Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ мәнфәғәтендә
l 2013 йылдың 5 ноябрендәге "Транспорт һалымы тураһында"ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында"ғы 8-се республика Законы ил төбәктәрендәге транспорт һалымы тураһындағы ҡануниәт нигеҙендә һалым һалыуҙы ҡулайлаштырыу, һалым ташламаларының һөҙөмтәлелеген баһалау маҡсатында әҙерләнде.
Транспорт һалымы ставкаһы элек билдәләнгән мәлдән арттырылманы. Инфляцияға бәйле, был һалым төрө күләме йылдан-йыл кәмей бара. Һөҙөмтәлә айырым кешеләр өсөн транспорт һалымы ставкаһы беҙҙә, Волга буйы федераль округы менән сағыштырғанда, 1,5-4,9 тапҡырға түбәнерәк. Яңы Законда транспорт һалымын арттырырға тәҡдим ителә.
Бюджетты проектлау буйынса ведомство-ара Хөкүмәт комиссияһы ҡарарына ярашлы, ауыл хужалығы тауары етештереү менән шөғөлләнгән колхоз, совхоз, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм башҡа ойошмаларға бирелгән транспорт сараларына ҡарата ташламалар һөҙөмтәһеҙ тип танылды.
Закон киләһе йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә.

l "Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте өлкәһендәге айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы Закон ҡабул ителде.
2013 йылдың 5 апрелендәге "Рәсәй Федерацияһында дәүләт пенсия тәьминәте тураһында"ғы Федераль закондың 7-се статьяһына һәм "Рәсәй Федерацияһының дәүләт граждан хеҙмәте тураһында"ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү яңы законды ҡабул итеүгә нигеҙ булды.
Федераль законға ярашлы дәүләт органдарын үҙгәртеп ойоштороу төшөнсәһе дәүләт органын бөтөрөү, ябыу төшөнсәһе менән алмаштырыла, граждан хеҙмәткәренә вазифаһы ҡыҫҡартылған йәки дәүләт органы бөтөрөлгән осраҡта башҡа вазифаны башҡарыуға өҫтәмә гарантия ғәмәлгә индерелә, шулай уҡ уны һөнәри әҙерлеген үҙгәртеүгә, белемен камиллаштырыуға йәки стажировкаға ебәреү өсөн өҫтәмә нигеҙ билдәләнә.
Был закон "Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан хеҙмәте тураһында"ғы һәм "Башҡортостан Республикаһындағы дәүләт граждан хеҙмәткәрҙәрен һөнәри яҡтан ҡайтанан әҙерләү, квалификацияһын камиллаштырыу һәм стажировка үткәреү тураһында"ғы республика закондарына үҙгәрештәр индерә.

l "Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында"ғы Законға өҫтәмәләр индерелде. Был документты ҡабул итеү ер өлөшө йәки өлөштәре иҫәбенә бүленгән ер участкаһы күләмен билдәләү зарурлығына бәйле. Атап әйткәндә, закон ошондай участкаларҙы бүлеү тәртибен билдәләгән положениелар менән тулыландырыла.
Рәсми документ 7 ноябрҙә баҫылып сыҡты һәм ун көндән көсөнә инде.

l "Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында"ғы Законға үҙгәрештәр индереү хаҡында"ғы Башҡортостан Законы ҡабул ителде.
Был Закон әлегә тиклем ғәмәлдә булғанын балалар менән сауҙа итеүгә, уларҙы файҙаланыуға кәртә ҡуйыу, ошондай ғәмәлдәрҙең ҡорбаны булғандарға педагогик, психологик, медицина, юридик ярҙам күрһәтеү сараларын күҙ уңында тотҡан яңы статья менән тулыландыра. Унда шулай уҡ республикала бала хоҡуҡтарының төп гарантияларын тәьмин итеү принциптары асыҡлана.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 312

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 377

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 330

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 282

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 355

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 330

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 317

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 255

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 485