Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шишмәнең дә моңо, зары бар...
Һуңғы йылдарҙа республикала ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыу буйынса төрлө программалар уңышлы эшләп килә. Улар араһынан “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” проекты бигерәк тә ваҡытлы булды, сөнки ошо программа ярҙамында бихисап эште атҡарып сығыу өсөн мөмкинлектәр асылды.

Ғафури районының Үтәк ауылы халҡы дөйөм йыйылышта балалар майҙансығы өсөн тауыш биргәйне. Проект конкурста еңеп сыҡты һәм ауылы­быҙға йәм өҫтәп уйын майҙансығы барлыҡҡа килде.

Күптән түгел ауылдаштар дөйөм йыйылыш уҙғарып, артабан хәл итәһе мәсьәләләрҙе барланы. Көн тәртибендә мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын яңыртыу һәм Тәңребәк ҡойоһон төҙөкләндереү тураһында һорауҙар ҡаралды. Халыҡ фекер алышып кәңәшләшкәндән һуң ауылыбыҙ уртаһынан аҡҡан Тәңребәк шишмәһе өсөн тауыш бирҙе. Урындағы эшҡыуар, рәссам-биҙәүсе Илдар Баймөхәмәтов был изге эшкә ҡағы­лышлы үҙ проектын тәҡдим итте, ул бер тауыштан хупланды.

Үтәктәр тәбиғәт яҙмышына битараф түгел: өс йыл элек ауылыбыҙ башын­дағы шишмә, быйыл Баҡалы ҡойоһо төҙөкләндерелде. Уларҙың тирә-яғы кәртәләп алынды, ағас ултыртылды, ял урындары барлыҡҡа килде, юл­ға ҡырсынташ түшәлде. Шишмәне тәр­типкә килтереүгә урындағы хакимиәт аҡса бүлде, ә Баҡалы ҡойоһон төҙөк­лән­дереүгә киткән сығымдарҙы ауыл­дашыбыҙ Камил Мәхмүтов үҙ өҫтөнә алды. Ул изге башланғысҡа 100 мең һум самаһы аҡса йүнәлтте. Ә биҙәү-тө­ҙөкләндереү эштәрен рәссам Илдар Баймөхәмәтов менән балта оҫтаһы Ринат Маликов урын-еренә еткереп ҡуйҙы. Ике оҫта тыуҙырған ма­турлыҡтан шишмәләребеҙ танымаҫ­лыҡ булып үҙгәрҙе, күркәмләнде.

Әле бына сират Тәңребәк ҡойоһона етте. Ул ауылыбыҙға нигеҙ һалған Үтәк бабай вариҫы Тәңребәк Фәтҡуллиндың исеме менән бәйле. Тәнгә һәм йәнгә сихәт биреүсе шишмәнең һыуын кемдәр генә эсмәгән, кемдәр генә уға рәхмәт уҡымаған. Унан ҡышын да, йәйен дә халыҡ өҙөлмәй. Ауылыбыҙға төшкән йәш килендәргә һыу юлын күрһәткәндә лә тап ошо Тәңребәккә алып киләләр.

Тик тәбиғәт һәр ваҡыт һаҡлауға, яҡлауға мохтаж. Шишмәләр ҙә тәр­биәләп торғанда ғына мул һәм таҙа һыулы була. “Урындағы башланғыс­тарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы, Тәңребәк ҡойоһо ла хозур, матур урынға әйләнер тип өмөтләнәбеҙ, изге эшкә тотош ауылыбыҙ менән өлөш индерәсәкбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна"

Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна" 29.03.2019 // Экология

Тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп тә өлгөрмәне, ҡыш буйы йыйылған сүп-сар ҡалдыҡтары, ташланған шешә һауыттары...

Тотош уҡырға 1 456

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле 28.03.2019 // Экология

Европа парламенты, 2021 йылға пластмассанан етештерелгән тиҫтәләгән предмет төрҙәренән баш тартыуҙы...

Тотош уҡырға 1 158

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам"

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам" 26.03.2019 // Экология

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет...

Тотош уҡырға 1 097

Эш теүәл бара

Эш теүәл бара 14.03.2019 // Экология

Сибайҙа үткән көндәлек брифингта ҡалалағы экологик хәлгә ентекле баһа бирелде....

Тотош уҡырға 1 035

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә 27.02.2019 // Экология

1 мартта Ҡариҙел районында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 1 092

Матурлығынан зыяны күберәк

Матурлығынан зыяны күберәк 26.02.2019 // Экология

Күршеләрҙә көҙөн сағыу һары төҫлө сәскә күреп ҡалдым. – Резеда апай, ҡайһылай матур сәскә, күсереп...

Тотош уҡырға 1 434

Урман “ашханалары”

Урман “ашханалары” 26.02.2019 // Экология

Республикалағы барлыҡ тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында һәм заказниктарында ҡырағай йәнлектәрҙе ашатыу өсөн...

Тотош уҡырға 1 184

“Таҙа Танып”тың башында  кем тора?

“Таҙа Танып”тың башында кем тора? 26.02.2019 // Экология

Республикала гөрләп үткән “Таҙа Танып” акцияһы йомғаҡтарын Пермь крайының Чернушки ҡалаһында...

Тотош уҡырға 1 274

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды 26.02.2019 // Экология

Улар тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде....

Тотош уҡырға 1 292

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар 25.02.2019 // Экология

Сибайҙа экологик хәлде яйға һалыу, һауаның торошо, ниҙәр башҡарылғаны хаҡында ҡала халҡына еткереп...

Тотош уҡырға 1 112

Таусылар именлеген хәстәрләп

Таусылар именлеген хәстәрләп 22.02.2019 // Экология

Сибай ҡалаһындағы экологик хәл “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен дә борсомай ҡалманы. Бөгөн улар Учалы...

Тотош уҡырға 1 126

Экологик хәл тотороҡлана

Экологик хәл тотороҡлана 21.02.2019 // Экология

Был хаҡта бөгөн үткән брифингта хәбәр ителде: Сибайҙа көкөрт диоксидының миҡдары артыуы күҙәтелмәне....

Тотош уҡырға 1 210