Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Табыныбыҙ муллығы — һеҙҙең хеҙмәт емеше
Ауыл эшсәндәре үҙҙәренең һөнәри байрамын ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштары менән ҡаршылай. Былтыр ҡоролоҡ менән ҡурҡытҡан тәбиғәт быйыл һый-ниғмәтен мул өләште. Башҡортостан игенселәре дәүләт бураларына һаҡлауға 3 миллион 200 мең тонна ашлыҡ һалды. Шәкәр сөгөлдөрө, шулай уҡ көнбағыш, картуф һәм йәшелсә лә ишелеп уңды.
Хәҙер хужалыҡтар алдында йыл дауамында тир түгеп үҫтергән уңышты әрәм-шәрәм итмәй һаҡлау бурысы тора. Сит илдәрҙәге кеүек, сортын сортҡа айырып, ашлыҡты элеваторҙарҙа һаҡларға күп хужалыҡтарҙың мөмкинлеге юҡ. Беренсенән, был байтаҡ сығым талап итә, икенсенән, республикалағы элеваторҙар быйылғы игендең яртыһын да һыйҙыра алмай. Етмәһә, хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, уңыш күп булған һайын уның хаҡы ла төшә, ә бындай хәл игенсене һис кенә лә шатландырмай. Уңышты һаҡлау проблемаһы республиканың ауыл хужалығы өсөн яңылыҡ түгел. Заманса элеваторҙар һәм йәшелсә һаҡлау өсөн махсус ҡоролмалар төҙөмәйенсә тороп, әлеге проблеманы хәл итеп булмаясағы көн кеүек асыҡ.
Игендең һәр бөртөгө алтынға бәрәбәр, тиҙәр бит. Тимәк, ашлығы күп булған хужалыҡтар уны һатып, әллә күпме табыш аласаҡ, байыясаҡ. Әммә бөгөн уларҙың күптәре уңышты һатып табыш алыуға өмөт итә алмай, сөнки ҡара яҙҙан уҡ бурысҡа батҡан. Кредитты ваҡытында ҡапларға кәрәк, һуңлатһаң – бөлдө баш, тигән һүҙ. Бынан тыш, хужалыҡтарҙың ҡырҡмаһа-ҡырҡ төрлө эш-мәшәҡәтен ойоштороуҙа ла көндәлек сығымдары артҡандан-арта. Электр энергияһына, урып йыйыу осоронда яғыулыҡҡа миллиондарса һум китә. Техникаһы ла иҫкерә, уларҙы яңыртырға кәрәк, иҫке булғас – ватыла, тимәк, запас частар талап ителә. Техникаң булмаһа, МТС-тан саҡыртырға кәрәк, ә улары уңыштың ниндәйҙер процентын үҙҙәренә ала. Башҡа төр сығымдар ҙа байтаҡ: эшселәргә хеҙмәт хаҡы, һалымдар һәм башҡа төрлө бихисап түләүҙәр. Бына ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алһаң, үҫтергән уңышыңды арзанға һатыу бөтөнләй бушҡа биреп ебәреүгә бәрәбәр.
Әлбиттә, ауыл хужалығында проблемалар етерлек, ул бер нисә йыл эсендә генә хәл ителмәйәсәк. Шуныһы ҡыуаныслы: республиканың аграр секторы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың һәм Хөкүмәттең даими иғтибар үҙәгендә. Йыл һайын ауыл хужалығын үҫтереүгә, ауыл ерендә социаль инфраструктураны яҡшыртыуға ҙур күләмдә аҡса бүленә.
Хәҙер ауыл хужалығы предприятиелары үтә ҡоролоҡло йылда ла республиканы етерлек күләмдә иген менән тәьмин итеү мөмкинлеге биргән технологияларға таянып эшләй. Тап Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Башҡортостанда машина-технология станциялары ойошторолдо, был үҙ сиратында аграр секторҙың техник ҡеүәтен бермә-бер үҫтереүгә килтерҙе. Республика баҫыуҙарын Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә етештерелгән ауыл хужалығы техникаһы ла иңләй. Бынан тыш, баҫыуҙарҙа шәкәр сөгөлдөрө йыйыусы йөҙҙән ашыу комбайн эшләй. Бөгөн агросәнәғәт комплексында ошондай юғары етештереүсәнле техника булмаһа, быйыл иген һәм техник культураларҙы тиҙ арала, юғалтыуһыҙ йыйып алыу мөмкин булмаҫ ине. 2011 йылда республика аграрийҙары 2,8 миллиард һумлыҡ 2500 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған.
Малсылыҡ күрһәткестәре буйынса ла Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғы урынды биләй. Ит етештереүҙә беҙ илдә – икенсе, һөт етештереүҙә – беренсе урында. Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте – республика аграр иҡтисадының мөһим звеноларының береһе. Ул туҡланыу продукттары етештереү индустрияһында мөһим урын биләй, билдәле бер иҡтисади һәм социаль функцияларҙы башҡара.
Иллә-мәгәр республикала агросәнәғәт комплексы ҡаҙаныштары ауыл эшсәндәренең фиҙакәр хеҙмәте менән яулана. Һәр районда 25 — 30 мең центнер иген һуҡҡан комбайнсылар, 20 — 30-ар мең гектарҙан ашыу ер эшкәрткән тракторсылар, һыйыр малынан 1000 — 1200-әр грамм тәүлек артым алған малсылар, һәр һыйырҙан йылына 6 — 7-шәр мең килограмм, хатта унан да күберәк һөт һауып алыуға өлгәшкән һауынсылар бихисап.
Бөгөн республиканың күп кенә райондарында һөт фермалары төҙөлә, иҫкеләре яңыртыла. Был тәңгәлдә бөтөн төр ҡаҙнанан ҙур ғына аҡса бүленә. Әле крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә һөт фермалары төҙөлә, бөгөнгә 20 объект һайлап алынған да инде.
Беҙҙең ауыл хужалығы тауар етештереүселәре йыл һайын Бөтә Рәсәй “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә ихлас ҡатнаша һәм юғары наградалар яулай. Быйыл да Башҡортостан агросәнәғәт предприятиелары күп кенә миҙал, дипломдарға лайыҡ булды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 258

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491