Йәй етһә лә, йылғалар таша04.07.2017
Көндәрҙең ямғырлы тороуы арҡаһында йылғаларҙа һыу кимәленең артыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, Йүрүҙәндә – 27, Эҫемдә — 22, Ағиҙелдә — 2, Инйәрҙә — 12, Ҡариҙелдә — 1, Әйҙә 4 сантиметрға күтәрелгән.

Синоптиктар фаразлауынса, көслө ямғырҙар сәбәпле Эҫем, Инйәр, Ләмәҙ һәм башҡа тау йылғаларында артабан да һыу кимәленең артыуы көтөлә. Түбән урындағыларҙың туғайға сығыуы ихтимал.


Вернуться назад