Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡыҙыл китап” биттәренән
“Ҡыҙыл китап” биттәренәнШОҢҠАР (кречет) – ыласын һымаҡтар отрядындағы, ыласындар ғаиләһендәге ҡош. Уның өс исеме бар: шоңҡар – атаһы, әтәлге – инәһе, тойғон – аҡ төҫтәгеһе. Ҡарғанан ҙурыраҡ. Тойғондоң дөйөм төҫө аҡ, һырты уҡ башағы һымаҡ, ә ҡорһаҡ яғы буй ҡара-көрән һыҙыҡтар менән сыбарланған. Аяҡтары һары. Башҡа ыласындарҙан ҙурлығы менән айырыла. Ҡая таштар, урман сигендәге айырым ағастар араһында, тундрала йәшәй. Асыҡ урындарҙа ҡош-ҡортҡа һунар итә. Күбеһе ҡоштар менән туҡлана, һирәк кенә ваҡ йәнлектәрҙе аулай. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөй, һирәк осрай. Беҙгә көҙ һәм ҡыш осоп килә, был яҡтарҙа оя ҡормай. Һунарға йөрөү өсөн ҡулға ла эйәләштерәләр.

КӨСӨГӘН (орел-могильник) – ҡарсығалар ғаиләһендәге эре йыртҡыс ҡош. Уны дала бөркөтө, уба бөркөтө, ҡарағош тип тә йөрөтәләр. Ҡаҙҙан ҙурыраҡ.“Ҡыҙыл китап” биттәренән Осҡанда ҡанат осондағы ҡауырһындары йәйелгән бармаҡтарға оҡшағандай була. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Түбәһе ҡара-көрән төҫтә, елкәһе һарғылт ерән, яурындарында аҡ тап бар. Бөркөттән ҡара төҫтәге ҡойроғо, яурындарындағы аҡ таптары менән айырыла. Тауышы яңғырауыҡлы: «ҡъяҡ-ҡъяҡ-ҡъяҡ». Төрлө вак йәнлекте, ҡоштарҙы аулай. Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Ағас башында оялай. Ике-өс ояһы була, уларҙың диаметры 1,5 метрға етеүе ихтимал. Ике-өс аҡ йомортҡа һала. Һуңғы йылдарҙа ҡарағоштоң ояһы Ейәнсура, Хәйбулла, Бөрйән һәм Белорет райондарында ғына теркәлгән.

“Ҡыҙыл китап” биттәренәнАҒУНА (белая куропатка) – ҡорҙар ғаиләһенә ҡараған ҡарға ҙурлығындағы ҡош. Ҡыш аҡ төҫтә була, ҡойроғо һәм ҡанаттарының үҙәге ҡара килеш ҡала. Йәйгелеккә ала-сыбарға әйләнә, уларҙа ҡыҙғылт-һары төҫ өҫтөнлөк итә. Аяҡтарында тырнаҡтарына тиклем ҡауырһын үҫә. Оса башлағанда яңғырауыҡлы итеп ҡысҡыра. Мүкле һәм үләнле һаҙлыҡтарҙа, киң үртәндәрҙә төпләнә. Ояһын ерҙә ҡора, ҡара таптары булған һары йомортҡалар һала. Әбйәлил, Хәйбулла, Учалы, Балаҡатай, Ейәнсура райондарында осрай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна"

Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна" 29.03.2019 // Экология

Тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп тә өлгөрмәне, ҡыш буйы йыйылған сүп-сар ҡалдыҡтары, ташланған шешә һауыттары...

Тотош уҡырға 1 456

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле 28.03.2019 // Экология

Европа парламенты, 2021 йылға пластмассанан етештерелгән тиҫтәләгән предмет төрҙәренән баш тартыуҙы...

Тотош уҡырға 1 158

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам"

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам" 26.03.2019 // Экология

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет...

Тотош уҡырға 1 097

Эш теүәл бара

Эш теүәл бара 14.03.2019 // Экология

Сибайҙа үткән көндәлек брифингта ҡалалағы экологик хәлгә ентекле баһа бирелде....

Тотош уҡырға 1 035

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә 27.02.2019 // Экология

1 мартта Ҡариҙел районында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 1 092

Матурлығынан зыяны күберәк

Матурлығынан зыяны күберәк 26.02.2019 // Экология

Күршеләрҙә көҙөн сағыу һары төҫлө сәскә күреп ҡалдым. – Резеда апай, ҡайһылай матур сәскә, күсереп...

Тотош уҡырға 1 434

Урман “ашханалары”

Урман “ашханалары” 26.02.2019 // Экология

Республикалағы барлыҡ тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында һәм заказниктарында ҡырағай йәнлектәрҙе ашатыу өсөн...

Тотош уҡырға 1 184

“Таҙа Танып”тың башында  кем тора?

“Таҙа Танып”тың башында кем тора? 26.02.2019 // Экология

Республикала гөрләп үткән “Таҙа Танып” акцияһы йомғаҡтарын Пермь крайының Чернушки ҡалаһында...

Тотош уҡырға 1 274

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды 26.02.2019 // Экология

Улар тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде....

Тотош уҡырға 1 292

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар 25.02.2019 // Экология

Сибайҙа экологик хәлде яйға һалыу, һауаның торошо, ниҙәр башҡарылғаны хаҡында ҡала халҡына еткереп...

Тотош уҡырға 1 112

Таусылар именлеген хәстәрләп

Таусылар именлеген хәстәрләп 22.02.2019 // Экология

Сибай ҡалаһындағы экологик хәл “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен дә борсомай ҡалманы. Бөгөн улар Учалы...

Тотош уҡырға 1 126

Экологик хәл тотороҡлана

Экологик хәл тотороҡлана 21.02.2019 // Экология

Был хаҡта бөгөн үткән брифингта хәбәр ителде: Сибайҙа көкөрт диоксидының миҡдары артыуы күҙәтелмәне....

Тотош уҡырға 1 210