Президентының 600-сө Указын үтәүгә туранан-тура бәйле. Һөҙөмтәлә йәмғиәттә көсөргәнешлелек кәмейәсәк, власҡа ышаныс артасаҡ.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта реформа уҙғарыуҙың һөҙөмтәлелеге, халыҡтың көнкүреше дәүләт торлаҡ күҙәтеүе органдарының эшенә, уларҙың муниципаль торлаҡ контроле һәм йәмәғәт контроле органдары, торлаҡ мөнәсәбәттәрендә башҡа ҡатнашыусылар менән хеҙмәттәшлегенә бәйле. Был — Рәсәй күләмендәге бурыс.
Л. ДӘҮЛИЕВА
әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487