Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ырыҫлы тау – Нарыҫтау, рух түле - Асылыкүл
“Башҡортостан” гәзите журналистары Миәкә һәм Дәүләкән райондарында экологик акция үткәрҙе

Ырыҫлы тау – Нарыҫтау, рух түле - АсылыкүлЯл көнө файҙалы ла, күңелле лә үтһен өсөн ни эшләргә кәрәк? Был һорауға яуапты тиҙ таптыҡ — экологик акция ойошторорға ҡарар иттек. Теләгебеҙҙе Дәүләкән менән Миәкә район хакимиәттәре лә дәррәү күтәреп алды. Шулай итеп, беҙ, "Башҡортостан" редакцияһы хеҙмәткәрҙәре, үткән шәмбе юлға сыҡтыҡ. Сәфәребеҙ күңелһеҙ булмаһын өсөн данлыҡлы ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты ла саҡырҙыҡ. Гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы һүҙебеҙҙе йыҡманы, иртә таңдан гармун, ҡумыҙҙарын тотоп, "Матбуғат йорто"на килеп тә етте.
Ҡуҙғалдыҡ!

Асылыкүл —Башҡортостандағы иң ҙур күл. Дәүләкән ҡалаһының көнбайыш-көньяҡ-көнбайышында, ҡаланан 27 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостан Урал алдының урман-дала зонаһына керә. Күл өҫтөнөң майҙаны – 23,5 квадрат километр, тәрәнлеге иһә — 5,1 метр. Уның оҙонлоғо — 8, киңлеге — 5 километр. Күл урыны бурташ, гипс кеүек тау тоҡомдарының уйылыуынан Бәләбәй ҡалҡыулығының киң уйпатлығында хасил булған. 2011 йылдың 10 авгусында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡарары менән бында "Асылыкүл" тәбиғәт паркы булдырылды. Уның майҙаны — 47 мең гектарҙан ашыу.

Сүп-сар булмаған ер бар икән!

Ырыҫлы тау – Нарыҫтау, рух түле - АсылыкүлЙырлай-йырлай барғас, араның алыҫлығы әллә ни һиҙелмәне лә. Миәкә сигендә беҙҙе район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Хәлил Хәбирйән улы Мәхийәнов ҡаршы алды.
— Миәкә үҙенең тарихы, легендар шәхестәре менән дан ҡаҙанған. Иҫтәлекле урындары ла бихисап. Бөгөн шуларҙың береһе — “Сәхәбә” мәсетен, уның эргәһендә урынлашҡан Әүлиә тауын һәм Иҙеүкәй менән Мораҙымдың ҡәберен барып күрербеҙ. Һуңғы пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм бынан 1425 йыл элек Ислам динен таратыу өсөн башҡорт еренә үҙенең сәхәбәләрен ебәрә. Тарихта тәүге илселәрҙең исеме һаҡланған, улар — Зөбәйер ибн Джейж, Абдрахман ибн Зөбәйер, Талха ибн Усман. Тәүге ике сәхәбә башҡорт ерендә ҡалған һәм Ислам динен таратыуҙа ҙур уңыштарға өлгәшкән. Был илаһи заттар, юғарынан ҡушылған изге тәғәйенләнешен үтәп, башҡорт ерендә мәңгелеккә тороп ҡалған. Башҡорт халҡы, баҡыйлыҡҡа күскән сәхәбәләрҙе үҙ йолаһы буйынса хөрмәтләп, Миәкә районының Илсеғол ауылы эргәһендә Нарыҫтау башына ерләгән. Бынан 250 йыл элек ҡырғыҙҙар дөйә каруаны менән ошо изге урынға хаж ҡылған һәм беҙҙең мосолмандарҙың Мәккәгә барыуына: "Һеҙ ниңә ситкә йөрөйһөгөҙ? Үҙегеҙҙә лә изге урындар бар бит", – тип аптыраған, – тип һөйләне экскурсовод ролен үтәүсе Хәлил Хәбирйән улы.
Бына изге Нарыҫтау итәгенә аяҡ баҫтыҡ. "Сәхәбә" мәсетендә беҙҙе Мансур хәҙрәт ҡаршы алды. Яҡшы ниәт менән юлға сығыуыбыҙға шөкөр ҡылып, именлек, мул тормош, рухи күтәренкелек, иман, һаулыҡ, байлыҡ теләп, доға уҡыны.
— Был тирәлә бер сүп-сар тапмаҫһығыҙ. Нарыҫтауға менеп, доға ҡылып, изге шишмәнең һыуында ҡойоноп, ауыҙ итеп, күңел тыныслығы алығыҙ, – тине хәҙрәт. Дөрөҫөн әйткәндә, уға тәүҙә ышанманыҡ. Нисек инде, кеше аяғы өҙөлмәгән был ерҙә сүп-сар булмаһын ти?! Йома, ял көндәрендә бында иллеләгән машина килә, тип һөйләйҙәр бит. Шулай ҙа Мансур хәҙрәттең һүҙҙәренең хаҡлығына инандыҡ. Бер сүп әҫәре лә күренмәй. Тимәк, тирә-яғыбыҙҙың таҙалығы кешенең Ырыҫлы тау – Нарыҫтау, рух түле - Асылыкүлмәҙәниәтенән, тәрбиәһенән килә, тигәндәре — раҫ һүҙҙәр. Күңелендә иман булғандар тәбиғәткә лә һаҡсыл ҡарашта.
— "Башҡортостан" гәзите коллективы менән беҙ ҙә фотоға төшәйек әле, балаларыбыҙға күрһәтеп һөйләрбеҙ, – тип яныбыҙға бер апай килеп баҫты. Ул Салауат ҡалаһынан Фәрзәнә Богданова булып сыҡты. — Гәзиттән мәктәпте тамамлағандан алып айырылғаным юҡ. Һәр һанды ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Йыл да тыуған яҡтарыма ҡунаҡҡа ҡайтҡанда Нарыҫтауға киләбеҙ. Был беҙҙең ғаиләнең матур йолаһына әүерелде. Хәйер биреп, доғалар ҡылып, Әүлиә шишмәһе һыуын эсеп ҡайтабыҙ.
Әүлиәләр ҡәберлегенә зыярат ҡылғандан һуң, Изге шишмә эргәһенә төштөк. Был ерҙең башҡорт халыҡ эпосы "Иҙеүкәй менән Мораҙым"ға бәйле булыуы беҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙы бермә-бер арттырҙы. Легенда буйынса, бында Иҙеүкәй менән Мораҙым ерләнгән. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында ҡәберҙе ҡаҙып, ундағы һөйәктәрҙе тикшерергә алып киткәндәр, тик бөгөнгә тиклем уларҙың ҡайҙалығы асыҡланмаған. Аҡһаҡалдар һөйләүенсә, әлеге һөлдә оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле кешенеке булған.
Ырыҫлы тау – Нарыҫтау, рух түле - Асылыкүл— Ауыл халҡы шишмәне “Зыяратлы ҡойо”, “Әүлиә шишмәһе”, “Нарыҫ шишмәһе” тип йөрөтә. Тәнде ҡурыштырырлыҡ һалҡын һыуында өс тапҡыр ҡойоноп сығырға кәрәк. Йөрьәт итеүселәр бармы? – тип сәмгә тейә Хәлил Хәбирйән улы.
Шишмәлә һыу инеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Кеше күп кенә, әҙерәк сиратта ла торорға тура килде. Стәрлетамаҡ районының Первомайский ауылынан килгән Фәнүзә Хисамова менән шунда таныштыҡ.
— Бер тапҡыр инеп ҡойонғайным, тағы сумып сығайым әле, тип килдем. Был изге урынға юлды һыуытмайбыҙ. Февралдә ғаиләбеҙ менән килгәйнек, унда ла һыуға төштөк. Миңә ҡалһа, ҡыш сумыуы еңелерәк кеүек. Һыуҙың тәнгә сихәте ҙур. Шуға ла быйыл инсульт кисергән әсәйемде лә алып килдек. Файҙаһы тейер, тип өмөтләнәбеҙ, – тине ул.
Беҙ иһә Фәрзәнә апайҙың әсәһенең һыуға төшкәндән һуң Нарыҫтау башына менеп киткәнен бер мөғжизә кеүек ҡабул иттек, сөнки бейек тауға үрләүе хатта йәштәр өсөн дә еңелдән түгел. Изге урындан беҙ ҙә күңел күтәренкелеге менән ҡуҙғалдыҡ.

Ике арба шешә йыйҙыҡ

Нарыҫтауҙан алыҫ түгел Илсеғол ауылы эргәһендә Сергеевка быуаһы бар. Бында беҙҙе Илсеғол ауыл Советы хакимиәте башлығы Тәлғәт Ғәйнетдин улы Ғүмәров көтөп тора ине. Автобус туҡтауға, ҡамыштар араһынан селән осоп сыҡты. Нәсих Хәлисов, фотоаппаратын эләктерә һалып, ҡоштоң артынан йүгерҙе. Ырыҫлы тау – Нарыҫтау, рух түле - Асылыкүл
— Күпме шешә! Иҫ китерлек. Кеше һыу буйына хәмер эсергә генә сыҡҡан һымаҡ!
— Ватыҡ шешәнең быялаһына балаларҙың аяҡ-ҡулы ҡырҡылыр, тип тә уйламайҙар.
— Ысын балыҡсылар, диндарҙар һымаҡ уҡ, үҙенең артынан сүп ҡалдырмай ул, – тип гәпләшә-гәпләшә сүп-сарҙы йыя башланыҡ. Бер арба тулғас, уныһын тиҙ генә ауҙарып килделәр. Икенсеһен дә бер сәғәт тигәндә өймәләм итеп ҡуйҙыҡ.
— Уҡыусылар, ауылдың әүҙем кешеләре ҡатнашлығында яҙғы һәм көҙгө өмә ойоштороу матур йолаға әүерелгән. Тик йәйгеһен быуа тирәһе сүп-сарға күмелә, – ти Тәлғәт Ғәйнетдин улы.
— Ҙур контейнерҙар ҡуйылһа, моғайын, был тиклем үк булмаҫ ине?!
— Һеҙҙең менән килешәм, тик ауыл хакимиәттәренең мөмкинлеге сикләнгән шул. Әлеге лә баяғы, контейнер алып ҡуйырға аҡса кәрәк. Шунан уны ауҙарып алып китер өсөн транспорты ла булырға тейеш. Бының өсөн яҡынса ике миллион һум самаһы сығым кәрәк. Был үтә ҡыйбат.
Яр буйында ҡалдырылған ҡыйҙың күплеге хайран итте. Әлбиттә, был бер Сергеевка быуаһы өсөн генә хас күренеш түгел. Республиканың һыу ятҡылыҡтарының барыһы өсөн дә сүп-сар ҙур бәлә булып ҡала. Ә бит пластик, быяла шешәләр серемәй. Яҙ етеү менән улар ҡояшта ялтырашып, янғын хәүефен тыуҙырып һәм тирә-яҡтың гүзәллеген боҙоп ята бирә.

Һыуһылыу килеп сығырҙай тойолдо...

Ырыҫлы тау – Нарыҫтау, рух түле - АсылыкүлСәфәребеҙ иҫтәлекле урындарға бәйле булды. Уларҙың һәр ҡайһыһы әллә күпме сер һаҡлай, һәр береһе ниндәйҙер легендаға бәйле. Ошо күркәм урындарҙың иң гүзәле Башҡортостандың гәүһәре — Асылыкүл. Беҙҙе "Асылыкүл" тәбиғәт паркының директоры Рәмил Фәттәх улы Аралбаев ҡаршы алды. Күптәр өсөн диңгеҙ кеүек күренгән күлдең иң күркәм урындарын күрһәтеп, уларға бәйле легендаларҙы ла бәйән итте. "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосындағы ваҡиғалар нәҡ ошонда булған да инде.
Күл буйындағы тауҙарҙың иң бейегенә менеп, ус төбөндәгеләй күренгән Асылыкүлгә бер килке һоҡланып ҡарап торҙоҡ. Был урында, ысынлап та, мөғжизә тыуыуы ихтимал. Беҙҙе сорнап алған ғәжәйеп тойғо оҙаҡ һаҡланды. Ниңәлер бына-бына һыу өҫтөнә Һыуһылыу килеп сығыр ҙа, алтын тарағын алып, сөм-ҡара сәстәрен тарай башлар һымаҡ. Атҡа атланған Заятүләк һөйгән йәрен күрер өсөн елдереп килеп етер кеүек тойола. Шулай ҙа оҙаҡ хисләнеп торорға ваҡытыбыҙ юҡ — беҙҙе эш көтә. Ҡатын-ҡыҙҙар сүп-сар йыйырға кереште, ә ир-ат данлыҡлы Гөлбикә шишмәһен төҙөкләндерергә тотондо. Шамонин ауылында нигеҙ һалып, йорт ҡалҡытҡан Даян Мәжитов менән Илдар Аҡъюлов, оҫта ҡуллы Азат Заһитов һәм башҡа егеттәребеҙ шишмә баҫмаһының таҡталарын "һә" тигәнсе алмаштырып та ҡуйҙы.
Асылыкүлдән алыҫ түгел “Шарлама” тип аталған шарлауыҡ бар. Уның һыуы һәр саҡ һалҡын, теште ҡамаштыра. Шул уҡ ваҡытта йомшаҡ та. Ошо гүзәл урынға ял итергә килеүселәр өсөн өҫтәл, ултырғыстар, усаҡ яғыр өсөн урын эшләнгән. Бында беҙгә лә табын ҡоролғайны.
— Былауға итте мотлаҡ ир кеше һалырға тейеш! – тип Рәмил Фәттәх улы ҡаҙан эргәһендә үҙе уралды. Бер аҙҙан баш мөхәрриребеҙ Нияз Сәлимов менән “Асылыкүл” тәбиғәт паркы директоры Рәмил Аралбаев табынға әйҙүкләне:
— Ашарға беште, етәр, батырға ла ял кәрәк!
Тәбиғәт ҡосағында аш та, сәй ҙә тәмле була. Экологик сәфәребеҙ ошоноң менән тамамланды. Бихисап гүзәл ерҙәрҙе күреп, иң мөһиме — тәбиғәткә лә файҙа килтереп, рух күтәренкелеге менән ҡайтыр юлға сыҡтыҡ…

Ырыҫлы тау – Нарыҫтау, рух түле - АсылыкүлҺәүәҫкәр композитор Фәниә Дауытованың егермегә яҡын йыры бар. Улар тамашасыға билдәле. "Баймаҡ ҡымыҙы"н ғына ла телгә алып китеү етәлер. Уның күп ижад емештәре ватансылыҡ рухы менән һуғарылған. Был йыр нисек тыуҙы тип һорауыма яуабы ҡыҫҡа булды:
— Тиҙ! Ҡоҙағыйым Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында йәшәй. Был ауыл Нарыҫтауҙан биш километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Ошо араны йәйәүләп үткән саҡтар ҙа булды. Нарыҫтауға барыу — беҙҙең өсөн матур сара. Йыш ҡына изге урынға барып, доғалар ҡылып, хәйер һалып, һыуын эсеп ҡайтабыҙ. Нарыҫтау тураһында йыр яҙыу күптәнге хыялым ине. Шулай бер саҡ "Үҙәк баҙар" туҡталышынан "Мир" фирмаһы"на тиклем йәйәү юлландым. Ошо арауыҡта йырҙың һүҙҙәре лә, көйө лә тыуҙы.

Нарыҫтау
Фәниә Дауытова көйө һәм һүҙҙәре.

Ҡанатланып һиңә осам,
Ғәзиз ерем — изге төйәгем,
Моңланған торналар кеүек,
Ярһыуланып тибә йөрәгем.

Ҡушымта:
Алыҫтан, Нарыҫтау,
Мин ҡайтып киләм, аҫылым,
Һағындым, һағынам,
Ауылым, ауылым.
Тыуған яҡты тауҙар биҙәй,
Дим буйҙары — күңел нурҙарым,
Изге шишмәм серен һөйләй,
Тылсым һәм шифалы һыуҙары.

Ҡушымта.

Нарыҫтау — Мәккә-Мәҙинәм,
Рухлы ерем мине дауалай,
Атай йортом — алтын хазинам
Йылы ҡосағында ҡаршылай.

Ҡушымта.

Лариса АБДУЛЛИНА
Асылыҡай әкиәте

Сабып килгән аттай ярһып,
Сәсәй яҙып күбегенә,
Тулҡынында хис уйната
Асылыҡай күле генә!
Кем һуң ташта онотолоп,
Ҡырҡ ҡоласлы сәсен тарай?!
Кем һуң унда ҡасып ҡына
Әллә күлгә, әллә кемгә ҡарай?
…Күсер ваҡыт тәгәрмәсе:
Тулҡын инер ат һынына.
Заятүләк һыуға сумыр,
Сыҙай алмай ярһыуына.
Ҡаҙан кеүек ҡайнар бар күл,
Ялҡын бейер күл өҫтөндә.
Йәшел диңгеҙ кеүек даръя
Булыр ҡайнар һүҙ төҫөндә.
Өс көн шашыр бар күл өҫтө,
Шәмдәй янып, һүнер ҡамыш.
Йөрәктәген һыу ҙа баҫмай,
Йәнгә ҡунғас йырлы яҙмыш.
Һыу аҫтары китер балҡып,
Йондоҙ ҡуныр ҡараштарға,
Ер егетен, һыуҙың ҡыҙын
Әйҙәр тойғо алыҫтарға!
… Һәм саф тынлыҡ!
Күлде ярып,
Ергә атлар ғашиҡ йәндәр.
Күлдән сығыр барса байлыҡ,
Сабып уйнар шәп дүнәндәр.
Толпар бейер иң аҙаҡтан,
Тулҡын менән кешнәп уйнар.
Һылыу ҡыҙҙы оҙатырҙар,
Ҡаршыларҙар йырлап, туйлап!
…Был хәл булған борон-борон.
Шаһит уға сихри төбәк.
Кемдер килә тамыр юллап,
Башҡа берәү килә күлгә төбәп!
Көмөш һыулы илгә төбәп!
Баҫҡан һайын ошо ергә,
Баҫҡан һайын күл ярына,
Һин дә, бәлки, юлығырһың
Заятүләк ярһыуына,
Һыуһылыуҙың ярһыуына.
Ябай таш та ергә һеңгән,
Һеңдергән ул хисле тарих.
Мәңгелеккә мираҫ был күл,
Ерен һаҡлар сая вариҫ.

Редакциянан: "Башҡортостан" гәзитенең экологик акцияһын үткәреүҙә ярҙам күрһәткән дуҫтарыбыҙға — Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Марат Вәкилевкә, автобус менән тәьмин иткән "Башкиравтодор" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Мусинға, Миәкә районы хакимиәте башлығы Зәйнулла Насировҡа, "Асылыкүл" тәбиғәт паркы директоры Рәмил Аралбаевҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.


Автор: Нәсих Хәлисов, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов фотолары.
Фото: Сәфәр барышын аҡ ҡағыҙға Лилиә НУРЕТДИНОВА теркәне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519