Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңел пак икән – тирә-яҡ саф
Күңел пак икән – тирә-яҡ саф Экология йылы башланды. Быйылға ҡуйылған төп маҡсаттар – халыҡтың тәбиғәткә ҡарата мөнәсәбәтен ыңғай яҡҡа үҙгәртеү, ҡатмарлы мәсьәләләрҙең асылына төшөндөрөү, аңлатыу эше алып барыу, күңелдәрҙә йәшәгән ергә һөйөү, яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү. Тауҙай булып өйөлгән проблемаларҙы “һөҙәгәйтеү” өсөн күпме көс талап ителер?
Дәүләт һәм бизнес вәкилдәре алдына ҡалдыҡтар менән эш итеү­ҙе яйға һалыу, легаль булма­ған сүплектәрҙе бөтөрөү, заманса технологиялар индереү, етештереү предприятиеларын йыһазланды­рыу, сүп-сарҙы айырым утилләш­тереү кеүек өҫтөнлөклө бурыстар ҡуйылды. Эйе, былар бер кем өсөн дә яңылыҡ түгел, даими ҡабат­лан­ған һүҙҙәр. Ә быйыл, тимәк, мәсьәлә иғтибар үҙәгенән төшмәйәсәк.
Үҙәк матбуғат сараларында әйтеле­үенсә, илдең барлыҡ төбәк­тәре сүп-сарҙы йыйыуҙы, эшкәр­теүҙе, утилләштереүҙе ойошто­роуҙың яңы системаһына былтыр уҡ күсеп бөтөргә тейеш булған. Әммә быға күптәр өлгәшә алмаған. Быйыл иһә 12 субъект яңы системаға күсеүҙе планлаштыра.
Икенсе йүнәлеш – законһыҙ ҡый­лыҡ­тарҙы бөтөрөү. Әле илдә уларҙың һаны 20 меңдән ашыу. Бындай сүп-сар полигондары – ХХI быуаттың тағуны, тип билдәләй белгестәр. Уларҙағы ташландыҡ ауырлығы 30 миллиард тоннанан ашыу икән. Образлы әйткәндә, Хеопс пирами­даһы ҙурлығындағы 7 500 тауға тиң!
Мәғлүм булыуынса, ҡыйлыҡтар­ҙың күп өлөшөн полиэтилен пакеттар, пластик һауыттар тәшкил итә. Күптән түгел Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министр­лығында уларҙы ҡулланыуҙы сик­ләү тәҡдиме менән сығыш яһа­нылар. Эйе, әлегә был тыйыу айырым һаҡланған тәбиғәт зоналары биләмәләренә генә ҡағыласаҡ. Шулай ҙа башланғыс хупланһа, киң таралыу алыр тигән ышаныс бар. Ведомствоның рәсми сайтында белде­релеүенсә, сикләү барлыҡ пластик әйбер­ҙәргә индерелергә тейеш: нәҡ улар ҡыйлыҡтарҙың иң күләмле, оҙаҡ тар­ҡалмай торған өлөшөн тәшкил итә, үҙҙәрен йыйыу ҙа, утилләштереү ҙә мөмкин түгел.
Был аҙым “кисәнән алда” яһа­лырға тейеш ине, тип билдәләнгән министрлыҡтың сайтында. Һуңғы осорҙа пластиктан күп дәүләттәр баш тарта. Мәҫәлән, Сингапурҙа, Бангладешта, Тайвандә уны ҡулланыу 2003 йылда уҡ ныҡлы тыйылған. Күптән түгел Франция ла ошо аҙымды яһаған. Был илдә 2020 йылға пластик һауыт-һабаны бөтөрөп, артабан бөтөнләй ҡуллан­маҫҡа ҡарар иткәндәр. Киләсәктә биологик яҡтан таҙа материалдар файҙаланыуға индереләсәк. Был закон – Францияла климаттың глобаль үҙгәреше проблемаһын хәл итеү һәм илдең экологик торошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән киң күләмле пландың бер өлөшө генә. Ҡануниәт авторҙары билдәләүенсә, пластик һауыт-һабанан баш тартыу тирә-яҡ мөхиттең таҙалығын һаҡлауға булышлыҡ итеп кенә ҡалмаясаҡ, ә уларҙы етештереү өсөн сарыф ителгән энергетик сығымдарҙы ла ҡырҡа кәметәсәк.
Әлбиттә, һәр эштәге кеүек, баш­ланғысҡа ҡаршы фекер белде­реүселәр ҙә юҡ түгел. Рәсәй Тәби­ғәт ресурстары һәм экология ми­нистрлығының тәҡдиме лә ҡайһы берәүҙәрҙә ҙур ризаһыҙлыҡ тыу­ҙырҙы. Мәҫәлән, сауҙа ассоциациялары вәкилдәре әйтеүенсә, плас­тиктан баш тартыу һатыусы­ларҙан, рестораторҙарҙан һәм һө­ҙөмтәлә ҡулланыусыларҙан ҙуры­раҡ сығым талап итәсәк. Ҡайһы­һына өҫтөнлөк бирергә: ризыҡ өсөн арзаныраҡ түләргәме, әллә һау­лыҡҡа зыян килтермәҫлек мөхиттә йәшәргәме?
Экология йылында йәнлектәр айырым хәстәрләнәсәк. Мәҫәлән, уларҙы һаҡлау, яуаплы мөнәсәбәт булдырыу тураһында айырым закон ҡабул итеү, “Ҡыҙыл китап”ты яңынан сығарыу көтөлә. Алыҫ Көн­сығыш ҡапланын, сайғаҡты һәм Амур юлбарыҫын үрсетеү үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк тигән һүҙ ҙә халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыралыр.
Әле Рәсәйҙә федераль әһә­миәт­тәге 299 айырым һаҡланған биләмә бар. Был иҫәпкә 110 ҡурсаулыҡ, 46 милли парк, 70 заказник, төрлө тәбиғәт һәйкәлдәре инә. Дөйөм майҙан, диңгеҙ биләмәһен дә иҫәпкә алғанда, 59,2 миллион гектар тәшкил итә. Өҫтәүенә илдә быйыл йәнә кәмендә биш ҡурсаулыҡ асыу, ике милли паркты киңәйтеү планлаштырыла. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә Экология йылына сүп-сар эшкәртеү өсөн 12 завод төҙөүҙән башлап Эльбрусҡа менеүгә тиклем 200-гә яҡын сараны тормошҡа ашырыу ниәт ителгән. Бюджет та битараф түгел: 350 миллиард һум бүленә. Был аҡсаның күп өлөшө – инвесторҙарҙыҡы, уны тәү сиратта техно­логияларҙы яңыртыуға йүнәлтәсәктәр.
Ошондай ҙур пландар тура­һын­да һүҙ барғанда, беҙҙең төпкөл­дәрҙәге “ожмах утрауҙары”, уларға бөтөн ғүмерен ба­ғышлаған, бәлә­кәй генә эш хаҡы алыуға ҡара­маҫтан, глобаль проблемаларҙы иҫкәрткән, халыҡҡа хәҡиҡәтте тө­шөндө­рөргә тырышҡан ябай кеше­ләр – ҡурсау­лыҡ, милли парк, заказник хеҙмәткәрҙәре күҙ алдына килеп баҫа. Тыуған төйәген бөтөн йөрәге менән яратҡан, тәбиғәттең һулышын, тауҙарҙың тынын тойған, һәр үҫентене, йәнлекте йәнеләй күргән, урмандың бормалы һуҡмаҡ­тарынан күҙ йомоп үтә алырлыҡ, ошо мөхиттә үҙен иң бәхетле тип һиҙгән һәм күңел яҡтыһын башҡа­ларға ла өләшкән кешеләрҙең дө­рөҫ йәшәргә саҡырған ораны ишетелерме, киң майҙанда яңғырар­мы? Мәҫәлән, “Башҡортостан” дәү­ләт ҡурсаулығы директоры Вәсилә Яныбаева гәзитебеҙгә биргән бер әңгәмәһендә: “Проблемалар ара­һында иң ныҡ хафаға һалғаны – эсәр һыуҙың бысраныуы, – тигәйне. – Бының төп сәбә­бен кер, ҡашы­ғаяҡ таҙартыуға ҡулла­нылған химик әйберҙәрҙә күрәм. Улар йыуынты һыу менән бергә түгелгәс, 17 метр тәрәнлеккә китә икән. Унда иһә – артезиан һыуы... Ләкин был турала ниңәлер өндәш­мәүҙе хуп күрәбеҙ. Ә сирҙәр артҡандан-арта, иммунитетыбыҙ ҡаҡшай. Бының төп сәбәбе һыуҙан икәнен белмәйбеҙме һуң?..”
Күңел пак икән – тирә-яҡ саф
Ҡурсаулыҡ етәксеһе шулай уҡ тәбиғәтте төплө өйрәнеү өсөн ғил­ми туризм булдырыу, был эшкә йәштәрҙе күпләп йәлеп итеү мөһимлеге, балаларҙы виртуаль донъянан айырыу маҡсатында экологик лагерҙар һанын арттырыу, тәрбиә эштәрен кабинетта ултырып түгел, ә тәбиғәт ҡоса­ғында ойоштороу зарурлығы тураһында бихисап аҡыл биргәйне. Эйе, тирә-яҡ таҙа булһын өсөн тәү сиратта әҙәм балаһының күңел паклығы кәрәк шул. Вәсилә Әхәт ҡыҙының һөйләгәндәренән йәнә бер өлөштө иҫкә төшөрөп үтәйек: “Уҙған быуат аҙағында Магнитогор­скиҙағы бер завод хеҙмәткәрҙәренең балаларын алып килделәр. Була бит шундай етәкселәр! “Балаларҙы бер нисә аҙнаға тәрбиәгә алығыҙ. Аҡса йәл түгел – күпме һораһағыҙ, шунса бирәбеҙ”, – тинеләр. Атта ла йөрөнөк был балалар менән, йәйәү ҙә. Ҡурсаулыҡта күрмәгән урындары, үтмәгән юлдары ҡалманы. Ҡайтыр ваҡыт еткәс иһә илай башланылар. Беҙҙән, тәбиғәттән айы­рыл­ғылары килмәй. Араларынан береһе урмансының атын күҙ йәше менән һорай. “Зинһар өсөн, бире­геҙ, – ти. – Урынына атайымдың анау ҡиммәт­ле машинаһын ҡалдырырбыҙ...”
Бына ошондай фиҙакәр хеҙмәт күрһәткән, тауҙай проблемаларҙы атҡарырға тырышҡан заман­даш­тары­быҙҙың эше лайыҡлы баһа­ланһын, тәжрибә өлгөләре өйрә­нелһен, кәңәштәре тыңланылһын, үҙҙәренә тейешле ярҙам күрһә­телһен ине Экология йылында. Тәбиғәт ҡосағында йәшәгән кеше яңылыш юл күрһәтмәҫ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 050

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 415

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 947

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 853

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 595

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 206

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 430

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 400

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 309

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497