Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәрбиә ҡайҙан башлана?
Тәрбиә ҡайҙан башлана?Үҫеп килгән быуында тирә-яҡ мөхиткә иғтибар менән ихтирамды нисек тәрбиәләргә? Хатта юғары даирәләрҙә лә был һорауға яуап таба алмайҙар. Ә бына "Асылыкүл" тәбиғәт паркы директоры Рәмил Аралбаев менән "Башҡортостан" милли паркы директорының фән буйынса урынбаҫары Лилиә Солтангәрәева оҙаҡ уйлап тормаған — экологик лагерь ойошторған. Үҙҙәрен "ДОП"-сылар ("Тәбиғәтте һаҡлау дружинаһы". — Авт.) тип атаған бындай әүҙем кешеләр республикала бихисап. Уларҙың барыһы ла ҡасандыр бер уҡыу йортонда белем алып, ошо исемдәге дружинаның әүҙем ағзалары булған. Студенттарҙы берләштергән әлеге ойошма тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҙур өлөш индергән. Бөгөн дә улар йәш быуынға үҙҙәренең күргән-белгәндәрен еткереү өсөн арымай-талмай хеҙмәт итә.

Экологик лагерь бишенсе тапҡыр ойошторола. Йыл да уны төрлө тарафта үткәрәләр, сөнки һәр яҡтың үҙенсәлектәре бихисап. Уларҙы өйрәнеү — лагерҙың тағы бер йүнәлеше. Бында экология мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынған, тикшеренеүҙәр үткәргән, биология буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашҡан балалар йыйылған. Мәҫәлән, Илдар Фәттәхов Асҡын ауылынан. Етенсе класты тамамлаған үҫмер ауылы эргәһендә генә таралған ысыҡ үләне тураһында тикшереү эше яҙған һәм Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урынды яулаған.
— Был үләндең үҙенсәлеге шунда: ул бәләкәй бөжәктәр менән туҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ үләнгә ныҡ тәьҫир итте. Һаҙлыҡтар ҡорой һәм ысыҡ үләне кәмегәндән-кәмей бара. Шуға ла уны һаҡлау өсөн саралар күрергә кәрәк, – ти Илдар.
Бөрө ҡалаһынан килгән Анна Зинова ла, ата-әсәһе лә бергәләп урында йүнәлеште билдәләү спорты менән шөғөлләнә. Рәсәй буйынса үткәрелгән ярыштарҙы ҡалдырмайҙар.
— Һуңғы йылдарҙа ҡалала яман шеш сиренә тарыусылар һаны бермә-бер артты. Был хәл радиация кимәленең күтәрелеүенә бәйле түгелме икән, тип махсус прибор ярҙамында ҡала буйынса тикшереү үткәрҙем. Һөҙөмтәләр ҡыуандырҙы: радиация кимәле түбән. Тимәк, яман шеш икенсе сәбәп арҡаһында барлыҡҡа килә. Быны асыҡлау мөһим. Асылыкүлгә лә радиация кимәлен үлсәү ҡорамалын алып килдем. Дуҫтарым менән бында ла махсус карта төҙөп, Тәрбиә ҡайҙан башлана?радиация фонын үлсәп сыҡтыҡ. Күлдә ҡурҡамайынса ял итергә була, – тип һөйләй ҡыҙыҡай. Әйткәндәй, ул ошо арала урында йүнәлеште билдәләү буйынса Пенза ҡалаһында үтәсәк Бөтә Рәсәй ярышына юлланасаҡ.
Ғөмүмән, экологик лагерға йыйылған балаларҙың күбеһе Асылыкүл буйына тәүгә аяҡ баҫҡан. Шуға күлдең килеп сығышы менән ҡыҙыҡһынып, ҡайтҡас та "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосын уҡып сығырға ҡарар иткәндәр. Аҡҡоштарҙы күҙәтеп, фотоға төшөргәндәр. Уларҙы ашатҡанға, лагерь тапҡырына себештәрен эйәрткән аҡҡоштар килеп китә. Балалар бынан бер кинәнес табып зыҡ ҡуба.
Экологик лагерҙа ял итеүселәр "Асылыкүл" тәбиғәт паркына ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәткән. Балалар йыйған сүп-сарҙы дүрт “КаМАЗ” менән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына сығарғандар. "Асылыкүл ус төбөндәге кеүек күренгән тауҙан туристар өҙөлмәй. Баҡһаң, ҡайһы берәүҙәр күлдең хозурлығына һоҡланғандан һуң, унда сүп ташларға тартынмай икән. Балалар иһә, ошоно күреп, тауҙың итәген таҙартты. Был урында матур сейәлек бар, ҡыҙарышып бешеп ултыра…" – тип һөйләй Рәмил Фәттәх улы.
Тәбиғәткә иғтибарлы балалар күл буйына ял итергә килеүселәргә лә бер ни тиклем экологик тәрбиә биргән. Төрлө плакаттар төшөрөп, уларҙы туристарға күрһәтеп, иң яҡшыларын билдәләгәндәр. Күл тирәләй сағыу плакаттарын элеп сыҡҡандар.
Бына хушлашырға ла ваҡыт. Иҫтәлек өсөн фотоға төшөп, телефондарҙы яҙып алып хушлаштыҡ. Икенсе йыл "ДОП"-сыларҙың экологик лагерын тағы барып күрербеҙ әле. Экологик тәрбиәгә килгәндә иһә, ниндәйҙер ысул уйлап сығарырға кәрәкмәй. Бары тик балаларҙы йышыраҡ тәбиғәт ҡосағына алып сығып, үлән, ағас, ҡош, бөжәктәр донъяһы менән таныштырырға кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509