Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оса ғына дәүләт аҡсаһы...
Көтмәгәндә Өфөлә ығы-зығы ҡупты.
– Бирәһең, бирәһең — барыбер етмәй.
– Был тиклем дә оңҡот булыр икән!
– Шулай шул!
– Тағы һорай әле.
– Ысынмы ул, абау, битһеҙ!
– Баш ҡатҡан инде!
Баҡһаң, халыҡтың “Үҙ йортом-ТермоХольц” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең битһеҙлегенә аптырауы икән был. Быға Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт мөлкәтен һөҙөмтәле файҙаланыуҙы йәмәғәт контролендә тотоу советында ла шаҡ ҡатҡандар.
Фатир мәсьәләһе ғүмер баҡый илебеҙҙең баш бәләһе булды. Көн төҙөйбөҙ, төн төҙөйбөҙ, әммә еткерер әмәл юҡ. Йылдарҙың береһендә, анығыраҡ әйткәндә, 2009 йылда, бер төркөм изге йөрәкле әҙәмдәр, күңелдәре нескәрептер инде, үҙҙәренең проектын тәҡдим итә.
– Әллә күпме кеше йортһоҙ йөрөй, халыҡ йәл. Уларҙы тиҙ арала мөйөшлө итер өсөн бик шәп идея тыуҙы. Бер көн эсендә өй төҙөп бирә алабыҙ. “Эконом-класс” тип атала. Ул сағында республикала урамда йөрөгән әҙәм ҡалмаясаҡ, хаҡы ла арзан.
Әлбиттә, бындай шәп ниәтте нисек хупламайһың! Тимерҙе ҡыҙыуында һуғалар. Ун бер көндә ойошманы асыу өсөн бөтәһе лә әҙер була – уставы ла, аҡса күсереү өсөн иҫәп… Ҡабаланыуҙан яуаплы ойошмаларҙа ултырған етәкселәр хатта ҡайһы бер ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйырға ла онота. Документтар сейле-бешле булһа ла, ҙур-ҙур түрәләр үҙҙәре фатиха биргәс, эш башлана. Дәүләттән аҡса бүленә. Австриянан тейешле ҡорамалдар килтерелә.
Завод тәүҙә Өфө эргәһендәге “Ласселсбергер” предприятиеһының ерен ҡуртымға ала. Әлбиттә, бының өсөн арыу ғына әжерен дә түләй. Мәҫәлән, 2010 йылдың 1 апреленән 2013 йылдың 31 мартына ҡәҙәр 148 миллион һумдан ашыу аҡсаһын сығарып һала. Тәүҙә завод панелдәр етештереү өсөн генә тәғәйенләнә, әммә, заказ биреүселәр табылғас, йорт комплекттары төҙөүгә йүнәлеш ала. Йәнә кәрәкле йыһаздар туплана. Инде бер сама эш башлауға, “Ласселсбергер”ҙың әмере яңғырай:
– Бынан китергә тура киләсәк. Үҙебеҙгә ер етмәй.
Шулай итеп, ойошма Шакша яғына юл тота. Завод һынлы заводты икенсе урынға күсереп һалыу, әлбиттә, уйын эш түгел. Тағы шаҡтай ғына дәүләт аҡсаһы елгә оса.
– Был йорттар арзан булыуы менән отошло. Халыҡ ҡырылышып аласаҡ, – тип лаф орһалар ҙа, квадрат метры 30 мең һум самаһы торған өйҙәрҙең күбеһе хужаһыҙ етемһерәп ултыра.
Әлегә ҡәҙәр ойошма ни бары 110 йорт төҙөгән. Етмәһә, күптәренә юл юҡ, коммуникациялар үткәрелмәгән, ҡайһылары уңайһыҙ, һаҙлыҡлы урындарҙа төҙөлгән. Шулай итеп, дүрт йыл үтеп китә. Тегеләй-былай әүеш-тәүеш итә торғас, ике миллиард һум дәүләт аҡсаһы "оса". Елгә осҡанмы ул, әллә кемдәрҙеңдер кеҫәһенәме?
– Һеҙгә табышлы эшләр өсөн тағы нимә кәрәк? – тип һорайҙар “Үҙ йортом” йәмғиәте етәксеһе Эдуард Ғизетдиновтан.
– Әлбиттә, аҡса! – тигән яуап яңғырай.
Убырҙар халыҡ ижадында ғына булмай икән шул. Ни ғәләмәт: әкиәттәрҙә уларға ҡаршы сығырлыҡ, дөмөктөрөрлөк батырҙар булһа, беҙ заман геройҙарының башын һыйпауҙан ары китә алмайбыҙ. Ә дәүләт аҡсаһы оса ла оса, оса ла оса...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 247

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090