Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарихҡа ихтирам, киләсәккә өмөт менән
“Башҡортостан” гәзите журналистары “любизар”ҙар менән 200 төп шыршы ултыртты

Иртәнсәктән редакция гөрләй: бер төркөм журналист Ишембай тарафына командировкаға сығып китте, икенсе төркөм Өфө районының Шамонин ауылына ағас ултыртырға барырға йыйына. “Көрәк-биҙрәләрегеҙҙе алығыҙ ҙа машинаға сығып ултырығыҙ! Юлға!” – тип ашыҡтырҙы Венер Исхаҡов. “Һә” тигәнсе тәғәйен ауылдағы мәктәпкә барып та еттек.

Редакцияны был белем усағы менән күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Уға нигеҙ һалынғас та гәзит биттәрендә төҙөлөш барышын даими яҡтырттыҡ. Бына инде мәктәп ишеге асылыуға ла өс йыл үтеп киткән. Әле бында 300-ҙән ашыу бала белем ала. Мәктәп директоры Рәшиҙә Мостафинаның башланғысын хуплап, уҡытыусылар коллективы “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыуға ла ихлас ҡушылғайны. Шуға ла “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи реконструкция клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов редакция менән берлектә Шамонин мәктәбе биләмәһендә ағас ултыртыу тәҡдимен еткергәс, ҡуш ҡуллап риза булдыҡ. “Үҙ йортом” республика программаһының уңайлы шарттарын файҙаланып, әлеге ауылда тиҫтәнән ашыу хеҙмәттәшебеҙ төпләнде. Беҙҙең редакцияла ғына түгел, бүтән киң мәғлүмәт сараларында эшләүселәр ҙә байтаҡ бында. Уларҙың балаларының күбеһе — Шамонин мәктәбе уҡыусылары. “Любизар” клубы ағзаларының араһында ла “шамониндар” бар.
Яңы ауылдың ҡыуаныстары ла, көйөнөстәре лә етерлек, уны йәмләндереү өсөн күп көс һалырға кәрәк әле. Шуға ла эште мәктәптән башлау бик дөрөҫ. Балалар ҙа, өлкәндәрҙең тырышлығын күреп, үҙ ҡулдары менән ултыртҡан ағастарҙы тәрбиәләп, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡарашта булырға өйрәнәсәк.
“Любизар” тигән аллеяға нигеҙ һалыу күңелле сараға әйләнде. Балалар бик ихлас ҡатнашты, үҙҙәре ултыртҡан үҫентеләрҙе билдәләп ҡуйып, һуңынан тәрбиәләп торорға һүҙ бирҙе.
Мәктәп ихатаһы ҙур ғына — яҡынса өс гектар. Былтыр хужалыҡ эштәрен алып барған Әҙеһәм ағай Сәғитов 200-ҙән ашыу төп ағас алып килеп ултыртҡан булған. Улар араһында емеш-еләк ҡыуаҡтары ла, ҡайын, миләш, йүкә лә бар. Әлеге акция барышында тағы 200 төп шыршы ултыртылды. “Любизар” клубы ағзалары үҫентеләрҙе Баҡалы районынан алып килгән икән.
Хеҙмәттәшебеҙ Резеда Шәймәрҙәнованың улы Аяз III “А” класында белем ала. Телсән малай ошо акцияла ҡатнашыр өсөн Баймаҡ районының Өмөтбай ауылынан махсус килгән Айҙар ағай Мәжитов менән таныша һалып, өлкәндәр ыңғайына соҡор ҡаҙырға керешеп тә китте. Егеттәрҙең һүҙе лә, эше лә беректе. Айҙар Рәйес улы тарих уҡытыусыһы икән. Ошондай сараларҙың тәрбиәүи әһәмиәте ҙур булыуын билдәләп үтте ул. “Йәштәрҙе үҙ миҫалыңда ғына илһөйәрлеккә өйрәтеп була”, – ти абруйлы уҡытыусы.
— Өй һалдым, ике малай үҫтерәм, баҡсамда әллә күпме емеш ағасы бар хәҙер. Мәктәпкә лә үҙ өлөшөмдө индерәйем әле, – тип баш мөхәррир урынбаҫары Даян Мәжитов бер нисә үҫентене ергә ултыртты. — Малайҙар ошо мәктәпкә уҡырға төшһә, “атайымдың ағастары” тип ғорурланып һөйләрлек булһын.
Әйткәндәй, “Любизар” клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов был сара өсөн махсус алтаҡта ла эшләгән. Унда “Любизар” аллеяһы 1812 — 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙәренең ҡатнашыуына 200 йыл тулыуға бағышлап ултыртылды” тип яҙылған.
Мәктәп баҡсаһының икенсе яғында өлкән класс уҡыусылары картуф сәсә ине.
— Әйҙә, ярышайыҡ! Кем тиҙерәк эшен бөтөр икән? – тип һөрәнләнеләр теге яҡтан.
— Бында ағас күп, ярҙам кәрәк! – тип яуапланыҡ.
Картуф сәсеүселәр, эшен тиҙерәк теүәлләп, беҙҙең яҡҡа ыңғайланы. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Бер сәғәттә бөтөн үҫентеләрҙе ултыртып та бөттөк. Көр кәйеф менән редакцияға ашыҡтыҡ.
Декрет ялында булыуына ҡарамаҫтан, акцияға ҙур теләк менән ҡушылған хеҙмәттәштәребеҙ Гөлназ Яҡупова менән Алһыу Хужәхмәтова иһә беҙҙе ҡул болғап оҙатып ҡалды.

ӘЙТКӘНДӘЙ…
Баш ҡалабыҙҙың Әхмәтзәки Вәлиди урамы башланған ерҙә, Конгресс-холл ҡаршыһында, Киров районы хакимиәте булышлығында республиканың гәзит-журнал редакциялары етәкселәре лә күптән түгел ағас ултыртҡайны. «Журналистар аллеяһы» исемен алған был урында һомғол йүкәләр япраҡ ярған да инде. Ошондағы «Башҡортостан» гәзите ағасы ла оҙаҡ йылдар тирә-йүнгә йәм биреп торор тигән өмөттәбеҙ. Илфаҡ Смаков йырлағанса:
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506