“Баллы төбәк” бәйгегә саҡыра22.02.2017
“Баллы төбәк” бәйгегә саҡыра Өфөләге эшсе йәштәрҙе Рәсәйҙә Экология йылына арналған “Баллы төбәк” фотоконкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Бәйгене баш ҡаланың Йәштәрҙең мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге ойоштора.
“Баллы төбәк”тең маҡсаты – Башҡортостандың гүзәллеген күрһәтеү, уны һаҡлау зарурлығына иғтибарҙы йүнәлтеү, кеше менән тирә-яҡ мөхит араһындағы мөнәсәбәттәге проблемалар хаҡында һөйләү. Конкурс һәүәҫкәр фотографтарға үҙ һәләтеңде күрһәтеү, ә өфөләргә республиканың матурлығын тағы ла бер тапҡыр күреү мөмкинлеген бирә.
20 мартта, Бөтә донъя ер көнөндә, фотоконкурс йомғаҡтары буйынса махсус күргәҙмә ойошторола. Баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарға бәйгелә ҡатнашыусыларҙың эштәре тәҡдим ителәсәк. Әйткәндәй, “Баллы төбәк” конкурсында теләге булған 18 – 30 йәшлектәр ҡатнаша ала. Ғаризалар 16 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең сайтында был турала тулы мәғлүмәт бирелгән.


Вернуться назад