Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәүләттән ҡаплатып була
Коммуналь хеҙмәттәр хаҡының артыуына бәйле компенсация түләү быйылғы тәүге алты айҙа ла дауам итәсәк. Был ябай халыҡ тарифтар артыуҙың эҙемтәһен еңелерәк кисерһен өсөн эшләнә.


Республика Президентының ҡарары буйынса, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә компенсация былтыр 1 июлдән тәғәйенләнеп, йыл аҙағынаса ғәмәлдә ҡалды. Бюджеттан ошо маҡсатҡа яҡынса миллиард һум сарыф ителгән булһа, уның күләме бер йортҡа 200-400 һумтирәһе тура килгәйне.
Президент ҡарарына ярашлы, адреслы социаль түләүҙәр алдағы ярты йыллыҡта ла буласаҡ. Уның өсөн Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге филиалдарына ғариза менән мөрәжәғәт итергә генә кәрәк. Әйткәндәй, ҡасан мөрәжәғәт итеүеңә ҡарамаҫтан, алты ай өсөн дә түләйәсәктәр. Мәҫәлән, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова белдереүенсә, кеше 30 июндә мөрәжәғәт иткән хәлдә лә, уға адреслы социаль түләү 1 ғинуарҙан алып иҫәпләнә.
Шулай итеп, хәҙер коммуналь хеҙмәттәр хаҡына компенсация юллап, һәр кем үҙе ғариза яҙырға тейеш. Яңы тәртип йыл башынан ғәмәлгә инде.
– Күптәр өсөн 200-400 һум да – һиҙелерлек сығым. Беҙгә ундайҙарға ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк. 1 ғинуарҙан коммуналь хеҙмәттәргә өҫтәлгән хаҡты ҡаплатыуҙы дауам итеү тураһында ҡарар ҡабул иттем. Быны һәр кемдең шәхси ғаризаһы буйынса башҡарасаҡбыҙ. Килемдәре үтә лә түбән һәм мөмкинлектәре сикле булғандар халыҡты социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итә ала, унда ҡабаттан иҫәпләү яһаясаҡтар һәм, тарифтар артҡан хәлдә, сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплаясаҡтар, – тине республика етәксеһе.
Коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымдары дөйөм килеменең 20 процентынан артып киткән ғаиләләргә субсидия түләүҙең быйыл да дауам итеүе аҙ тәьмин ителгәндәр өсөн бик шатлыҡлы, әлбиттә. Әйткәндәй, Башҡортостанда бөгөн бындай ярҙамдан яҡынса 75 мең ғаилә файҙалана. Күптән түгел Рөстәм Хәмитов дөйөм килеменең 17-19 процентын коммуналь хеҙмәттәргә сарыф итергә мәжбүр ғаиләләргә лә ошондай ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге барлығы, ул саҡта тағы ла 10-20 мең ғаилә коммуналь хеҙмәттәр өсөн субсидияға өмөт итә аласағы тураһында белдергәйне.
– Беҙгә, әлбиттә, бындай йөкләмәләрҙе үтәп сығыу еңелдән түгел, әммә торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙе тулы кимәлдә башҡара алмағандар мәнфәғәтендә ошондай аҙымға барырға мәжбүрбеҙ, – тине республика башлығы.
Баҡһаң, был йәһәттән үҙгәрештәр тағы ла яҡшыраҡ икән. Хәҙер коммуналь түләүҙәр буйынса субсидияны дөйөм сығымы 12 проценттан артҡан ғаиләләр ҙә юллай аласаҡ. Бының өсөн ғариза ҡабул итеүсе ойошмаларҙың адресын ҡала һәм район хакимиәттәренең, шулай уҡ Халыҡты социаль яҡлау буйынса республика үҙәгенең сайттарында табырға була. Программаны финанслауға 500 миллион һум бүлеү ҡаралған.
Адреслы социаль түләү өсөн кәрәкле документтар:
1. Адреслы социаль түләүҙе алыуға ғариза.
2. Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты.
3. Торлаҡҡа хужалыҡ итеү һәм уны файҙаланыу хоҡуғы биргән документтарҙың күсермәһе.
4. Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн һуңғы айҙарға түләү тураһында мәғлүмәт биреүсе документтар күсермәһе.
5. Банкта иҫәп асыу тураһындағы килешеүҙең күсермәһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 325

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 501