Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Саңғалыҡтың саңын ауыҙлыҡлап буламы?
Былтыр Учалы районының Мансур ауылы кешеләре, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт итеп, төбәктәге насар экологик хәл тураһында еткергәйне. Әйтеүҙәренсә, Мансур эргәһендә урынлашҡан Саңғалыҡ диорит карьерының саң болоттары ауылға табан оса, тын алырлыҡ, йәшәрлек әмәл юҡ.
Мәғлүм булыуынса, данлыҡлы Мансур ятҡылығында һирәк осрай торған төҙөлөш ташы – гранит табыла, ошонда уҡ Саңғалыҡ диорит ятҡылығы ла урынлашҡан. Һуңғыһынан асыҡ ысул менән төҙөлөштә киң ҡулланылыусы ваҡ таш, ҡомташ етештерәләр. Тап ошо карьер төбәккә экологик хәүеф менән янай ҙа инде.
2011 йылдың октябрендә Учалы район-ара прокуратураһы һәм Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль комитеты хеҙмәткәрҙәре булып, урында тикшереү үткәргәндән һуң, һауаға ташланған ҡалдыҡтарға 2010 – 2011 йылдарҙа лаборатор анализ уҙғарылмағанлығы, таҙартыу ҡоролмаларының ваҡытында таҙартылмауы, ҡоролмаларҙы файҙаланыу ҡағиҙәләре үтәлмәүе асыҡланғайны. Экологик нормаларҙы боҙған өсөн вазифалы кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Ошонан һуң Мансур ауылы халҡы еңел тын алған тип уйлайһығыҙмы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡ ҡыш буйы саңлы һауа һуларға мәжбүр булған. Әйтеүҙәренсә, был болот шундай ҡуйы, хатта Мансурға килгән саҡта, ауыл юлдан күренмәй ҙә – зарарлы томан артында. Ә бит бында меңгә яҡын кеше йәшәй, балалар, оло йәштәгеләр бар...
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы башланғысы менән Учалы район-ара прокуратураһы Мансурҙа сираттағы тикшереү үткәрҙе. Һөҙөмтәлә, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең санитар-һаҡлау зонаһындағы атмосферала зарарлы матдәләрҙең концентрацияһы норманан – өс тапҡыр, предприятие эргәһендәге урмандағы ҡар ҡатламында 16 тапҡыр артыҡ булыуы, предприятиеның атмосфера һауаһын һаҡлау һәм производство ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса тейешле документтары эшләнмәүе, газ таҙартыу ҡоролмаларының яраҡһыҙлығы, предприятиеның санитар-һаҡлау зонаһы проекты юҡлығы, предприятие тейешле органдарға һауаны бысратыу буйынса дөрөҫ мәғлүмәт бирмәүе һәм башҡа етешһеҙлектәр асыҡланған. Хәйер, был рәсми һығымталар халыҡтың йәшәйешен яҡшыртырмы? Әлегә Учалы район судының 26 марттағы ҡарары менән яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең эшмәкәрлеге 45 тәүлеккә туҡтатылған, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы етди контролдә тоторға вәғәҙә итә. Үҙ сиратыбыҙҙа, был мәсьәләнең нисек хәл ителгәнен күҙәтеп, гәзит битендә яҡтыртып барырға ниәтләйбеҙ.
Г. БАЛТАБАЕВА.


Шамил ҒӘЛИӘХМӘТОВ, Мансур ауыл Советы муниципаль берәмеге башлығы:
– Саңғалыҡ диорит карьеры Мансур һәм Ильинка ауылдарына бик яҡын урынлашҡан, бында меңгә яҡын халыҡ көн итә. Уларҙың күбеһе тап ошо предприятиела эшләй. Карьерҙың эшмәкәрлегенә бер нисә тиҫтә йыл, әммә саң проблемаһы һуңғы осорҙа ҡырҡыуланды. Уның сәбәптәре төрлө, әлбиттә. Беренсенән, предприятиела таш ваҡлағанда саңды фильтрау ҡағиҙәләрен тейешенсә үтәмәүҙәре билдәле булһа, икенсенән, һуңғы йылдарҙың ҡоро, ҡарһыҙ килеүе лә был мәсьәләне киҫкенләштереп ебәрҙе. Яуым-төшөм туҙанды баҫа бит ул. Быйылғы ҡыш ҡар япмаһы үтә йоҡаҡ булды, ул баҫылманы тиерлек. Ауыл халҡына бик ҡыйын, әлбиттә. Даими туҙан йотоу һаулыҡҡа зыян яһамай ҡалмай. Ә ауыл урамдарын, йорт-ҡураны нисек ҡурсаларға? Мәсьәлә ҡырҡыу, әммә, икенсе яҡтан, халыҡ предприятиены ябыу яғында түгел. Ни тиһәң дә, эш урыны бит ул: һәр кемгә ғаиләһен хәстәрләргә кәрәк. Шуға ла экология нормаларын үтәүгә ҡарата талап юғарыраҡ булһын ине.
Лидиә МОСТАФИНА, Мансур балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе:
– Ошо ауылда ғаиләбеҙ менән егерме йылдан ашыу ғүмер кисерәбеҙ, әммә быға тиклем саң-туҙандан ыҙаланғаныбыҙ булманы, ә һуңғы ике йылда түҙерлек түгел. Карьерҙың элекке етәкселеге был проблема хаҡында хәбәрҙар ине, халыҡ уға күп тапҡыр мөрәжәғәт иткәне булды. Әммә әлеге етәкселек кешеләрҙең зарына бик ҡолаҡ һалып бармай – экология мәсьәләһенә иғтибар юҡ кимәлдә. Карьер тәүлек әйләнәһенә эшләй, аңлауымса, предприятиела ташты төнөн ваҡлайҙар. Иртән тороп эшкә барайым тиһәң, тупһаға баҫып булмай – һоро саңдан ҡалын ҡатлам хасил була, ул ғына түгел, йәшелсә-емеш, ағастар үҫкән баҡса, йорт-ҡура – һәммәһе лә туҙан аҫтында. Йәй көнө малды көтөүлеккә сығарыр әмәл юҡ – бысраҡ үләнде ниндәй мал ашаһын? Ҡыҫҡаһы, саң болото араһында йәшәйбеҙ. Мин медицина белгесе түгел, шулай ҙа экологияның бындай торошо кешеләрҙең иммунитетын ҡаҡшатҡанын, булған ғына һаулығын юҡҡа сығарғанын, ауыр сирҙәргә дусар иткәнен аңлайым, ошонда йәшәгәс, миҫалдар бихисап. Предприятие әлегә ваҡытлыса туҡтатылған, һәм ошо арала тейешле саралар күрелер, тип өмөтләнәм. Унда бит ауыл кешеләре эшләй, ғөмүмән, ҙур предприятиены тота килеп ябып та ҡуймаҫтар инде. Алдынғы технологиялар заманында халыҡты экологик бәләнән ҡотҡара алырлыҡ сара булмағанына, булғанын да ҡулланмағандарына аптырайым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 613

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506