Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды

Улар тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде.

Уҙған йыл Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы өсөн уңышлы булды: 2017 йылда булдырылған “Янғантау” геопаркы ЮНЕСКО тарафынан юғары баһаланды һәм әлеге ойошма һағына алыныуға номинант булып тора. Был хаҡта юғары даирәлә һөйләшеүҙәр үтте. Бер нисә айҙан эштең һөҙөмтәһе билдәле буласаҡ. Геопарктың тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО исемлегенә индерелеүен тотош республика халҡы түҙемһеҙлек менән көтә.

Тәбиғи үҙенсәлекте һаҡлап ҡалыу өсөн мөһим

Тағы ла тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән ҙур аҙымдарҙың береһе – “Еҙем” тәбиғәт паркы булдырылыуы. Ул тулы көсөнә быйыл 1 ғинуарҙан эшләй башланы. Хозурлығы менән туристарҙы йәлеп иткән был урынды ҡурсалауға алыу көнүҙәк мәсьәлә ине, сөнки “Еҙем”дең йөҙөк ҡашы булған мәмерйә туристарҙың теләһә ҡайһы ваҡытта инеп, эсендә усаҡ яғыуынан, дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡырағайлығынан ҡаза күрә ине. Әлеге мәлдә белгестәр мәмерйәне ҡаплаған күкте таҙартыу ысулдарын эҙләй. Ә инде 15 һаҙлыҡты тәбиғәт һәйкәле исемлегенә индереүҙе тарихи ваҡиға тип тә атарға була. Был хаҡта ентекләберәк һөйләге килә.

Һуңғы биш тиҫтә йылда республикала торфлы һаҙлыҡтар һаны ике тапҡырға кәмегән. Быға ике фактор сәбәпсе: тәүгеһе тәбиғи мөхит булһа, икенсеһе – һаҙ­лыҡтарҙы ҡоротоп, уларҙы ауыл хужалығы ерҙәренә әйләндереү.

Тәбиғи үҙенсәлеген һаҡлап ҡалған һаҙлыҡтарҙы ҡурсалауға алыуҙың мөһимлеген аңлап, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 2015 йылда уҡ эш башлағайны. Баҡһаң, торфлы һаҙлыҡтар хужалыҡ һәм эсәр һыу өсөн төп сығанаҡ булып тора икән. Һаҙлыҡты ҡоротоу һәм һөрҙөрөү арҡаһында көслө парник газы бүленеп сыға. Шуға ла булғандарын һаҡлау һуңғы йылдарҙа үҙгәргән климатты тотороҡландырыуға ҙур йоғонто яһаясаҡ.

Башҡортостанда торфлы һаҙлыҡтар биләмәнең ни бары 0,4 процентын ғына тәшкил итә. Төньяҡтан көнсығышҡа табан уларҙың һаны кәмей бара. Ошо һаҙлыҡтар араһынан мөһимдәрен һайлап алыу ике этапта барҙы. Тәүҙә ғалимдар йыһанда төшөрөлгән фотолар ярҙамында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең карта-схемаһын төҙөнө, һуңынан һайлап алынған биләмәләрҙе ныҡлап тикшерҙе. Уның барышында уларҙың тәбиғи ҡиммәте баһаланды, торф анализға алынды.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән 15 һаҙлыҡ дала һәм урманлы-далалы ерҙәрҙә урынлашҡан. Һайлап алыу ваҡытында был биләмәләрҙә һирәк осрай торған үҫемлектәрҙең һәм йәнлектәрҙең күренеүе, ҙур сәнәғәт предприятие­ларының булмауы иҫәпкә алынған. Уларҙа Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ингән 28 төр, Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына ингән дүрт төр үҫемлек бар. Мәҫәлән, Миәкә районының Ҡорманайбаш һаҙлығында беҙҙең төбәктә һирәк осрай торған ике төрҙө тапҡандар. Әбйәлил районының Сереккүл һаҙлығында аҡ буран турғайы йәшәй. Был ҡошсоҡто Рәсәйҙә лә һирәк күрергә мөмкин. Учалы районындағы Ҡасҡарҙы һаҙлығын иһә ғалимдар айырыуса маҡтап телгә ала, сөнки 700 гектар майҙанды биләгән был урын 500 тонна углеродҡа бай.

Һаҙлыҡтарҙың экологик яҡтан әһәмиәтен күп белгестәр билдәләй. Улар айырыуса дала һәм урманлы-далалы биләмәләрҙә тирә-яҡ мөхиткә ҙур йоғонто яһай. Был тикшереүҙәр нигеҙендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы программаһына инеп, Асылыкүлдең һыу ятҡылығына ҙур йоғонто яһаған Берҡаҙан һаҙлығына ярҙам күрһәтелде. Уны совет осоронда ҡоротоп, ауыл хужалығы ерҙәренә күсергәндәр. Бер нисә йыл бында мул уңыш та алғандар, әммә йәнә бер нисә йылдан уңдырышлылыҡ ҡырҡа кәмегән һәм башҡаса сәсеү эштәре алып барылмаған.

Үрҙә телгә алынған программа ярҙамында бында дамба эшләнде, һаҙлыҡҡа һыу тула башланы. Быға тиклем Асылыкүлдә оя ҡорған ҡоштар, айырыуса аҡҡоштар хәҙер Берҡаҙандағы кеше йөрөмәгән ерҙә бала сығара. Йылдан-йыл бында күсенгән ҡоштар һаны арта.

Нөрөк һаҙлығы

Әбйәлил районының Мораҡай ауылы эргәһендә урынлашҡан ул. Торф ятҡылығының тәрәнлеге 750 сантиметр тәшкил итә. Һаҙлыҡтың уртаһында һирәк осрай торған ҡыуаҡлыҡтар бар. 13 төрлө үҫемлек Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Сереккүл һаҙлығы

Әбйәлил районының Хәлил ауылынан алты километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Торф ятҡылығының тәрәнлеге 180 сантиметрға етә. 50-гә яҡын төрлө үҫемлек үҫә, һыу ҡаҙаяғының бер нисә төрө беҙҙең төбәктә бүтән бер ерҙә лә осрамай икән.

Бишҡайын һаҙлыҡтары

Ауырғазы районының Бишҡайын ауылынан бер километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостандағы ике һаҙлыҡта ғына осраған көкөрт үләне бар. Бынан тыш, бары тик ошо һаҙлыҡта ғына лапландия талы осрай.

Суслов һаҙлыҡтары

Был һаҙлыҡтар бигерәк үҙенсәлекле, сөнки боронғо карст уйһыулыҡтарында барлыҡҡа килгән. Уйһыулыҡтарҙың тәрәнлеге 11 метрға етә. Бында мүк еләге йыйырға, шулай уҡ һирәк осрай торған башҡа үҫемлектәрҙе осратырға мөмкин.

Төпһөҙ һаҙлыҡ

Бишбүләк районының Мораҙым ауылынан бер километр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Һаҙлыҡтың үҙәгендә көкөртлө шишмә бар. Ул һуңынан Эйек йылғаһына ҡоя. Бында серүлән үҫә. Ул Башҡортостандың башҡа бер районында ла осрамай.

Осиновка һаҙлығы

Бөрө районының Осиновка ауылы эргәһендә урынлашҡан, шулай уҡ карст уйһыулыҡтарында ята. Тикшереү ваҡытында был һаҙлыҡтарҙың тәрәнлеге 11 метрға еткәнлеге асыҡланған. Иллегә яҡын һирәк осрай торған үҫемлек бар.

Бөрө районындағы һаҙлыҡтар

Өс һаҙлыҡтан торған комплекс – республикала иң тәрәндәренең береһе. Ҡайһы бер урындарҙа һаҙлыҡтың тәрәнлеге 15 метрға етә. Бында йылы һыуҙы яратҡан, һирәк осраған йөҙөп йөрөүсе абаға сәскәһе үҫә. Ул республиканың башҡа бер һаҙлығында ла юҡ.

Этҡол һаҙлыҡтары

Ишембай районында урынлашҡан. Һаҙлыҡтың һыуы Һәләүек йылғаһына ҡоя. Бында Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ингән үҫемлектәр үҫә. Ғалимдар өсөн тутлы схенус тигәне айырыуса ҡәҙерле, сөнки был үлән Үҙәк Европа һәм Рәсәйҙең тағы бер нисә төбәгендә генә осрай. Һаҙлыҡ Ишембай районында һыу әйләнешен тотороҡландырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә.

Мүклеһаҙ

Илеш районының Ҡәҙер ауылы янында урынлашҡан. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ арҡаһында һаҙлыҡтың һыу режимы үҙгәргән, ҡайһы бер урындарҙа ағастары кипкән. Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән һыу үләне үҫә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа мүк еләгенең юҡҡа сығыуы теркәлгән. Моғайын, быға янғындар һәм ҡоролоҡ сәбәпсе булғандыр. Мүк еләге Илеш районында ошо һаҙлыҡта ғына үҫкән. Тәбиғәт һәйкәле статусы әлеге һаҙлыҡта уны икенсе урындан күсереп ултыртыу өсөн нигеҙ булып тора. Яҡын-арала белгестәр был эш менән шөғөлләнәсәк.

Һаҙлыҡтың төбөндә мең йыл элек үҫкән ылыҫлы ағастарҙың ҡалдыҡтары табылған. Әлеге мәлдә был урында ундай ағастар юҡ.

Мәмәк һаҙлығы

Кушнаренко районының Мәмәк ауылынан йыраҡ түгел. Торф ятҡылығының тәрәнлеге 9,5 метр тәшкил итә.
Шуныһы үҙенсәлекле, һирәк осрай торған үләндәр булмаһа ла, ундай ҡоштар бихисап был урында. Көйәҙ турғайҙың бер нисә төрө, һарыҡас турғай, ҡыҙылтүш был төбәктә оя ҡора.

* * *
“Һаҙлыҡ бит ул, уны һаҡлауҙан ни фәтүә”, – тигән фекерҙәр ишетелеп ҡала, әммә Берҡаҙан һаҙлығын бер нисә йыл элек һәм бөгөн барып күргән кеше булараҡ, шуны әйткем килә: һаҙлыҡтар һыуҙы, үҫемлектәрҙе, ҡоштарҙы, йәнлек­тәрҙе һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Беҙ, кешеләр, тәбиғәтте яулап алып, йәнлек һәм ҡоштарға үрсергә, оя ҡорорға, үҙ мөхитендә йәшәргә ирек бирмәйбеҙ.

Берҡаҙан һаҙлығында хәҙер ҡоштар тауышы гөрләп тора, торналар ҡысҡыра, аҡҡоштар оя ҡора, турғайҙарҙың һаны бермә-бер артҡан. Бер нисә йылдан Урал аръяғындағы һаҙлыҡтарға ла йән керер, тип ышанайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна"

Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна" 29.03.2019 // Экология

Тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп тә өлгөрмәне, ҡыш буйы йыйылған сүп-сар ҡалдыҡтары, ташланған шешә һауыттары...

Тотош уҡырға 203

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле 28.03.2019 // Экология

Европа парламенты, 2021 йылға пластмассанан етештерелгән тиҫтәләгән предмет төрҙәренән баш тартыуҙы...

Тотош уҡырға 124

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам"

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам" 26.03.2019 // Экология

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет...

Тотош уҡырға 111

Эш теүәл бара

Эш теүәл бара 14.03.2019 // Экология

Сибайҙа үткән көндәлек брифингта ҡалалағы экологик хәлгә ентекле баһа бирелде....

Тотош уҡырға 134

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә 27.02.2019 // Экология

1 мартта Ҡариҙел районында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 179

Матурлығынан зыяны күберәк

Матурлығынан зыяны күберәк 26.02.2019 // Экология

Күршеләрҙә көҙөн сағыу һары төҫлө сәскә күреп ҡалдым. – Резеда апай, ҡайһылай матур сәскә, күсереп...

Тотош уҡырға 349

Урман “ашханалары”

Урман “ашханалары” 26.02.2019 // Экология

Республикалағы барлыҡ тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында һәм заказниктарында ҡырағай йәнлектәрҙе ашатыу өсөн...

Тотош уҡырға 273

“Таҙа Танып”тың башында  кем тора?

“Таҙа Танып”тың башында кем тора? 26.02.2019 // Экология

Республикала гөрләп үткән “Таҙа Танып” акцияһы йомғаҡтарын Пермь крайының Чернушки ҡалаһында...

Тотош уҡырға 186

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар 25.02.2019 // Экология

Сибайҙа экологик хәлде яйға һалыу, һауаның торошо, ниҙәр башҡарылғаны хаҡында ҡала халҡына еткереп...

Тотош уҡырға 185

Таусылар именлеген хәстәрләп

Таусылар именлеген хәстәрләп 22.02.2019 // Экология

Сибай ҡалаһындағы экологик хәл “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен дә борсомай ҡалманы. Бөгөн улар Учалы...

Тотош уҡырға 217

Экологик хәл тотороҡлана

Экологик хәл тотороҡлана 21.02.2019 // Экология

Был хаҡта бөгөн үткән брифингта хәбәр ителде: Сибайҙа көкөрт диоксидының миҡдары артыуы күҙәтелмәне....

Тотош уҡырға 229

Барыһы ла контролдә

Барыһы ла контролдә 20.02.2019 // Экология

Сибайҙа экологик хәлде яйға һалыу, эште контролдә тотоу, алға йүнәлештәр билдәләү маҡсатында көн...

Тотош уҡырға 220