Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ергәндәрҙең эше берҙәм
Ергәндәрҙең эше берҙәм
Ҡыш, әйтерһең, тарих хәтеренә үҙенең нимәгә һәләтле икәнен уйып ҡалдырырға ниәтләп, бар һалҡын тынын ғәмәлгә өрҙө: ағастарға бәҫ ҡунды, аяҡ аҫтында ҡоро ҡар шығырланы, мөрйәләрҙән сыҡҡан төтөндө уҡтай итеп ҡыйыҡ айға үрләтте. Әҙәм заты ғына түгел, эттәрҙең дә урамға сыҡмаҫтай көнө, ләкин был тәү ҡарашҡа ғына шулай. Ана, таң атып та етмәй, өй ишектәре, һарай ҡапҡалары асыла, туң тәҙрәләрҙе "тишеп", уттар ҡабына, һирәкләп булһа ла кешеләр күренә башлай, малдар баҡыра...

Шәхси хужалыҡтарҙың аҙбар-ҡураларында, эреләренең фермаларында ғына түгел, трактор-машина парктарында ла эш бара. "Ергән" МТС-ының Исем бүлексәһенә йүнәләбеҙ. Бындай һыуыҡ көндә берәйһен осратып булырмы икән тигән шикләнеүебеҙ ремонт цехының ҡапҡаһына уҡ эленеп ҡалды. Сит-ят кешенең инеүенә лә иғтибар итмәй, "сварка" утын уйнатҡан оҫта янында тағы ике-өс кеше ниҙер эшләп йөрөй.
— График буйынса эскә индереп, тракторҙарҙы ремонтҡа ҡуябыҙ, — ти бүлексәнең баш инженеры Илдар Сәлихов. — База газ менән йылытыла. Күреп тораһығыҙ, тышта 30 градусҡа яҡын һалҡын, бында егеттәр рәхәтләнеп эшләй...
Ергәндәрҙең эше берҙәм Ҡасандыр совхоз үҙәге Исемдә “Ергән” МТС-ы бүлексәһе 2006 йылда уҡ төҙөлгән. Төп маҡсаты Күгәрсен, Ейәнсура райондары хужалыҡтары ерҙәрен эшкәртеүҙә комплекслы хеҙмәт күрһәтеү булған. Ләкин заманалар үҙгәрә. Элекке совхоз, колхоз тәртәһенә егелеп, ауыр йөк тартҡан хужалыҡтарға, шулай уҡ МТС-ҡа ла яңыса эшләү, йәшәү талап ителә. Яҡында ятҡан алты хужалыҡты ҡушып, “Ергән” МТС-ының әлеге бүлексәһенә берләштерәләр. Был 20 меңдән ашыу ер, алты һөтсөлөк, бынан тыш, йәш малдарҙы үҫтереү, һимертеү фермалары тигән һүҙ.
Үҙгәртеп ҡороуҙар яңынан-яңы техника алыуҙы ла талап итә. Ул яҡлап “Ергән” МТС-ы төшөп ҡалғандарҙан түгел. Әлбиттә, бар техника берәмеген һанап сығыу кәрәкмәйҙер. Шулай ҙа туғыҙ "Джон Дир", бер "Нью Холланд", ике "Т-150", 15-ләп "МТЗ" тракторы, үҙйөрөшлө һигеҙ "Мак Дон" урғысы, алты "Полесье" мал аҙығы, 19 СLASS, "Дон", Case иген комбайндары, туғыҙ "КамАЗ" һәм төрлө эш башҡарыусы техниканың барлығын ғына әйтһәң дә, ерҙәрҙе эшкәртеп, малдарҙы аҫрап, үҙаллы йәшәй алыуҙары тураһында һөйләй. Иң мөһиме — кеше. Бында 300-ҙән ашыу хеҙмәткәр даими эш менән тәьмин ителгән, сәсеү миҙгелендә, урып йыйыу осоронда улар 500-гә етә.
Малсылыҡ тармағы менән игенселек, үҫемлекселек тығыҙ бәйләнгән. Шуларҙың береһен генә лә айырып ҡарау мөмкин түгел. Хәтерегеҙҙә булһа, МТС-тар төҙөлгәс, ер менән генә шөғөлләнгәндәрҙең "кәмәләре ҡомға терәлә" башланы. Ергәндәр иһә ваҡытында алда телгә алынған алым буйынса эшләй. Мәҫәлән, бөгөн Исем бүлексәһендәге барлыҡ фермалар мал менән тулы. Биш йыл элек һатып алынған ит тоҡомло герефорд һыйырҙары ла төбәк климатын үҙ иткән.
2012 йылда Исем ауылында һөтсөлөк фермаһына заманса ҡорамалдар ҡуйылған, тулыһынса төҙөкләндерелгән. Бөтәһе 400 баш малға иҫәпләнгән биналар "500 ферма" республика программаһы сиктәрендә йүнәтелгән. Ә үткән йыл Волостновка ауылындағы үгеҙ-таналарҙы үҫтереү, һимертеү фермаһы йыһазландырылған, төҙәтеү эштәре башҡарылған. — Яғыулыҡ һәм техникаға запчастар менән үҙәкләштерелгән система буйынса тәьмин ителәбеҙ. Ергән яғынан тотҡарлыҡтар юҡ, — ти баш инженер. — Шулай уҡ келәттәргә тейешенсә орлоҡ һалынған, яҙҙан ашлама килтереләсәк...
Ауыл хужалығы тармағы, бигерәк тә игенселек тулыһынса һауа торошона бәйле. Үткән йәй, мәҫәлән, тәүҙә ямғырҙар булманы. Ярай әле ҡар һыуҙарына баҫыуҙар туйынып ҡалып, май айында яуым-төшөм эләкте. Аҙаҡ июль уртаһынаса яуманы. Һуңынан тағы ҡойҙо. "Исем" хужалығы игенселәре һәр көндө файҙаланып, мал аҙығын етерлек итеп әҙерләй, игенде лә ваҡытында йыйып ала. Барлығы 400 гектар майҙанда үҫтерелгән шәкәр сөгөлдөрөн ай буйына тапшырһалар ҙа, баҫыуҙа ҡалдырмайҙар. Шулай уҡ 1600 гектарҙағы кукуруз силосҡа һалына, 2300 гектар майҙанды биләгән көнбағышты ла серетмәйенсә һуғып алалар.
Тағы мөһим нәмәне әйтеп үтергә кәрәк: элекке колхоз, совхоздар ауылдарҙы төҙөкләндереү, юлдарҙы ҡарау һымаҡ эштәрҙе лә башҡара ине. Бөгөн иһә күп ерҙә яңы инвесторҙар ошо өлкәне хеҙмәтләндереүҙән баш тарта. "Исем" хужалығынан был яҡлап өлгө алырлыҡ. Урындағы ауыл Советтары менән бөтә нәмәне килешеп хәл итергә тырышалар. Ябай кешегә ни кәрәк тигән һорауға, моғайын, күптәр, даими эш урыны, башҡарған хеҙмәтенә күрә хаҡы һәм дә аҙ ғына иғтибар, тиер. Быларҙың барыһы иртәгәһе көнөңә ышанып бағыуҙы хасил итә. Ошо ышаныс хужалыҡтарҙың ныҡлығына, ғаилә именлегенә нигеҙ булып тора ла инде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090