Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әтлек – күп ауырыуҙан дауа
Әтлек – күп ауырыуҙан дауаҺүҙем бала саҡтан ишетеп үҫкән әтлек үләне (урыҫса – бубенчик лилиелистный, латинса – аdenophorа IiIifoIia) тураһында. Уны был исем менән Бөрйән районында йөрөткәндәр. Белоретта бер нисә оло кешенән һорашып ҡарағайным, таныусы булманы. Урыҫса уны “курочки” (тауыҡ ите тәме килгән өсөн), “дроб”, “орлик”, “синенький цветочек” тип тә йөрөтәләр. Оҙонлоғо 1-1,5 метр самаһы. Июль-август айҙарында сәскә ата. Был ғаиләгә ҡараған барлыҡ үләндәр һәйбәт бал бирә. Орлоғо, ҡумта эсендә яҡшылап ҡарайғансы бешкәс, үҙенән-үҙе ергә ҡойола.


Әтлек башлыса яҡты урманды, ағаслыҡ ситтәрен, ҡыуаҡ эргәләрен ярата. Тамыры ҙур, оҙон үҙәк яһап, тәрәнгә тиклем китеп үҫә. Сәскәһе асыҡ зәңгәр төҫтә, әйтерһең, ваҡ ҡына ҡыңғырауҙар эленеп тора. Япраҡтары бер-бер артлы теҙелеп китә, тамырға яҡындары эрерәк, осҡа күтәрелгән һайын ваҡлана бара. Өҫкөләре оҙонса, һабаҡһыҙ, ситтәре ҙур уйымлы. Әтлектең тамырын дауаланыу өсөн ҡулланалар. Унда шәкәр, пентоза, каучук, куморин, холин, тритерпиноид, стерин, төрлө буяу матдәләре (дубильные вещества) һәм С, Р витаминдары, каратиноидтар бар. Интернет мәғлүмәттәре буйынса, Ҡурған өлкәһендә был үләнде женьшенгә тиңләйҙәр.
Ҡытай халыҡ медицинаһында уны кешенең ауырыуҙан һуң ныҡ хәле бөткәндә, химия менән дауаланыу үткәндән һуң ҡулланалар. Кореяла әтлек ярҙамында бронхитты, үпкә туберкулезын, бронхиаль астманы дауалайҙар. Был үҫемлек яман шеш күҙәнәктәренең үҫешен тотҡарлай. Тамыры сей килеш шәкәр тәме бирә, ашҡа һалып бешерһәң, тауыҡ һурпаһын хәтерләтә. Өләсәйем: “Әтлек арҡаһында 1921 йылдағы йотлоҡтан, 30-сы йылдарҙағы ҡытлыҡтан һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы аслыҡтан тере ҡалдыҡ”, – тип һөйләй торғайны. Ауыл эргәһендәге әтлекте йыйып ашап бөткәс, урманда ҡуна ятып, йыйып алып ҡайтып, киптереп, онға тартып, икмәк бешереп, балаларына ашатыр булғандар. Йәш һабаҡтарын таныған кешеләр уның менән яҙ туҡланған, тик күптәр сәскә атмайынса таный һалып бармаған. Әлеге ваҡытта ла был үләнде ауылдан 15-30 километрға китмәйенсә осратып булмай, күрәһең, аслыҡ-яланғаслыҡ ваҡыттарындағы “һөжүм” итеүҙәрҙән ул һаман иркенләп таралып китә алмай.
Әтлектең тамырын көҙ йыялар. Уны ағын һыуҙа йыуғас, ҡалын урындарын бысаҡ менән уртаға ярып, әҙ генә ҡо­яшта тотоп алғас, кипкәнсе еләҫ урынға ышыҡҡа һалалар. Әлбиттә, урманға килеп, үләнде вәхшиҙәрсә ҡыланып йыя башлау дөрөҫ түгел. Бер нисә кәңәшемде яҙып үтәйем: урманға ниндәйҙер ауырыуҙан дауа табыу ниәте менән барғанһың икән, иң беренсе теләк теләү мөһим, унан һуң тәбиғәттән рөхсәт һорап, үләнде алғас, ысын кү­ңелдән рәхмәт әйтергә кәрәк. Бер аш ҡалағы кипкән тамырҙы ныҡ эҫе бул­маған һыуҙа бешереп, ашар алдынан көнөнә өс тапҡыр 30 грамм эсергә тәҡдим ителә. Шулай уҡ кипкән та­мырҙы спиртҡа (1:10) һалып та дарыу эшләйҙәр. Уны арығанда, талһыҙлан­ғанда, сәбәпһеҙ йоҡо килгәндә, нервы системаһы ҡаҡшағанда, йоҡоһоҙлоҡта, ирҙәрҙең енси көсһөҙлөгөндә ҡуллана­лар. Был үләндән эшләнгән дарыу тән температураһын төшөрә, яраларҙы тиҙ төҙәтә, ауыртыуҙы баҫа, ҡаҡырыҡ­ты йомшарта, ҡан баҫымын яйға һала, өйәнәк, атеросклероз, ашҡаҙан ауырыу­ҙарынан яҡшы дауа. Дөйөм алғанда, иммунитетты нығыта. Әтлек күсереп ултыртыуҙы яратмай. Уның сүс кеүек нәҙек тамырҙарын, һындырмаҫ өсөн, тупраҡ менән ҡуша алып ҡайтырға кәрәк.
Әтлек ҡурсаулыҡ биләмәһендә лә йыш осрай. Башҡортостандың Ботаника баҡсаһы белгесе, биология фәндәре профессоры Лариса Абрамова был үләнде ныҡлап өйрәнеп, мәҡәләләр яҙҙы. Теләге булғандар уларҙы табып уҡый ала.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518