Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зыяны юҡ, имеш...
Һеҙгә Ғафури районының Ҡаранйылға ауылы халҡы мөрәжәғәт итә. Беҙ яңыраҡ ҡына ауылыбыҙ эргәһендәге тауҙың аукционға ҡуйылыуын белеп, хайран ҡалдыҡ. Был тау “Сода” акционерҙар йәмғиәтенә һатыла ҡалһа, ауылыбыҙҙың йәшәйешенә көн бөтәсәк. Беренсенән, халыҡ яратып эскән Ҡаранйылға шишмәһе ҡороясаҡ, сөнки ул ошо тауҙар ҡуйынынан инеш алып сыға. Икенсенән, бөтөн тирә-яҡ күҙ терәп торған йүкә урманы юҡҡа сығасаҡ. Күптәр умартасылыҡ менән шөғөлләнеп көн күрә. Ауыл биләмәһендә көслө генә хужалыҡ та, фермер ҙа юҡ. Халыҡ бик тырыш һәм үҙ көнөн күптән инде үҙе күреп өйрәнгән. Йәштәр яңы йорттар төҙөй, балалар үҫтерә, яңы тыуған сабыйҙар күп.
Ошо көндәрҙә “юғары”ға яҙған хатыбыҙға Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан түбәндәге яуапты алдыҡ.
Ауыл халҡы исеменән Гөлшат Вәлиева.

“Урал алды биләмәләрендә, “Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәте өсөн сеймал сығанағын эҙләү маҡсатында, геологик разведкала Ҡаран эзбизташ участкаһы табыла. Ятҡылыҡты сода етештереүҙә файҙаланырға мөмкин.
Ил Хөкүмәтендә, Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығында мәсьәләне ҡарағандан һуң, Ҡаран участкаһын үҙләштереү хоҡуғы конкурс һөҙөмтәһе буйынса “Сеймал компанияһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә бирелә.
Йәмғиәттең техник-иҡтисади тәҡдимендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса саралар билдәләнә. Карьерҙа транспорт, экскаваторҙар, тейәгестәр эшләгәндә органик булмаған туҙан, газлы матдәләр бүленеп сыға. Шуға күрә туҙан, газ миҡдарына тикшереү пункттары асыу күҙаллана. “Сеймал компанияһы” проектта ҡаралған объекттарҙы, нигеҙҙә, ҡыш төҙөргә ниәтләй.
Санитария ҡағиҙәләренә һәм нормаларына ярашлы, VI-VII категориялағы тау тоҡомдарын асыҡ ысул менән сығарғанда, сәнәғәт объекттарының санитар-һаҡлау зонаһы 300 метр тәшкил итергә тейеш. Ә Ҡаранйылға менән Сәйетбаба ауылдары ошо участканан бер һәм 3,5 саҡрым төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан, шунлыҡтан предприятиеның уларға зыяны теймәйәсәк. Өҫтәүенә, республикала ел башлыса көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан иҫә. Тимәк, атмосфераға эләккән бысратыусы матдәләр көнсығышҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа китәсәк.
Был матдәләрҙең тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон билдәләү маҡсатында атмосфераның иң түбәнге ҡатламында уларҙың тупланыу күләме иҫәпләнде. Һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, санитар-һаҡлау зонаһында уларҙың миҡдары 1 ПДК-нан аҙыраҡ тәшкил итә.
Ҡаран участкаһындағы гидрологик шарттарға, шулай уҡ һыу бүлеү буйынса техник ҡарарҙарға ярашлы, өҫкө һәм ер аҫты һыуҙарына зыян килмәйәсәк. Разведка барышында 20 скважинаның бишәүһендә генә ер аҫты һыуҙары асылған. Участкала һаҙлыҡ, ҡоҙоҡ, шишмәләр юҡ. Яҙ һәм көҙ һыу йырындарҙан ғына ағып төшә. Шуға күрә карьерҙа берҙән-бер һыу сығанағы – яуым-төшөм. Ул да эзбизташ ятҡылығының түбәнге ҡатламдарына үтеп инә. Тимәк, карьер һыуы йылға-күлдәргә ағып төшмәй. Ер аҫты һыуҙарының бысраныуына юл ҡуймау маҡсатында дым үткәрмәй торған соҡор ҡаҙыу күҙаллана. Унда йыйылған бысраҡ һыу Красноусол ҡасабаһындағы таҙартыу ҡорамалдарына оҙатыласаҡ.
Ҡаранйылғаны, нигеҙҙә, Кесе һәм Оло Ҡаранйылға, участканан төньяҡтараҡ урынлашҡан тауҙарҙан башланған бүтән йылғалар, ер аҫты һыуҙары һуғара. Ҡаран участкаһы үҙләштерелгәндә, был тауҙарға ҡағылмаясаҡтар.
“Сеймал компанияһы” шулай уҡ эште башҡарыу өсөн урындағы халыҡтың һөнәри әҙерлеге һәм хеҙмәт ресурстарын файҙаланыу мәсьәләһен хәл итергә ниәтләй.

Беҙҙе был яуап ҡәнәғәтләндермәй. Ауыл халҡы тауҙы һатыуға ҡаршы. Беҙгә кем ярҙам ҡулы һуҙыр?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519