Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Машина елкәгә ныҡлы ултыра, йәки Ҡала ихаталарын "тимер ат"тар баҫты
“Беҙ һулаған һауала йөҙҙәрсә химик берләшмә бар”, – тиелә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә. Төбәктәге газ таҙартыусы ҡоролмаларҙың яртыһынан күберәге егерме йылдан ашыу файҙаланыла. Ләкин яҙмала һүҙ нефть эшкәртеү предприятиеларының тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоһо тураһында түгел, ә әле йәмәғәтселек аңын әллә ни борсомаған, әммә ҡайһы бер әүҙем граждандарҙың ғәҙел ризаһыҙлығын тыуҙырған машиналар хаҡында.

Республика башлығы: «Һуңғы өс йылда автомобиль транспортының тирә-яҡ мөхиткә ағыулы матдәләр сығарыуы һиҙелерлек артты, һауаға йөҙҙәрсә химик берләшмә ҡушыла», – тип борсолоу белдерҙе. Аҙналар буйы ҡар яумаған ҡышта Өфө урамдарындағы ҡарҙың зәңгәрһыу-ҡара төҫкә инеүе унда машинанан сыҡҡан ауыр металдарҙың күплеген самаларға мөмкинлек бирә. Ә йәй уларҙы, күрмәһәк тә, һулап «рәхәтләнәбеҙ». Буш һүҙ был тимәһендәр өсөн ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе килтереп үтәйек. Рәсәй Федерацияһында тирә-яҡ мөхиттең торошо һәм уны һаҡлау тураһындағы докладта әйтелеүенсә, Башҡортостан автомобиль транспортынан иң ныҡ ағыуланған тәүге ун төбәк исемлегенә индерелгән. Беҙҙә йылына һауаға 333,5 мең тонна автомобиль төтөнө сығарыла. Сағыштырыу өсөн: Мәскәү ҡалаһы – 913,6 мең, Мәскәү өлкәһе – 749,9 мең, Краснодар крайы – 478 мең, Свердловск өлкәһе — 423,8 мең тонна.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, автомобиль транспортының һауаны ағыулауы көнүҙәк проблема булып ҡала. Мәҫәлән, һуңғы 25 йылда еңел һәм ауыр автомобилдәрҙең һауаны зарарлы матдәләр менән тултырыуы 35-тән 64 процентҡа етеп, сәнәғәт предприятиелары буйынса күрһәткесте уҙып киткән. Тармаҡ белгестәре фекеренсә, заманса юлдар төҙөү, транспорт ағымын отошло билдәләү, юғары сифатлы бензин йәки альтернатив яғыулыҡ файҙаланыу, электр транспортын һәм башҡа тиҙ йөрөшлөләрен арттырыу тирә-яҡ мөхитте бысратыуға ниндәйҙер кимәлдә сик ҡуйырға мөмкинлек бирер ине.
Автотранспорттың ағыулы сығанаҡтарын кәметеү, әлбиттә, тармаҡ министрлығының ғына хәстәре түгел, ул ведомстволарҙың бергәләп эшләүен талап итә. Яҡын арала Башҡортостанда был проблеманы хәл итеү буйынса 2020 йылғаса иҫәпләнгән маҡсатлы программа эшләү күҙ уңында тотола. Альтернатив яғыулыҡ, әлбиттә, иң элек — тәбиғи газ. Тармаҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, автомобиль транспортын газ яғыулығына көйләү буйынса ярайһы ғына саралар күрелә. Газ баллондарында эшләгән транспортты яғыулыҡ менән тәьмин итеү өсөн 100-ҙән ашыу станция ҡуйылған, машиналарҙы газ файҙаланып эшләүгә ҡороу өсөн тиҫтәләгән техник үҙәк булдырылған. Газ баллоны ҡорамалдарын әҙерләү буйынса Рәсәй һәм Италия етештереүселәре әүҙемлек күрһәтә. Тиҙҙән газ яғыулығының бензинды алмаштырыусы сығанаҡҡа әүерелеүе ихтимал.
Халыҡ күп йәшәгән ҡалаларҙа еңел һәм ауыр машиналарҙың һауаны ағыулауы кимәле предприятиеларҙыҡынан бер ҙә ҡалышмай. Мәҫәлән, Өфөлә – 62, Стәрлетамаҡта – 47, Салауатта 29 процент тәшкил итһә, сәнәғәт предприятиелары аҙ ҡалаларҙа тиҙ йөрөшлө транспорт атмосфера һауаһына зыян килтереүсе берҙән-бер сығанаҡ булып тора. Уның өлөшө Ишембайҙа – 94, Бөрөлә – 96, Баймаҡта хатта 97 процент тәшкил итә! Республикала автомобиль паркының йыл һайын 5 процентҡа арта барыуы проблеманың киләсәктә тағы ла ҡырҡыулашырына ишара, тиҙәр министрлыҡта.
Еңел һәм ауыр автомобилдәрҙең халыҡ йәшәгән урындарға кире йоғонтоһон кәметеү өсөн М-5 һәм М-7 кеүек федераль автомобиль трассаларын киңәйтеү, урап үтеү өсөн юлдар төҙөү дауам итә. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһын аэропорт менән тоташтырған 15 километр юл яңыртылған. Дим районына, Зубов ауылына һәм Өфө аэропортына боролған юлдар киңәйтелгәс, транспортҡа көсөргәнеш шаҡтай кәмегән. Ташкисеү (Каменная переправа. – М.Х.) янында Ҡариҙел йылғаһының ике ярын тоташтырған күперҙе сафҡа индереү һөҙөмтәһендә автомобилдәр йәнәш йөрөй алған өр-яңы трасса барлыҡҡа килде. Силәбе ҡалаһына илткән юлға сығыу өсөн Өфө аэропорты яғынан урау кәрәкмәй. Шулай уҡ баш ҡаланы төньяҡтан урап үтеп, М-7 трассаһына сығыу өсөн яңы юл файҙаланыуға тапшырылды. Тимер юлдар араһынан үткән Өфө — Шакша магистрале лә М-7 федераль юлына алып сыға. Баш ҡаланың нефть эшкәртеү предприятиеларында "евро-3" һәм "евро-4" стандарттарына ярашлы мотор яғыулығы етештерелеү ҙә ыңғай баһаға лайыҡ, ә яҡын арала "евро-5" яғыулығы эшләп сығарыу күҙ уңында тотолоуы иһә экологик хәл арыулана төшөр, тигән өмөт уята.
Машина йәмғиәтебеҙҙең елкәһенә нығыраҡ ултыра бара. Ошо тиклем мәшәҡәт тыуҙырған, әҙәм балаһының үҙенә генә түгел, башҡа йән эйәләре тереклек иткән мөхиткә лә төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтергән автомобиль транспортының хәжәте шундай уҡ дәрәжәлә мөһимме ни? Баш ҡала урамдары, оло юлдар буйлап туҡтауһыҙ ағылған тимер ташҡынға бағып торғандан һуң, һис шикһеҙ, шундай һығымта яһала — юҡ! Дөрөҫ, һүҙ ауыр йөк машиналары, пассажирҙар ташыусы автобустар түгел, ә ҡала ихаталарын автопаркка әйләндергән еңел машиналар тураһында. Бәлки, иртән тороп, еңел генә ҡабыҙып, ултырып китеү уңайлы һәм күршеләр алдында дәрәжәлелер, ләкин мәсьәләнең икенсе яғы ла бар бит: йылдан-йыл киңәйә барған асфальт юлдарҙың һәм торған һайын күбәйгән асфальт майҙандарҙың, һис һүҙһеҙ, экологик балансты бөтөрөп, йәшәгән мөхитебеҙҙе үле биләмәгә әүерелдереүе бар. Унан машина эсенә ҡасып ҡотолоп булмаясаҡ.
2013 йылды Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан итеп, Рөстәм Хәмитов билдәләнгән сараларҙы ғәмәлгә ашырыуҙа яһалма экономияға юл ҡуймаҫҡа, хоҡуҡ һаҡлау органдарына эшмәкәрлекте киңерәк йәйелдерергә саҡырҙы. Кем әйтмешләй, уйланырға, фәһем һәм ғибрәт алырға урын бар бында, йәмәғәт!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519