Их, саф шишмә һыуы!..10.03.2017
Их, саф шишмә һыуы!..Башҡортостандағы район хакимиәттәре урындағы шишмәләрҙе шефлыҡҡа алмаҡсы.
Туймазы районында “Шиш­мәләрҙе бергәләп та­ҙарта­йыҡ!” тигән девиз аҫ­тында “Минең шишмәм” экологик ак­цияһы башланды. Муниципалитет хаки­миәте башланғысы менән саф һыу сығанаҡтарын һаҡ­лау­ға йүнәлтелгән сараға бөтә туймазыларҙы йәлеп итеү күҙаллана. Һәр пред­прия­тие, ойошма, учреждение, ғаилә йәки айырым кеше берәй ­йылғасыҡты шефлыҡҡа алып, уның тирә-яғын төҙөк­лән­дерә, тәр­типкә килтерә ала. Район хаки­миәте хеҙмәт­кәр­ҙәре иһә үҙҙә­ренең шишмә­һен Урын­дағы үҙидара көнөн­дә та­ҙартасаҡ.
Акцияға ярашлы экологик аншлагтар һәм мәғлүмәт стенд­тары конкурсын үткә­реү күҙаллана. Бынан тыш, “Шиш­мәм менән селфи” фотоконкурсы иғлан ителде. Иң төҙөк һәм таҙа һыу сығанаҡтары биләмәләре сағылған фотолар район хакимиәтенең рәсми сайтында, “Туймазинский вестник” гәзитендә донъя күрә­сәк, урындағы телекомпания тап­шы­рыуҙарында күрһәте­лә­сәк. Иң әүҙем эко­лог­тарға район һабантуйында бүләк тапшыры­ласаҡ.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика