Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Экологик хәбәрҙәр
Яндырыу мәсьәләне хәл итмәй

Көнкүреш ҡалдыҡтарын яндырыу ҡәтғи тыйыла: был хаҡта "Атмосфера һауаһын һаҡлау тураһында"ғы Федераль закон иҫкәртә. Шулай ҙа ҡануниәтте боҙоуҙан ҡурҡмаған яуапһыҙ граждандар бар: сүп-сарҙы махсус полигонға алып барыу урынына, уны яндырыусылар һәм шуның менән һауаны бысратыусылар әленән-әле осрап тора.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре прокуратура вәкилдәре менән берлектә республикала рейдтар ойошторған. Уның барышында үрҙә телгә алған законды боҙоуҙың йөҙҙән ашыу осрағы теркәлгән. Әбйәлил, Ҡариҙел, Белорет, Шишмә райондарында, Белорет, Бөрө, Нефтекама ҡалаларында йәшәүселәр яндырыу менән айырыуса мауыға, имеш: һауаның бысраныуы, янғын хәүефе артыуы ла бер ни түгел. Ҡануниәтте боҙоусыларға 600 мең һумдан ашыу штраф һалынған.

Пестицидтарҙан ҡотолайыҡ!

Республикала һаҡлау срогы үткән пестицидтарҙы йыйыу һәм утилләштереү саралары бара.

Тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүсе матдә, ғәҙәттә, заман талаптарына яуап бирмәгән келәттәрҙә һаҡлана, ята торғас, ергә һеңә, тәбиғәткә ҙур зыян килтерә. Әлеге ваҡытта Хәйбулла, Ейәнсура, Әбйәлил, Дүртөйлө райондарынан 38 тоннанан ашыу пестицид сығарылған, шулай уҡ Илеш, Яңауыл райондарында эштәр әүҙем бара. Сиратта – Ҡариҙел, Благовар, Туймазы райондары. Йәмғеһе туғыҙ райондан 99 тонна пестицид сығарасаҡтар. Быйыл был сара өсөн республика бюджетынан 4 миллионға яҡын һум аҡса бүленгән.

Шихандарҙы һаҡлау зарур

Стәрлетамаҡтағы "Сода" предприятиеһы вәкилдәре Өфө дәүләт нефть техник университетының ҡалалағы филиалы ғалимдары менән урындағы шихандарҙың биологик төрлөлөгөн һаҡлау проблемаларын тикшерҙе.

Юғары уҡыу йорто уҡытыусылары Heidelbergcement компанияһы ойошторған фәнни конкурста ҡатнаша, проекттар тау эшкәртеү урындарында биотөрлөлөктө һаҡлау һәм үҫтереү проблемаларына арналған. Бәйгеселәр араһында 18 илдең 300-ҙән ашыу ғалимы бар. Стәрлетамаҡ данын биология фәндәре докторы, экология һәм милли тәбиғәттән файҙаланыу кафедраһы доценты Дмитрий Зейферт һәм техник фәндәр кандидаты, техник механика кафедраһы мөдире Алексей Бахонин яҡлай.
Ғалимдар шихан комплексының үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһының теүәл иҫәбен алырға, башҡа ерҙә ошоға оҡшаш урынды эҙләргә тәҡдим итә. Был тәбиғәттең үҙенсәлеген һаҡларға ярҙам итәсәк.
Шул уҡ ваҡытта сәнәғәтселәрҙең эшмәкәрлеген дә туҡтатырға ярамай. Етештереүселәр һәм ғалимдар экология һәм иҡтисад араһында тигеҙлек эҙләй. Бының өсөн, бәлки, башҡа урында экологик парк асырға, шихандарҙың флора һәм фауна вәкилдәрен унда үҫтерергә кәрәктер, тигән фекер ҙә яңғыраны.

Эш лампала ғына түгел

"Тәбиғәт" дәүләт унитар предприятиеһының экомобиле Ҡариҙел районында булып ҡайтты.

Ҡулланылыуҙан сыҡҡан терегөмөшлө лампаларҙы йыйыу акцияһында халыҡ һәм предприятиелар әүҙем ҡатнашты – 1700 дана зарарлы яҡтыртҡыс йыйылды. "Табыш" Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы хәүефле ҡалдыҡтарҙы утилләштереү махсус участкаһына оҙатылған. Сараның төп маҡсаты– йәмғиәттә һаулыҡ өсөн хәүефле сығанаҡтарға яуаплы ҡараш тәрбиәләү һәм улар менән эш итергә өйрәтеү.

Һунарсылар, һеҙҙең өсөн!

Берҙәм федераль өлгөлө һунарсы билеттарын биреү дауам итә. Әлегә Башҡортостанда 20 меңгә яҡын һунарсы ошо документ эйәһе булған. Рәсәйҙә иһә ундайҙарҙың һаны 1 миллиондан ашып киткән.

Билет бушлай бирелә, ғәмәле сикләнмәгән. Төрлө сығанаҡ буйынса, Башҡортостанда 35 – 40 мең самаһы һунарсы бар. Яңы билет алғанда улар хаҡындағы мәғлүмәт дәүләт һунарсылыҡ хужалығы реестрына индерелә. Сара 1 июлгә тиклем дауам итә. Кемдәр берҙәм билетты юлламаған, киләһе миҙгелдә уларға һунарсылыҡ итеүгә рөхсәт бирелмәйәсәк.

Йәштәргә – экологик тәрбиә

Салауат ҡалаһында "Минең ҡалам – минең йортом" экологик акцияһы үтте.

Ҡалала "Рәхим итегеҙ!" тигән арка ҡуйылған билдәле урын бар, халыҡ унда ял итергә ярата. Акцияла ҡатнашыусылар – 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм егеттәр – үҙ-ара ярышып, биләмәне сүп-сарҙан таҙартты. Йәштәрҙе йәлеп итеүҙең иң отошло ысулы ҡулланылды: халыҡтың күңелен ҡаланың билдәле ди-джейҙары күтәрҙе, төрлө уйындар ойошторолдо. Акцияны ойоштороусылар әйтеүенсә, эш менән ял аралашып барғанға күрә сара ифрат һөҙөмтәле булған. Йәштәрҙе экологик проблемаларға йәлеп итеүҙең бындай ысулын киләсәктә лә файҙаланмаҡсылар.
Гүзәлиә Балтабаева




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна"

Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна" 29.03.2019 // Экология

Тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп тә өлгөрмәне, ҡыш буйы йыйылған сүп-сар ҡалдыҡтары, ташланған шешә һауыттары...

Тотош уҡырға 1 456

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле 28.03.2019 // Экология

Европа парламенты, 2021 йылға пластмассанан етештерелгән тиҫтәләгән предмет төрҙәренән баш тартыуҙы...

Тотош уҡырға 1 158

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам"

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам" 26.03.2019 // Экология

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет...

Тотош уҡырға 1 097

Эш теүәл бара

Эш теүәл бара 14.03.2019 // Экология

Сибайҙа үткән көндәлек брифингта ҡалалағы экологик хәлгә ентекле баһа бирелде....

Тотош уҡырға 1 036

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә 27.02.2019 // Экология

1 мартта Ҡариҙел районында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 1 092

Матурлығынан зыяны күберәк

Матурлығынан зыяны күберәк 26.02.2019 // Экология

Күршеләрҙә көҙөн сағыу һары төҫлө сәскә күреп ҡалдым. – Резеда апай, ҡайһылай матур сәскә, күсереп...

Тотош уҡырға 1 436

Урман “ашханалары”

Урман “ашханалары” 26.02.2019 // Экология

Республикалағы барлыҡ тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында һәм заказниктарында ҡырағай йәнлектәрҙе ашатыу өсөн...

Тотош уҡырға 1 184

“Таҙа Танып”тың башында  кем тора?

“Таҙа Танып”тың башында кем тора? 26.02.2019 // Экология

Республикала гөрләп үткән “Таҙа Танып” акцияһы йомғаҡтарын Пермь крайының Чернушки ҡалаһында...

Тотош уҡырға 1 274

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды 26.02.2019 // Экология

Улар тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде....

Тотош уҡырға 1 293

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар 25.02.2019 // Экология

Сибайҙа экологик хәлде яйға һалыу, һауаның торошо, ниҙәр башҡарылғаны хаҡында ҡала халҡына еткереп...

Тотош уҡырға 1 113

Таусылар именлеген хәстәрләп

Таусылар именлеген хәстәрләп 22.02.2019 // Экология

Сибай ҡалаһындағы экологик хәл “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен дә борсомай ҡалманы. Бөгөн улар Учалы...

Тотош уҡырға 1 127

Экологик хәл тотороҡлана

Экологик хәл тотороҡлана 21.02.2019 // Экология

Был хаҡта бөгөн үткән брифингта хәбәр ителде: Сибайҙа көкөрт диоксидының миҡдары артыуы күҙәтелмәне....

Тотош уҡырға 1 211