Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һулар һауабыҙ саф, эсәр һыуыбыҙ таҙа булһын тиһәк...
Һулар һауабыҙ саф, эсәр һыуыбыҙ таҙа булһын тиһәк...Быйыл экологик хәүефһеҙлек, тирә-яҡтың таҙалығы тураһында күп һөйләйбеҙ. Ғәҙәттә, был темаға ҡағылғанда, төбәктәге экологик хәлдең шәптән булмауын ҙур етештереү предприятиеларының күплегенә бәйләп ҡуябыҙ. Моғайын, был әлеге ойошмаларҙың эшмәкәрлеге менән яҡындан таныш булмағанғалыр, сөнки етештереү күләме ҙур булған, газ һәм нефть өлкәһендә эшләгән ойошмалар үҙ эше тураһында артыҡ һөйләп тә бармай. Ә уларҙа тәбиғи мөхиттең хәүефһеҙлеген күҙәткән бүлектәр барлығын, ошо ерҙең, һауаның таҙалығы өсөн яуап биреүҙәрен, тикшереү ведомстволары тарафынан эшмәкәрлектәре даими күҙәтеүҙә икәнлеген онотоп ебәрәбеҙ һымаҡ.
Бөгөн һүҙ тап шундай ойошмаларҙың береһе тураһында. Өҫтәмә һөнәри белем биреү буйынса “Газ-нефть уҡытыу үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының Бөрө филиалы ҡалала ун йылдан ашыу уңышлы эшләп килә. Үҙәк нефть һәм газ сәнәғәте өсөн эшселәр әҙерләү, юл төҙөлөшө һәм махсус техника өсөн машинистар уҡытыу, хеҙмәт, янғын, сәнәғәт, экологик хәүефһеҙлек йүнәлеш­тәре буйынса белгестәрҙең квалифи­кацияһын камиллаштырыу буйынса ла уңышлы эшләй. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: үҙәк алып барған йүнәлештәрҙең һорау менән файҙаланылғаны – экологик именлек. Был бүлек етәкселәрҙе һәм белгестәрҙе хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү нескәлектәренә өйрәтә, экология буйынса документтар әҙерләй. Һуңғы йылдарҙа әлеге бүлеккә Мәрйәм Хисаметдин ҡыҙы Әфтәхова етәкселек итә. Денис Арямнов, Ольга Ибашева, Денис Бронников, Сергей Корлыханов бүлектә оҙаҡ йылдар эшләп, үҙҙәрен юғары квалификациялы белгес итеп танытҡан. Барыһы ла – белемдәре буйынса экологтар. Денис Арямнов БДУ-ның Бөрө филиалын тамамлап эшкә килә. Һайлаған һөнәре – “Биоэкология”. Денис Николаевич атҡарған эшен ярата.
Һулар һауабыҙ саф, эсәр һыуыбыҙ таҙа булһын тиһәк...– Экология буйынса документтар эшләү һәм ошо йүнәлештә белем биреү – төп эшебеҙ. Миңә иһә Башҡортостан буйынса йөрөп, төрлө ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеү айырыуса оҡшай. Республикабыҙҙың бар райондарын тиерлек иңләп сыҡтым. Ойошмалар менән эшләгәндә, экология мәсьәләләре ни тиклем ҡатмарлы икәненә йәнә бер инанаһың. Нисек кенә булмаһын, был йүнәлештә закондар үҙгәреп тора, документтар әҙерләү – ҡатмарлы эш. Махсус белемең булмаһа, ҡайһы бер нескәлектәрҙең айышына төшөнөүе ҡыйын, – ти ул.
Мәрйәм Әфтәхова иһә әле атҡарған эше менән күптән таныш, шуға ла был йүнәлеште етәксе вазифаһында атҡара башлау уға әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙыр­маған. Мәрйәм Хисаметдин ҡыҙы хеҙмәт юлын “Туймазы май-сыр комбинаты”нда инженер-химик вазифаһында башлай. Ул эшләгән лаборатория етештерелгән продукцияның сифатын ғына тикшереп ҡалмай, ә тотош комбинаттың экологик именлеген тәьмин итә. Мәрйәм Әфтәхова – алдына аныҡ маҡсаттар ҡуйып, уларҙың тормошҡа ашыуына көсөн йәлләмәгән кешеләрҙең береһе. Бөрөлә киптерелгән һөт комбинатына эшкә саҡырыу алғас, оҙаҡ уйлап тормай, ғаиләһе менән яңы урынға күсеп килә һәм ең һыҙғанып эшкә тотона. Уның тырыш хеҙмәтен күрәләр, баһалайҙар.
Бер нисә йылдан Мәрйәм Хисаметдин ҡыҙы комбинаттың генераль директоры вазифаһына тиклем үрләй. Тирә-яҡ мөхит­те һаҡлау, экологик хәүефһеҙлек өлкәһен­дәге заманса алымдар менән эш итеүгә ул Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығында өйрәнә. Комбинаттың был өлкәләге сифатлы эше баһаланмай ҡалмай. Әфтәхова Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Почет грамоталары менән бүләкләнә. Артабан әүҙем хеҙмәткәрҙе Бөрө районы хакимиә­тенә эшкә саҡыралар, унан Өфө районы хакимиәтендә бер килке эшләп ала.
Әлеге вазифаһында иһә Мәрйәм Хисаметдин ҡыҙы һәр ойошманың етәксеһенә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш кәрәклеген еткерергә тырыша, сөнки тирә-яҡ мөхитте һаҡлау – бөтөн кешелек өсөн мөһим мәсьәлә. Был йүнәлештә эш ентекле һәм һөҙөмтәле алып барылырға тейеш, тип һанай бүлек белгестәре һәм башҡаларҙа ла тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙе төп бурыстарының береһенә индерә. Әлбиттә, күпселек етәкселәр менән уртаҡ тел табылған, эш көйлө алып барыла. Айырыуса республиканың Илеш, Бөрйән, Белорет, Ҡариҙел, Бөрө, Тәтешле, Балтас райондары хакимиәттәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Тик белгестәр был эштең башы ғына тип һанай һәм артабан башҡа райондар менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырырға ниәтләй. Бүлек хеҙмәткәрҙәре урында белгестәрҙең белемен камиллаштырыу өсөн райондарға йыш сыға. Был алым үҙен аҡлай, сөнки эшләп йөрөгән хеҙмәткәрҙәргә етеште­реүҙән айырылмай ғына белемен камиллаштырыу күпкә уңайлыраҡ. Бындай ваҡытта курстарҙы ойоштороусылар етештереү үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, кәрәкле йүнәлештә генә эшләй. Был ике яҡ өсөн дә уңайлы. Курстарҙы тамамла­ғандан һуң, белемен камиллаштырған хеҙмәткәрҙәргә танытма бирелә.
Һулар һауабыҙ саф, эсәр һыуыбыҙ таҙа булһын тиһәк...Мәрйәм Хисаметдин ҡыҙы билдә­ләүенсә, экологик хәүефһеҙлек буйынса документтарҙы әҙерләү тәүҙә ауырлыҡтар тыуған. Уларҙы бер системаға һалыу өсөн уҡытыу-консультация үҙәге булдырыу бынан бер нисә йыл элек көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе була. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, ең һыҙғанып тотона ул. Тәүҙә ҡуртымға бина алалар, кәрәкле техника һәм программалар менән йыһазлан­дыралар. Әлеге үҙәкте булдырыу БДУ-ның Бөрө филиалындағы инженер-технолог һәм биология факультеттары студенттарына белемдәрен камиллаштырыу, практика үтеү, унан һуң ошонда эшкә килеү мөмкинлеген тыуҙыра. Буласаҡ экологтар һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса инженерҙар өсөн әлеге үҙәктә практика үтеү кәрәкле тәжрибә туплауға нигеҙ булып тора. Йәнә лә университеттың лаборато­рияһы менән хеҙмәттәшлек итеү белгестәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Был лаборатория үҙәктең заказдарын үтәй: ҡалдыҡтарҙың составын һәм хәүеф кимәлен билдәләй.
Үҙәктең эшендәге төп йүнәлеш – тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ойошмаларҙың экологик документтарын әҙерләү. Белгестәр ҡалдыҡтарҙың күпме булыуын күҙаллай, уларҙы урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итә, етештереү-экологик күҙәтеү һәм башҡа проблемаларҙы иҫәпкә алып, ойошмаларҙың документтарын эшләй. Әлеге документтарға заказ биреүселәргә был юл бик уңайлы, сөнки әҙерләнгән ҡағыҙҙар бөтөн тикшереү ведомстволары менән килешеү үткәндән һуң ғына заказ биреүсегә тапшырыла.
– Йыш ҡына беҙгә башҡа ойошмаларҙа документтар әҙерләтеп алданғандар килә. Эш өсөн хаҡын мул итеп алһалар ҙа, Интернет селтәренән, унан-бынан күсерелгән документ тултырып бирәләр. Артабан башҡа ведомстволарҙа был документтар менән һәр ойошма үҙе инстанцияларҙы үтергә тейеш. Был алдаҡҡа күптәр эләгә. Беҙҙең иһә клиенттарға ҡараш башҡаса. Әлегә тиклем өс йөҙҙән ашыу ойошма менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырғанбыҙ. Документтар тупланмаһы әҙерләү өсөн лицензиялы программалар бар. Ҡағыҙҙар әҙер булғас, артабан төрлө ведомстволар аша үткәреү бурысын үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Документтарҙың ҡайһылыр пункты үтмәй икән, уның өсөн беҙ яуаплы бит! Экологик документацияны теркәү еңелдән түгел икәнен аңларға кәрәк. Ҡайһы берҙә барлыҡ ведомстволар аша ҡағыҙҙарҙы үткәреү өсөн алты ай ваҡыт талап ителә. Әлбиттә, ваҡытты күп ала. Әммә экологик яҡтан имен ойошмалар күберәк булған һайын һулар һауабыҙ ҙа сафыраҡ, эсәр һыуыбыҙ ҙа таҙараҡ буласағын оноторға ярамай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна"

Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна" 29.03.2019 // Экология

Тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп тә өлгөрмәне, ҡыш буйы йыйылған сүп-сар ҡалдыҡтары, ташланған шешә һауыттары...

Тотош уҡырға 1 456

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле 28.03.2019 // Экология

Европа парламенты, 2021 йылға пластмассанан етештерелгән тиҫтәләгән предмет төрҙәренән баш тартыуҙы...

Тотош уҡырға 1 158

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам"

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам" 26.03.2019 // Экология

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет...

Тотош уҡырға 1 097

Эш теүәл бара

Эш теүәл бара 14.03.2019 // Экология

Сибайҙа үткән көндәлек брифингта ҡалалағы экологик хәлгә ентекле баһа бирелде....

Тотош уҡырға 1 035

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә 27.02.2019 // Экология

1 мартта Ҡариҙел районында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 1 092

Матурлығынан зыяны күберәк

Матурлығынан зыяны күберәк 26.02.2019 // Экология

Күршеләрҙә көҙөн сағыу һары төҫлө сәскә күреп ҡалдым. – Резеда апай, ҡайһылай матур сәскә, күсереп...

Тотош уҡырға 1 434

Урман “ашханалары”

Урман “ашханалары” 26.02.2019 // Экология

Республикалағы барлыҡ тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында һәм заказниктарында ҡырағай йәнлектәрҙе ашатыу өсөн...

Тотош уҡырға 1 184

“Таҙа Танып”тың башында  кем тора?

“Таҙа Танып”тың башында кем тора? 26.02.2019 // Экология

Республикала гөрләп үткән “Таҙа Танып” акцияһы йомғаҡтарын Пермь крайының Чернушки ҡалаһында...

Тотош уҡырға 1 274

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды 26.02.2019 // Экология

Улар тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде....

Тотош уҡырға 1 292

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар 25.02.2019 // Экология

Сибайҙа экологик хәлде яйға һалыу, һауаның торошо, ниҙәр башҡарылғаны хаҡында ҡала халҡына еткереп...

Тотош уҡырға 1 112

Таусылар именлеген хәстәрләп

Таусылар именлеген хәстәрләп 22.02.2019 // Экология

Сибай ҡалаһындағы экологик хәл “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен дә борсомай ҡалманы. Бөгөн улар Учалы...

Тотош уҡырға 1 126

Экологик хәл тотороҡлана

Экологик хәл тотороҡлана 21.02.2019 // Экология

Был хаҡта бөгөн үткән брифингта хәбәр ителде: Сибайҙа көкөрт диоксидының миҡдары артыуы күҙәтелмәне....

Тотош уҡырға 1 210