Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәбиғәт һаҡлағанда ғына ҡәҙерле
Тәбиғәт һаҡлағанда ғына ҡәҙерлеОшо көндәрҙә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы алдындағы майҙанға яңы машиналар килеп туҡтаны. Тантана алдынан машина аласаҡ инспекторҙарҙың тулҡынланыуы күренеп тора. 16 машина һәм 14 ҡаргиҙәр Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһына Хөкүмәт ҡарары менән бүленде.


– Төбәгебеҙҙә махсус һаҡланған биләмәләрҙең майҙаны ҙур, уларҙың дөйөм һаны миллион гектарҙан ашыу. Шуға ла бында хеҙмәт иткән инспекторҙарҙың эш күләмен күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Бөгөн инспекторҙарға файҙаланыуға тапшырылған техника уларҙың эш сифатын арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Сараның Экология һәм махсус һаҡланған биләмәләр йылында үтеүе тантананың мәртәбәһен күрһәтә, – тип асҡыстар бәйләмен тапшырҙы Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев.
Махсус һаҡланған биләмәләр дирекцияһы етәксеһе Марат Хәсә­нов иһә инспекторҙар өсөн бра­коньерҙарҙы эҙәрлекләү, биләмәгә үтеү шарттарын боҙоусыларҙы ҡыуып етеү, юлһыҙ урындарҙы йырып сығыу өсөн етеҙлек һәм техниканың һынатмауы мөһим тип билдәләне.
Яңы машина алыусылар ара­һында беҙҙең гәзиттең күптәнге дуҫы Мирдар Дияровтың ҡатнашыуы ла ҡыуаныслы ваҡиға булды.
Тәбиғәт һаҡлағанда ғына ҡәҙерлеМирдар “Урал-Тау” заказнигында инспектор булып хеҙмәт итә. Заказниктың майҙаны – 52 мең гектар самаһы. Кирәбе урман хужалығы тулыһынса, Төньяҡ Урал урман хужалығының өлөшләтә кварталдары ла ошо биләмәгә ҡарай. Төп тәғәйенләнеше – Ағиҙел һәм Яйыҡ йылғалары инештәрен бөтөн тәбиғәт комплексы булараҡ һаҡлау. Бында, һыу сығанаҡтарынан тыш, флора һәм фауна һаҡлауға лайыҡ. Ҡондоҙ, шәшке, һары шәшке, һеләүһен, янут, бурһыҡ, мышы-ҡоралай, айыу-төлкөләр етерлек.
– Инспектор вазифаһында ике йылға яҡын эшләйем. Көн һайын 250 километр самаһы ара үтеп ҡайтам. Башлыса Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 8.39-сы статьяһы буйынса протоколдар төҙөлә. Йыл башынан 15 протокол тултырҙыҡ, өс енәйәт эше асылды. Машиналарҙың яңырты­лыуы беҙҙең эш сифатына ыңғай йоғонто яһаясаҡ, сөнки кәрәк саҡта тәғәйенләнгән урынға тиҙерәк барыу мөмкинлеге бар хәҙер. Машина менән йөрөй алмаған ергә ҡаргиҙәр менән үтермен, – ти йәш инспектор.
Мирдар Дияров, башҡа хеҙ­мәттәш­тәре кеүек үк, ҡырағай йәнлектәргә тоҙ ялау урындары яһап ҡуя. Тояҡлылар, мышы-ҡоралайҙар тоҙға ҡытлыҡ кисерә башлаһа, бөтөнләй сит тарафтарға сығып китеүҙәре лә ихтимал. Тәбиғи шарттарҙа, таштар араһында кәрәкле минераль матдәләр пәйҙә була-булыуын, әммә уның миҡдары бик аҙ. Ҡышҡыһын бесән һәм ашлыҡ менән дә ҡырағай йәнлектәргә ярҙам итәләр.
“Алтын солоҡ” заказнигының өлкән инспекторы Рәфис Хәйбуллин үҙенең эше тураһында һөйләүҙән арымай.
– Беҙҙең биләмә – 90 мең гектар самаһы. Бурысыбыҙ – солоҡ ҡорттарҙы һаҡлау һәм үрсетеү. Бөгөнгә 1275 солоҡ бар, 750-һе ағастан эшләнеп эленгән. Ҡул аҫтымда тағы өс инспектор эшләй. Ҡорттарҙы ҡышын да күҙәтеп торорға кәрәк, шуның өсөн ҡаргиҙәрҙең булыуы беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ, – ти Рәфис Сабирйән улы.
Тантана тамамланыу менән инспекторҙар эш урындарына яңы автомобилдәрҙә ҡуҙғалды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна"

Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна" 29.03.2019 // Экология

Тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп тә өлгөрмәне, ҡыш буйы йыйылған сүп-сар ҡалдыҡтары, ташланған шешә һауыттары...

Тотош уҡырға 1 456

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле 28.03.2019 // Экология

Европа парламенты, 2021 йылға пластмассанан етештерелгән тиҫтәләгән предмет төрҙәренән баш тартыуҙы...

Тотош уҡырға 1 158

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам"

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам" 26.03.2019 // Экология

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет...

Тотош уҡырға 1 097

Эш теүәл бара

Эш теүәл бара 14.03.2019 // Экология

Сибайҙа үткән көндәлек брифингта ҡалалағы экологик хәлгә ентекле баһа бирелде....

Тотош уҡырға 1 036

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә 27.02.2019 // Экология

1 мартта Ҡариҙел районында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 1 092

Матурлығынан зыяны күберәк

Матурлығынан зыяны күберәк 26.02.2019 // Экология

Күршеләрҙә көҙөн сағыу һары төҫлө сәскә күреп ҡалдым. – Резеда апай, ҡайһылай матур сәскә, күсереп...

Тотош уҡырға 1 436

Урман “ашханалары”

Урман “ашханалары” 26.02.2019 // Экология

Республикалағы барлыҡ тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында һәм заказниктарында ҡырағай йәнлектәрҙе ашатыу өсөн...

Тотош уҡырға 1 184

“Таҙа Танып”тың башында  кем тора?

“Таҙа Танып”тың башында кем тора? 26.02.2019 // Экология

Республикала гөрләп үткән “Таҙа Танып” акцияһы йомғаҡтарын Пермь крайының Чернушки ҡалаһында...

Тотош уҡырға 1 274

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды 26.02.2019 // Экология

Улар тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде....

Тотош уҡырға 1 292

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар 25.02.2019 // Экология

Сибайҙа экологик хәлде яйға һалыу, һауаның торошо, ниҙәр башҡарылғаны хаҡында ҡала халҡына еткереп...

Тотош уҡырға 1 113

Таусылар именлеген хәстәрләп

Таусылар именлеген хәстәрләп 22.02.2019 // Экология

Сибай ҡалаһындағы экологик хәл “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен дә борсомай ҡалманы. Бөгөн улар Учалы...

Тотош уҡырға 1 127

Экологик хәл тотороҡлана

Экологик хәл тотороҡлана 21.02.2019 // Экология

Был хаҡта бөгөн үткән брифингта хәбәр ителде: Сибайҙа көкөрт диоксидының миҡдары артыуы күҙәтелмәне....

Тотош уҡырға 1 211