Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Алтын шишмә”нең һыуы ла дауа
“Алтын шишмә”нең һыуы ла дауаҠырҡыулаша барған экология шарттарында эсәр һыуыбыҙҙың таҙалығы мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Сөнки йәшәйешебеҙҙең, тимәк, тәү сиратта һаулығыбыҙҙың торошо эскән һыуыбыҙға һәм ашаған аҙығыбыҙға бәйле.
Индустрия менән бер аяҡтан атлаған заман шарттарында экологик яҡтан таҙа һыу бары тик таҙа мөхиттә генә булыуы мөмкин. Әммә был осраҡ бигерәк тә ҡала һәм ҡалаға яҡын ерҙәрҙә йәшәүселәрҙе уйланырға мәжбүр итмәйенсә ҡалмай. Был йәһәттән таҙа эсәр һыу етештереүсе компаниялар, халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтлән­дереп, һыу мәсьәләһен ыңғай хәл итергә ярҙам итә. Архангел районының Яңы Һарт ауылы янында урынлашҡан “Алтын шишмә” лә – ана шундай ойошмаларҙың береһе.
“Алтын шишмә” эсәр һыуы яуаплылығы сикләнгән “Втим-Инвест” ойошмаһы тарафынан етештерелә. Тәбиғи фонтан булып атылып сыҡҡан “Алтын шишмә”нең ерлеге, ысынлап та, үҙенсә­лекле һәм таҙа, ә һыуы тәмле һәм бай минераль составлы.
“Алтын шишмә”нең һыуы ла дауа“Алтын шишмә” һыуы Рә­сәй һәм республика күргәҙмә­ләрендә лә еңеү яулаған. Мә­ҫәлән, 2003 йылдан алып бө­гөнгәсә ул “Иң яҡшы көнкүреш тауары”, “Алтын көҙ”, “Агрокомплекс” һәм башҡа республика һәм ил күргәҙмәләрендә алтын миҙалдарға, диплом һәм маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған.
Һыу натрий, кальций, магнийға бай. Беҙҙең республика һыуҙарында әҙ күләмдә һәм һирәк осраған фтор элементының булыуы ла мөһим. Органолептик үҙенсә­лекле ер аҫты һыуы юғары сифатҡа эйә, беренсе категориялы һыуҙар иҫәбендә. Ул бөйөрҙә таш барлыҡҡа килеүенән һаҡлай, ҡан тамырҙарын, бауырҙы, организмды шлактарҙан һәм токсинлы матдәләрҙән таҙарта. Тәбиғи шарттарҙа табылған һыу булыуына ҡарамаҫтан, ул өҫтәмә рәүештә таҙартыу үтә һәм табылған ерендә үк һауыттарға ҡойола.
Бындай ҡойоу техноло­гия­һы минераль составы үҙгәр­телмәгән таҙа һыу алырға мөмкинлек бирә. Һыу етеш­тереүҙә өҫтәлмә ҡушылмалар ҡулланылмай. Заман ҡо­рол­малары ярҙамында таҙартыу һәм ультрафиолет эшкәртеү иһә һыуҙы бер хәүефһеҙ файҙаланырға мөмкинлек бирә.
– Тәүлегенә ун тонна самаһы эсәр һыу етештерелә, ул республиканың төрлө райондарына, шифаханаларға, һатыу селтәрҙәренә, Өфө ҡалаһы янындағы балалар учреждениеларына ебәрелә. Яңыраҡ лимонад ҡойоу өсөн дә ҡоролма һатып алдыҡ, кеүәҫ ҡойоу эшмәкәрлеген дә яйға һаласаҡбыҙ. 2018 йылдан иһә һыра ҡойоу йүнә­лешен булдырыу ҙа планлаштырыла, – ти “Алтын шишмә” йәмғиәте етәксеһе Риф Шәйхетдинов.
Боронғо грек табибы Гип­пократтың “Беҙҙе ашағаныбыҙ ғына түгел, эскәнебеҙ ҙә билдәләй” тигән бөйөк һүҙҙәре бар. Бөгөнгө заманда йәшәгән еребеҙҙең именлеге менән ҡулыбыҙға алған эсәр һы­уыбыҙҙың таҙалығы, ысынлап та, беҙҙең барлы­ғыбыҙҙың, һаулығыбыҙҙың төп күрһәт­кесе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518