Шыршы “тутыйғошо”06.11.2018
Ылыҫлы урмандарҙа көн иткән был турғай башҡа ҡоштарҙан ныҡ айырыла. Иң тәүҙә уның сағыу төҫөнә, аҫлы-өҫлө сатрашланған суҡышына иғтибар итәһең. Уныһы бала саҡта улай булмай әле. Ояһынан осоп сығып, үҙаллы туҡлана башлағас ҡына шулай кәкрәйеп, тубырсыҡ ҡабығын асырға яраҡлаша.

Шыршы турғайының (клест) беҙҙә өс төрө осрай. Улар бер-береһенән саҡ ҡына айырылып, ҡарағай, ҡарағас, шыршы урмандарында йәшәй. Суҡышының рәүешенән һәм йәшәгән урынынан күренеүенсә, был ҡоштар тубырсыҡ ватып, ылыҫлы ағас орлоҡтары менән туҡланып көн итә. Әммә башҡа төр ризыҡтан да, бигерәк тә ағас ҡабыҡтарында йәшәгән ҡоротҡостарҙан баш тартмай. Тупланып йәшәргә яратҡан ҡоштар, төп ризыҡтары булған тубырсыҡтың уңышына ҡарап, урындан-урынға байтаҡ ҡына араға күсенеп йөрөй, хатта оя ҡороу һәм бала сығарыу ваҡыттарын да үҙгәртә.

Уның өсөн ҡәтғи ваҡыт та юҡ: яҙлы-көҙлө күсмә тормош булмағас, ҡасан теләй, шул ваҡытта оя ҡора башлай. Шыршы турғайы өсөн һалҡын ҡышта ла йомортҡа баҫыуы бер ни тормай. Шулай ҙа йышыраҡ март-апрелдә тубырсыҡ өлгөргән ваҡытҡа тура килтерергә тырыша, ҡайһы саҡта йәйгә лә ҡала.

Шыршының ҡуйы ботаҡтары араһында ҙур һәм йылы оя ҡороп, был турғай ике аҙнала бала сығара. Балаларын да шыршы орлоҡтары менән туйындыра, оянан осоп сыҡҡас та әле уларҙы бер аҙ ваҡыт ашатыуын дауам итә. Бала ҡоштар йәшкелтерәк төҫтә була, үҫә килә уның инәләре һарыға, аталары ҡып-ҡыҙылға әйләнә.

Шыршы турғайы ботаҡтың иң осондағы тубырсыҡта ла баштүбән аҫылынып тороп, ҡабығын кимерә ала, үрмәләп йөрөгәндә хатта суҡышын да оҫта файҙалана.


Вернуться назад