Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сүпләмәгеҙ: умырзая һуҙа һабағын...
Сүпләмәгеҙ: умырзая һуҙа һабағын... Ҡарҙар ирей, һыу таша... Тиҙҙән ер ҙә ҡарҙан әрселер. Тик тәүге үләндәр, умырзаялар морон төртөр алдынан ҡыш буйы ҡар аҫтында күренмәй ятҡан сүп-сар ҡалҡасаҡ. Таҙалыҡ ҡайҙан башлана һуң? Беҙҙең үҙебеҙҙән түгелме? Текә-текә сит ил машиналарының ишеге асылып, юл ситенә сүп тултырылған тоҡтар ташланғанын йыш күҙәтәбеҙ. Тик туҡтатып һүҙ әйтергә ҡыймайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәттә битарафтар һаны артҡандан-арта...
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, Башҡортостан, башҡа күрше төбәктәр менән сағыштырғанда, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, эшкәртеү мәсьәләһендә алдынғылар рәтендә килә. Ни генә тимә, беҙҙең халыҡ таҙалыҡты ярата. Әле үк яҙғы өмәләр үткәреү мәсьәләһе күтәрелде. Былтыр, мәҫәлән, экологик өмәләргә миллиондан ашыу кеше йәлеп ителгән, 24 мең берәмек техника сыҡҡан. Полигондарға 45 мең тонна ҡаты көнкүреш ҡалдығы сығарылған! Өмәләр мәлендә 434 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған. Йылайыр, Бәләбәй, Борай райондары тирә-яҡты йәшелләндереүгә иң ҙур өлөш индергән төбәктәр булып тарихҡа инеп ҡалған. Республикала биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереүҙең уртаса проценты 98-гә еткән! “Парктар маршы”, “Йәшел Башҡортостан”, “Минең республикам”, “Йәшел яҙ”, “Таҙа яр” кеүек экологик акцияларҙа халыҡ дәррәү ҡатнашты. Әммә... ҡала ситенә йәки туристар күпләп йөрөгән урындарға барһаң – әлеге лә баяғы сүп-сар өйөмөнә юлығаһың. Ҡурсаулыҡтар һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә хеҙмәткәрҙәр туристар артынан ҡалған сүп-сар өйөмөн таҙартып өлгөрә алмай.

“Сәнәғәт һәм коммуналь таҙартыу ҡоролмаларын дәүләт һәм муниципаль-шәхси партнерлыҡ алымдарын файҙаланып модернизациялау, төбәк операторҙары ҡатнашлығында көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең һөҙөмтәле системаһын ойоштороу хаҡында һүҙ бара. Әле республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары тупланған рәсми полигондар ғына 23 квадрат километрҙы биләй. Законһыҙ сүплектәрҙең һәм улар бысратҡан биләмәләрҙең ысын майҙаны байтаҡҡа ҙурыраҡ. Махсус һаҡланған тәбиғәт
биләмәләрен тәртипкә килтереү, цивилизациялы туризм өсөн шарттар булдырыу, сервис инфраструктураһын камиллаштырыу зарур”.

(Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһенән).

Сәнәғәт ҡалдыҡтары менән эшләү ҙә иғтибар үҙәгендә тор­ған мәсьәләләрҙең береһе. Әле­гә республикала өс мең гектарға яҡын майҙанда сәнә­ғәт ҡалдыҡтары күмелгән 165 урын бар. Стәрлетамаҡ, Бай­маҡ, Учалы райондарында сода сығарған карьерҙарҙа һәм тау эшкәртеү производство­һында хәл шәптән түгел. Был өлкәлә эре тонналы ҡалдыҡ­тарҙы утилләштереүҙе хәл ите­үе ҡыйын, сөнки уларҙа төҫлө һәм ауыр металдар бар. Ағыу­лы ҡалдыҡтар иһә химия, нефть продукттары, ағас эш­кәр­теү предприятиеларында “етештерелә”. Был ҡалдыҡ­тарҙың яҡынса 35 проценты ғына икенсе сеймал булараҡ эшкәртелә.
Республикала терегөмөш ҡулланған лампаларҙы зарар­һыҙ­ландырыу буйынса Өфөлә, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта өс предприятие эшләй. Улар йылына 500 – 700 мең лампаны зарарһыҙландыра. Бындай лампаларҙы халыҡтан йыйып алыу эше ойошторолған.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡ­тарын эшкәртеүгә эшҡыуар­ҙарҙы йәлеп итеү – бөгөн көн талабы. Әлеге мәлдә республикала был өлкәлә 130 ойошма һәм шәхси эшҡыуар эшләй. Өфөлә генә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм эш­кәртеү менән ҡырҡҡа яҡын ойошма шөғөлләнә. Әммә икен­сел сеймал етештереү өлкәһе һаман тейешенсә үҫеш­мәгән. Бының өсөн сеймалды эшҡыуарҙар икенсе төбәктәргә, мәҫәлән, Татарстан, Удмуртия, Һамар һәм Ульяновск өлкәлә­ренә оҙатырға мәжбүр. Миҫал өсөн “Тәбиғәт” дәүләт унитар предприятиеһын алайыҡ. Улар макулатураны – Пермгә, башҡа ҡалдыҡтарҙы Мәскәү һәм Һамар ҡалаларына алып барып тапшыра.
Төбәктә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын урынлаштырыу өсөн 47 полигон бул­дырылған. Уларҙа республикала бер йыл эсендә йыйылған 16 миллион кубометр сүптең ни бары ике миллион кубометрын күмергә була. Ҡалған 110 миллионы санкцияланмаған ҡыйлыҡтарҙа тупланған. Уларҙың һаны – 2686. Бер полигонды файҙа­ланыуҙың уртаса ваҡыты кәм тигәндә егерме йыл, әммә муниципалитеттар дөрөҫ эш итмәһә, был осор ике тапҡырға ҡыҫҡара. Әлеге мәлдә полигондарҙың 30 проценты тулған тиерлек, 50 проценты яртылаш тулған. Полигонға оҙатылған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының 35 процентын яңынан эшкәртергә мөмкин, йәнә 35 процентынан ашлама эшләргә була. Ә бына ҡалған 30 процентын күмергә кәрәк. Ғөмүмән, бөтөн ил буйынса сүп-сар күләме йыл һайын 10 процентҡа арта бара. Сәбәбе лә бер ҡарамаҡҡа ябай ғына һымаҡ – ҡаптар, ҡағыҙ, шыптыр, шешә кеүек заман уңайлыҡтарының ҡулланылышҡа йышыраҡ кереүе. Мәҫәлән, ҡалала йәшәгән дүрт кешелек ғаиләгә кис нимә кәрәк? Икмәк (ҡатмаһын өсөн уны полиэтилен моҡсайға һалғандар), һөт һәм ҡатыҡ икеһе лә ҡағыҙ шешәлә, эремсек һәм май алһаң, икеһен дә ҡалын ҡағыҙға төргәндәр. Йәнә лә балаларҙың күңелен күрәм тип йогурт һәм һут алһаң, икенсе көндө сүп-сар контейнерына кисә магазинда алған кеүек үк буш ҡаптар менән туп-тулы пакетыңды ырғытып китәһең. Шулай түгелме?
Дөйөм алғанда, республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡ­тары менән эш итеү мәсьәләһе яйға һалынған, яңы Федераль закон үҙ көсөнә ингәс, хәл күпкә яҡшырасаҡ, тип билдәләй белгестәр. Тик ябай ғына бер төшөнсәне онотмаһаҡ ине: тирә-яҡ мөхиттең таҙалығы өсөн төрлө ведомстволар яуап бирмәй. Эште үҙебеҙҙән, ба­лаларыбыҙҙан, туғанда­рыбыҙ­ҙан, күрше­ләребеҙҙән баш­ларға тейешбеҙ. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, экологик мәҙәниәт аҡһай бөгөн. Автомобиль хужалары тәҙрәһенән ҡый ташлай, икенселәр йәшәгән ерҙәрен сүп-сар өйөмөнә әйләндерә, туристар үҙҙәре артынан өйөм-өйөм сүп ҡалдыра. Сүпләмәгән ерҙә генә таҙа була.

Филүс ЯХИН, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары:
– Тиҙҙән Рәсәй ҡаты көнкү­реш ҡалдыҡтарын эшкәртеү­ҙең яңы системаһына күсә­сәк. Проект быйыл уҡ эшләй башларға тейеш ине, әммә күпселек төбәк­тәрҙең быға әҙер булмауы арҡаһында мәсьә­лә бер аҙға кисектерелде. Башҡортостан иһә яңылыҡтарға әҙер. Ҡаты көн­күреш ҡалдыҡтарын ҡабул итеү схемаһы төҙөлдө. Документта һәр йорт хужаһының сүп-сарын ҡайҙа түгергә, төбәк опера­торҙарының сүп менән нисек эш итергә тейешлегенә тиклем күрһәтелгән. Артабанғы бурыс норматив­тарҙы билдәләүгә ҡайтып ҡала. Күпме ҡаты көнкүреш ҡалдығы туплана? Бер кешегә күпме “өлөш” тура килә? Йыл әйләнәһенә республикала күпме сүп-сар туплана? Беҙҙе ошо һандар ҡыҙыҡһындыра. Әлбиттә, был бер көндә генә атҡарыла торған эш түгел.
Башҡортостанда төбәк операторҙа­рының һаны кәм тигәндә бишәү булыуы ихтимал, улар иһә үҙ сиратында биш зонаға бүленәсәк. Һәр бер йорт хужа­лығы оператор менән килешеү төҙөйәсәк. Улар сүпте йыйыуҙан башлап, уны эшкәртеү, полигонға сығарыу, ҡалдыҡтарҙы күмеү һәм башҡа мәсьәләләрҙе үҙ өҫтөнә аласаҡ. 2018 йылдың башында төбәктә эшләйәсәк операторҙарға конкурс үткәреләсәк. Унда уларҙың инвестиция программаһы ҡараласаҡ, тарифтар билдәләнәсәк, идарасы компаниялар һайланасаҡ.
Башҡортостандағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү инфраструкту­раһы, башҡа төбәктәр менән сағыштыр­ғанда, күпкә яҡшыраҡ. Хатта бер нисә башҡа юғарыраҡ тип әйтеү ҙә хилаф булмаҫ. Әлеге мәлдә республикала 30-ҙан ашыу полигон дәүләт реестрына индерелгән, тағы бишәүҙе сафҡа индереү мәсьәләһе ҡарала. 2009 йылдан ике сортировка һыҙаты эшләй ине. Былтыр уларҙың һаны унауға артты. Тиҙҙән тағы икәүһе сафҡа инергә тейеш. Был – һәйбәт күрһәткес. Ғөмүмән, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары мәсьәләһе даими көн үҙәгендә ҡала. Шуға ла проблемалар ҙа, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа бер полигон да, сортировкалау комплексы ла юҡ. Бында инвесторҙар ҙа килмәй, сөнки һөҙөмтәле эш алып барыу өсөн шарттар юҡ. Ауылдар бер-береһенән алыҫ урынлашҡан. Тимәк, был райондарға киләсәк операторға дәүләт ярҙамы кәрәк буласаҡ. Бәлки, дәүләт-хосуси партнерлыҡ нигеҙен­дә ҡоролған проектты эшкә “егербеҙ”. Төньяҡ-көнсығыш район­дарҙа ла проблемалар бар. Мәҫәлән, Дыуан районында полигон тулып килә, уның икенсе сафын төҙөү кәрәк. Был эште лә республика ярҙамынан тыш атҡарып булмаясаҡ.
Артабан ҡалдыҡтар система­һына килгәндә, икенсел сеймалды эшкәртеү комплекстары төҙөү мәсьәләһе тора. Әлеге мәлдә Дәүләкән районында пластик эшкәртеү менән шөғөлләнергә теләгән эшҡыуарҙан ғариза бар. Тағы ла ошондай өс-дүрт завод төҙөргә ине. Туймазы һәм Учалыла картон һәм ҡағыҙ етештереү заводтары уңышлы эшләп килә.
Сүплектәрҙең һанын кәметеү ошо яңы система буйынса көнүҙәк булып тора. Әлеге мәлдә һәр муниципаль ауыл советында кәм тигәндә икешәр сүплек бар. Иртәгәнән уларҙы ябыу мөмкин түгел, сөнки ауыл халҡына ҡаты көнкүреш ҡалдығын ташларға урын булмаясаҡ. Был экологик хәлде лә, эстетик күренеште лә боҙасаҡ. Сүплектәрҙе әлегә ошо килеш ҡалдырыу сараһыҙлыҡтан килә. Төбәк операторҙары эш башлағанға тиклем хәл үҙгәрмәйәсәк. Әммә төбәк операторҙары быға тиклем тупланған сүплектәрҙе таҙартып, мәсьәләне хәл итер тип уйлау дөрөҫ түгел. Был эште урындағы хакимиәттәр хәл итергә бурыслы. Киләсәктә бер муниципаль ауыл советына бер генә сүплек ҡаласаҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын полигондарға ташыу муниципаль берәмектең туранан-тура вазифаһы булып ҡала. Ҡайһы бер ҙур сүплектәрҙе рекультивациялау ҡаралған. Шуны аңларға кәрәк, был проекттарҙы тормошҡа ашырыу бик ҙур сығымдар талап итә. Мәҫәлән, бер сүплекте бөтөрөү генә бер нисә миллион һумға барып баҫа. Был эште бер көндә генә тамамлап булмаясаҡ. Ул яйлап, системаға һалынып көйләнергә тейеш.


“Ошондай ныҡлы ҡағиҙә бар: иртән тороп йыуын, үҙеңде тәртипкә килтер һәм шунда уҡ планетаңды ла тәртипкә килтер”.
(Антуан де Сент-Экзюпериның
“Бәләкәй принц” әҫәренән).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506