Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шәп. Хайран ҡалырлыҡ, әммә үтә ҡиммәт...
Бөгөн Сочиҙан телевидение биргән репортаждар тап шундай хис-тойғо уята. Ысынлап та, бөтә нәмә күҙҙең яуын алып ялтырап тора, спортсыларға ғына түгел, журналистарға, тамашасыларға ла бар нәмә лә уңайлы итеп эшләнгән. Әммә, миҙал ике яҡлы була тигәндәй, был Олимпиаданың иҫ киткес ҡиммәт икәнлеге күренә.


Миҙалдың бер яғы

2007 йылдың йәйендә Гватемалала Рәсәй Президенты Владимир Путин Уйындарҙы уҙғарыр өсөн барлығы 12 миллиард доллар тотоноласағы тураһында белдергәс, бөтә кеше “аһ” иткәйне. 2010 йылда Ванкуверҙа булған Олимпиадала был һан 1,6 миллиард ине бит. Һөҙөмтәлә, әйтеүҙәренсә, беҙҙең сара 50 миллиард долларға, йәғни 1,5 триллион һумға, төшкән. Ни өсөн шулай ҡыйбатмы? Ғәҙәттә, олимпиадалар әҙер инфраструктуралы урында – тау курорттарында үткәрелә. Ә диңгеҙ буйында ятҡан, пальмалар үҫеп ултырған Сочиҙа ҡайҙан тау саңғыһы-сноуборд юлдары, боҙ майҙансыҡтары, саңғы-биатлон стадиондары булһын?! Тимәк, барыһын да яңынан төҙөргә кәрәк. Ул ғына түгел, ҡунаҡханалар, вокзал-аэропорттар, юлдар, туннелдәр, күперҙәр, электр станциялары ла талап ителә. Ә күпме торлаҡ йорт һүтелеп, халҡы яңы өйҙәргә күсерелергә тейеш?..
Бынан тыш, Рәсәйҙең төп бәләһе – ришүәтселек тә үҙ эшен ҡылғандыр. Әлбиттә, Хөкүмәт вице-премьеры Дмитрий Козак, Олимпиада ҡаҙнаһынан аҡса урланманы, бары тик ҡайһы бер үҙгәрештәр арҡаһында ғына артығыраҡ тотонолдо, тине лә ул. Эйе, уныһы ла бар. Мәҫәлән, ҡайһы бер объекттарҙың проекттары әҙер булғас, экологтар талабы арҡаһында уларҙы икенсе ергә күсерергә тура килде. Был, һис һүҙһеҙ, өҫтәмә сығымдарға килтерҙе. Әммә Сочиҙа бер генә тин дә урланманы, тип беҙҙә тауыҡ көлдөрөргә мөмкин. Козактың “сығымдар 214 миллиард һум тәшкил итте” тигәне күп кешене яңылыштыра. Был сумма — спорт ҡоролмаларын төҙөүгә генә киткәне. Тағы 1,3 триллионы төбәкте төҙөкләндереүгә тотонолған.
Ярай, шунса аҡса түгеп, стадион-ареналар төҙөлдө лә, ти. Аҙаҡ улар нисек ҡулланылыр һуң? Әллә буш торормо? Сочиҙа бит ҡышҡы спорт төрҙәре бөтөнләй популяр түгел. Диңгеҙ буйында унға яҡын стадион теҙелеп киткән. Улар бер-береһенә бик яҡын урынлашҡан. Был спортсылар, көйәрмәндәр өсөн уңайлы. Әммә артабан ул сама спорт ҡоролмаһына кем йөрөр?
Айырым-айырым ҡарап китәйек. 20 миллиард һумға тиерлек төшкән “Фишт” Олимпия стадионында Уйындарҙың асыу һәм ябыу тантанаһы ғына буласаҡ. Дүрт йылдан – 2018 йылда — бында футбол буйынса донъя чемпионаты матчтары уҙасаҡ һәм вәссәләм! Башҡа ваҡытта ул спорт-күңел асыу үҙәге ролен үтәйәсәк.
9 миллиардлыҡ “Ҙур” боҙ һарайында хоккей матчтары буласаҡ. Эргәһендә “Бәләкәй” тип аталғаны ла бар. Олимпиаданан һуң улар КХЛ-да ҡатнашасаҡ хоккей командаһының аренаһы рәүешендә ҡулланыласаҡ, имеш. Тик ҡасан, нисек төҙөрҙәр уны? Бында хоккейсылар үҫтермәйҙәр бит, ҡайҙандыр йыйып алып ҡына килмәһәләр... Ә ул сит-ят спортсылар ҡасан Сочи халҡына үҙ булып китер икән? Әлегә боҙ һарайҙарын концерттар уҙғарыу урыны итмәкселәр.
Тағы ла 1 миллиардҡа торошло “Шайба” боҙ һарайының киләсәге бөтөнләй төҫмөрләнмәй әле. Тәүҙә уны һүтеп алып, ниндәйҙер башҡа бер ҡалала ҡороп ҡуйыу уйынан баш тарттылар, сөнки был бик ҡиммәткә төшмәксе. Хәҙер килеп, Владимир Путин уны Бөтә Рәсәй балалар спорт-белем биреү үҙәге итергә тәҡдим яһаны. Йәғни спорт мәктәп-интернаты инде.
1,5 миллиард һумға барып баҫҡан “Боҙло куб” аренаһы керлинг өсөн. Уны ла башта Дондағы Ростов ҡалаһына күсермәкселәр ине. Йәнә кире уйланылар. Спорт ҡорамалдарын ғына Мәскәүгә ебәрәсәктәр, үҙе сауҙа-күңел асыу үҙәгенә әйләнәсәк.
Фигуралы шыуыу, шорт-трек ярыштары уҙасаҡ “Айсберг” боҙ һарайына 2 миллиард ярым һум аҡса киткән. Уны иһә Ставрополь ҡалаһына оҙатмаҡсылар ине. Хәҙер йәйгә ул велотрек буласаҡ.
Шәп. Хайран ҡалырлыҡ, әммә үтә ҡиммәт...1 миллиард һумлыҡ “Адлер-арена”ла конькиҙа уҙышасаҡтар. Ә аҙаҡ уны күргәҙмә үҙәге итәсәктәр. Йылына бер тапҡыр Сочиҙа уҙған инвестиция форумы ла ошонда төпләнәсәк. Был турала ишеткән голланд спортсылары шундай катоктың артабанғы тәғәйенләнешен шаярыу тип ҡабул иткән.
Ярты миллиард тирәһе торған “Лаура” саңғы стадионы – иң осһоҙо. Әммә тап ул киләсәктә лә үҙ йүнәлеше буйынса эшләйәсәк. Саңғысылар, биатлонсылар бында ил йыйылма командалары составында күнекмәләргә йыйыласаҡ, халыҡ-ара турнирҙар ҙа ойоштороласаҡ. Ләкин Саңғы спорты федерацияһы президенты Елена Вяльбе, мәҫәлән, беҙҙең бындағы күнекмәләргә түләргә дәүләттең хәленән килмәйәсәк, ти. Ә бобслейсы Александр Зубковтың “латыш төҙөүселәре был трассаны үҙҙәренең спортсылары ихтыяжына яраҡлаштырып яһаған” тип йәне әсенә.
Диңгеҙ буйынан тауҙарға яҡыныраҡ күсәйек. Ҡыҙыл аҡлан тигән урында тау саңғыһы, фристайл, сноуборд, трамплиндан саңғыла һикереү, сана, бобслей, скелетон буйынса ярыштар уҙасаҡ. Ошондағы “Роза-Утар” тау саңғыһы үҙәге һәм экстрим-паркы – 14 миллиард һумға яҡын, “Урыҫ тауҙары” комплексы – 8, “Сана” үҙәге 4,3 миллиардҡа төшкән. Артабан уларҙың тәүгеһенә туристарҙы йәлеп итмәкселәр. Ярай ҙа бөтә халыҡ Европалағы һыналған Альп курорттарын ташлап, бында ағылһа. Ағылмаһа?.. Һуңғылары иһә йыйылма командаларҙың Милли күнекмә үҙәгенә әйләнәсәк. Бына быныһы һәйбәт, сөнки бығаса спортсыларыбыҙ башлыса сит илдәрҙә йыйын уҙғарып йөрөнө.

Миҙалдың икенсе яғы

Былтыр февралдә Олимпиада төҙөлөштәрен ҡарап йөрөгәндә Президент Путин яуаплыларҙы бик ҡаты тәнҡитләгәйне. 200 төҙөлөш ойошмаһы эштәрҙе оҙаҡҡа һуҙып, ҡоролмалар ваҡытында төҙөлөп өлгөрмәү ҡурҡынысы тыуғайны шул. Әле шуларҙың барыһы ла әҙер, ал да гөл. Ай-һай, ҡабаланып атҡарылғандың сифаты нисек булыр икән? Олимпиада уҙыу менән емерелеп төшмәҫме?
Диңгеҙ буйындағы стадиондар Имеретин уйһыулығында ултыра. Ә унда – 170 метр тәрәнлеккә тиклем һаҙлыҡ. Кавказда ер тетрәү хәүефе барлығын да иҫәпкә алһаң, был үҙе бер дары мискәһе булып сыҡмаймы һуң?
Ошондағы тауҙарҙан ағып төшөп Ҡара диңгеҙгә ҡойған Мзымта йылғаһы юҡҡа сыҡҡан тиерлек. Уның юлын күп һанлы төҙөлөш объекттары быуған. Ә бит ул бик таҙа булған, хатта һөмбаш бында ғына ыуылдырыҡ сәскән. Күсәр ҡоштар ҙа уйһыулыҡтағы һаҙлыҡта туҡтап туҡланып китер булған. Хәҙер ҡайҙа ҡуныр улар? Ҡыҙыл аҡландағы төҙөлөш арҡаһында тауҙарҙан Мзымтаға мышаяҡтан уранға хәтлем хәүефле химик элементтарҙың да эләгеүе мөмкин. Бөгөн бөтәбеҙ ҙә таҙа эсәр һыуға ҡытлыҡ кисергәндә, был – ғәфү итмәҫлек эш! Адлер – Ҡыҙыл аҡлан автомобиль һәм тимер юлдары ла уның буйынан бара. Әйткәндәй, был юл 7,5 миллиард долларға төшкән, йәмәғәт. Американдар Марсҡа йыһан аппараты осорғайны әле. Марсоход 252 миллион километр араны уҙып, Ҡыҙыл планетала ике йыл буйы тикшеренеү эше алып барасаҡ. Ул 2,5 миллиардҡа, йәғни Сочи юлынан өс тапҡырға осһоҙораҡҡа, төшкән!
Өҫтәүенә “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән юлға ҡамасаулаған самшит ағастары ҡырҡып ырғытылған. Бының өсөн берәү ҙә язаһын алмаясаҡ, сөнки, Олимпиада тип, һаҡ аҫтындағы тәбиғәт биләмәләрендә төҙөлөш эштәре алып барырға рөхсәт биргән закондар барлыҡҡа килде... Уйындарҙы үткәреүгә ғәйәт күп электр энергияһы сарыф ителәсәк. Быға көнөнә күпме аҡса китәсәк тип уйлайһығыҙ? 1 миллион доллар! Йәғни 35 миллион һум тирәһе! Ярыштарҙан һуң стадион-ареналар сафтан сыҡмаһын өсөн генә лә көнөнә 15 миллион һумлыҡ энергия кәрәгәсәк! Ә йылытыуға киткәнен дә ҡушһаң, йылына 10 миллиард һум тотоноласаҡ. Был Сочи ҡалаһы ҡаҙнаһының яртыһын тәшкил итә...
Сочиҙың үҙендә ал да гөл дә ул. Ә унан саҡ ҡына алыҫҡараҡ китһәң... Мәҫәлән, шул уҡ яҡҡа автомобилдә ял итергә барырға булдыҡ, ти. Йөрөгәндәр 217 саҡрымлыҡ Джубга – Сочи юлының ни хәлдә икәнен беләлер. Тар, борма-борма, текә боролоштарға бай бер генә һыҙатлы ялҡытҡыс, хәүефле трасса. Шуның ун саҡрымдай араһында тауҙарҙан ер ишелеп төшкөләй. Ул сағында юл бер нисә тәүлеккә ябыла. Уны төҙөкләндерер өсөн 300 миллиард һум кәрәк. Әллә-әллә, табылырмы ул хәтлем аҡса?..
Әлбиттә, көйәрмән өсөн былар барыһы ла сүп кенә. Беҙ бит Олимпиаданы дүрт йыл буйына көтөп алабыҙ. Мин дә барыбер Уйындар яҡлы, сөнки ул – һағындырып килгән сағыу байрам. Ә унда мине көтәләрме? Бына ярыштарҙы Сочиға барып ҡарағым килеп китһә? Билет, юл, йәшәү хаҡтары күпмегә барып баҫыр икән?
Абау, билеттар 500-50 000 һум тора лабаһа! Былтыр февралдә һатыла башлау менән үк күбеһе таралып бөткән. Әле улар алыпһатарҙарҙа һәм туроператорҙарҙа ғына ҡалған. Әлбиттә, бик ҡыйбат хаҡҡа.
Олимпиаданы асыу һәм ябыу тантаналарын тамаша ҡылыу 50-60 мең һум тора. 17 көн ҡунаҡханала йәшәйем тиһәң, 100 меңеңде сығарып һалаһың. Ресторанда өс тапҡыр ашаһаң – йәнә 60 меңде. Ҡунаҡхана – стадион юлын тапау 20 мең тирәһенә барып баҫасаҡ. Йәмғеһе, иркенләберәк ҡыланһаң, 250 мең һумыңды әҙерләп ҡуйырға кәрәк икән! Ә бына баяғы туроператорҙан ете көнлөк юллама: Олимпиаданы асыу тантанаһын ҡараясаҡһың, фигуралы шыуыу ярыштарына барасаҡһың, дүрт йондоҙло ҡунаҡханала йәшәйәсәкһең... 524 меңгә! Был әле Өфөнән Сочиға барыу хаҡын индермәй генә! Әгәр ҡунаҡханала йәшәмәһәң? Ни бары 105 мең һум!
Беҙҙекеләргә генә түгел, сит ил кешеләренә лә бик ҡиммәткә төшә икән Уйындар. Американдар ҙа зарлана бына: “Фирма туристик юлламалар һата. Хоккей турнирының һуңғы дүрт матчына барыу 266 мең 642 һум тора. Билет түгел, йәшәү хаҡы ҡиммәт. “Йәшел ҡурсаулыҡ” шифаханаһында биш көн/дүрт төн уҙғарып, иртәнге аш менән генә хушһыныр өсөн 212 595 һум түләргә кәрәк. Самолетҡа хаҡтар был суммаға инмәй...”
Йә, мин бит олигарх түгел, шулай үҙ илемдәге ярыштарға ла бара алмайым! Өйҙә телевизорҙан ғына ҡарармын инде Олимпиаданы. Ысынлап та, шәп, хайран ҡалырлыҡ, әммә үтә ҡыйбат булмаҡсы был тамаша. Хаҡы сыҡһа ярай ҙа ул...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 355

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 319

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487