Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шове һәм Шүлгәнташ нимәһе менән оҡшаш?
Шове һәм Шүлгәнташ нимәһе менән оҡшаш?Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре күптән түгел эш сәфәре менән Францияла булып ҡайтты. Үҙәктең етәксеһе Данир Ғәйнуллиндан был сараның маҡсаты тураһында ентекләберәк һөйләүен үтендек.
– Данир Әхмәҙи улы, һеҙ етәкләгән үҙәк та­рих өсөн әһәмиәтле булған биналарҙы, археологик ҡаҙылмаларҙы, ижад ҡомартҡы­ларын һаҡ­лау менән шөғөлләнә. Һуңғы осорҙа Шүл­гәнташ мәмерйәһенә ҙур иғтибар бүләһегеҙ.
– Шүлгәнташ – Рәсәй генә түгел, донъя кимә­лендәге үҙенсәлекле мәмерйә ул. Уны ЮНЕСКО тарафынан һаҡланған объекттар исемлегенә инде­реү маҡсатын тормошҡа ашырыр өсөн күп көс һалына. Әлеге мәлдә Шүлгәнташ эргәһендә музей комплексына нигеҙ һалыу кимәленә еттек. Проект хуплау тапты. “Уның эске күренеше ниндәй булырға тейеш?” тигән һорауға яуап эҙләп, Францияға ба­рып ҡайтырға ҡарар ҡылдыҡ та инде. Архитекторҙар Рөстәм Әлибаев, Гөлфиә Тажетдинова, археолог Николай Григорьев менән бергәләп юлға сыҡтыҡ. Палеолит осоро музейын эшләр өсөн яңынан ниҙер уйлап табырға тырышырға кәрәкмәй. Бары тик булғандарын барып күреп, тәжрибә уртаҡлашыу, кәңәштәр һорау етә. Бынан тыш, алдыбыҙға ҡуйған тағы бер бурысыбыҙ Шүлгәнташ мәмерйәһе, ундағы һүрәттәр тураһындағы мәғлүмәтте башҡаларға еткереү ине. Шүлгәнташ, Башҡортостандың бренды булараҡ, донъя кимәлендәге талаптарға яуап бирһен өсөн юғары кимәлдәге музей эшләргә тейешбеҙ. Кешелектең, тәүтормош кешеләре сәнғәтенең башы – Шүлгәнташта. Мәҙәниәтебеҙҙең сығанағы ул. Ошо өлгөләрҙе донъя кимәленә сығарыу өсөн булған музейҙарҙың тәжрибәһен өйрәнергә кәрәк.
– Уларҙың иң ныҡ билдәлеләре Францияла, шулаймы?
– Эйе. Ласко музейында 2016 йылда дүртенсе комплекс асылды. Шове музейы иһә заман талаптарына яуап бирһен өсөн 2015 йылда төҙөкләндерелгән. Улар палеолит осоро музейҙарының иң яҡшы йыһазландырылғаны, иң байҙары тип һанала.
– Тәүҙә ҡайһыһын барып күрҙегеҙ?
– Шове музейында булдыҡ. Делегациябыҙҙы юғары кимәлдә ҡаршы алдылар. Беҙгә музейҙың директоры Фабрис Терау һәм ҡаяташҡа эшләнгән һүрәттәрҙең күсермәһен төшөрөү буйынса иң шәп белгестәрҙең береһе Ален Далис экскурсия үткәрҙе. Музейҙы төҙөүгә 54 миллион евро сарыф ителгән. Сығымдарҙы төбәк, ил бюджеттарынан да, Европа союзының ҡаҙнаһынан да бүлгәндәр. Сафҡа ингәс, тәүге йылда музейҙы 650 мең тирәһе кеше килеп күргән. Әле йылына яҡынса 500 мең турист килә.
Шове музей комплексы Бөрйән районының тауҙарына оҡшаш ерҙә урынлашҡан һәм бер нисә блоктан тора. Иң мөһиме – барлыҡ уңайлыҡтар, ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр балалар өсөн эшләнгән. Мәҫәлән, мәмерйәне һынландырған залда бәләкәстәр ҡурҡмайынса боронғо кешеләр һымаҡ стенаға һүрәт төшөрөп ҡарай, ҡыуышҡа инеп ултыра, теләй икән, палеолит ваҡыты тураһында фильм ҡарай йә билдәле ғалимдарҙың лекция рәүешендә төшөрөлгән фильмын ҡолаҡсындар аша тыңлай ала. “Теймә, унда барма, боҙоп ҡуйма” тигән тыйыуҙар бөтөнләй юҡ. Әйткәндәй, Шове музейы белгестәре беҙҙең пландарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе. Беҙ уларҙы быйыл июндә Шүлгәнташ мәмерйәһендә үтәсәк халыҡ-ара симпозиумға саҡырҙыҡ. Белгестәр доклад менән сығыш яһаясаҡ.
Шове мәмерйәһе ҙурлығы, географик үҙенсә­лектәре менән Шүлгәнташҡа оҡшаған. Музей хеҙ­мәткәрҙәренә “Урал батыр” эпосының французсаға тәржемәһен бүләк иттек, Шүлгәнташтағы музей проекты ошо боронғо эпосҡа бәйле булыуын аңлаттыҡ. Француздарға был ныҡ тәьҫир итте, сөнки уларҙың Шове мәмерйәһе тарихи сығанаҡтарға, легендаларға, риүәйәттәргә бер нисек тә бәйле түгел. Мәмерйәне спелеологтар осраҡлы рәүештә генә 1994 йылда тапҡан.
Шове мәмерйәһе шуныһы менән үҙенсәлекле: бында нисәмә йөҙ йыл буйы кеше аяғы баҫмаған, һөҙөмтәлә һүрәттәре бик яҡшы һаҡланған. Әле лә бында мәмерйәнең үҙенсәлеген һаҡлауға өҫтөнлөк бирелә. Ҡаҙыу эштәре лә үткәрелмәгән.
Ә Шүлгәнташта беҙ киреһен күрәбеҙ. Унда кешеләр күп йөрөгән, ҡырағай туристар “Здесь был Вася” кеүегерәк яҙыуҙары менән бөтөн мәмерйәне боҙоп бөткән. 2002 йылға тиклем туристар сталактиттарын да, матур таштарын да иҫтәлеккә тип һындырып алып китер булған.
– Мәмерйәне граффитиҙарҙан таҙартҡан мәлдә тағы ла ниндәйҙер һүрәттәр табылған, тигән хәбәр булғайны. Был ысынлап та шулаймы?
– Эйе. Әлегә өйрәнеүҙе талап иткән таптар килеп сыҡты. Был һорауға март аҙағында төплө яуап бирербеҙ, сөнки тиҙҙән Мәскәүҙән белгестәр килеп, инфраҡыҙыл яҡтыртыу ярҙамында кальцид ултырған ҡатлам аҫтында нимә бар икәнен асыҡлаясаҡ. Шунан һуң ғына был һорауға аныҡ яуап алып буласаҡ. Ә граффитиҙарҙан мәмерйәне июнгә тиклем таҙартырға тейешбеҙ.
– Франциялағы сәфәргә әйләнеп ҡайтайыҡ. Ласко мәмерйәһендә лә булғанһығыҙ, шулаймы?
– Эйе. Ул Францияның икенсе өлөшөндә, Бордо яғында урынлашҡан. Беҙҙе Ласко мәмерйәһенең күсермәһен эшләгән оҫта Френсис Рингенбах ҡаршы алды, экскурсия ойошторҙо. Музейҙың бер нисә комплексы бар. Мәҫәлән, Ласко-3 – илдәр буйлап гастролдә йөрөй торған комплекс. Әлеге мәлдә ул Японияла күргәҙмәлә. Артабан Ҡытайға юлланасаҡтар.
Беҙҙе күберәк дүртенсеһе ҡыҙыҡһындырҙы. Ә сит илдәге хеҙмәттәштәребеҙҙе иһә Шүлгәнташ мәмерйәһенең проекты һоҡландырҙы. Ласко-4 комплексын төҙөр алдынан улар конкурс иғлан иткән. Донъяның төрлө тарафтарынан 90-ға яҡын архитектор үҙ проектын ебәргән, һөҙөмтәлә Норвегия архитекторының эшенә өҫтөнлөк биргәндәр. Ә был проект Шүлгәнташ музейыныҡына оҡшаш. Иң ҡыҙығы шунда: проект авторҙары үҙ-ара таныш түгел, бер-береһенең эшен бөтөнләй күрмәгән!
Бынан тыш, белгестәр проектыбыҙҙың фәлсәфәһенә һоҡланды. Ни генә тимә, уларҙа бөтөн донъяла дан тотҡан мәмерйәләргә бәйле фәлсәфәүи нигеҙ юҡ. Шуныһын иғтибар үҙәгенә алғы килә: музей экспозицияһында оригиналь әйберҙәр күренмәй. Мәмерйәнең ысынбарлыҡтағы һымаҡ күсермәһе генә әһәмиәтле.
– Белеүебеҙсә, Франция – туристар өсөн иң ылыҡтырғыс төбәктәрҙең береһе. Был илгә халыҡ йыл әйләнәһенә йөрөй. Туристарҙы ул диңгеҙ буйында ял итеү мөмкинлеге генә түгел, күберәк мәҙәниәте менән тарта. Был илдә музейҙар күп һәм уларҙы төҙөүгә аҡса йәлләмәйҙәр...
– Был хәҡиҡәткә йәнә бер инанып ҡайттыҡ. Һәр музей заманса технологияларға таянып эшләнгән. Кәрәкле мәғлүмәтте лә табыуы анһат, ҡолаҡсындар ярҙамында ниндәй телдә кәрәкһә, шул телдә экскурсия тыңлай алаһың. Беҙҙе байтаҡ музейҙарға алып барҙылар. Мәҫәлән, Бордо ҡалаһында – шарап, Валанс ҡалаһында шоколад музейында булдыҡ. Уларҙың һәр ҡайһыһында мультимедиа экрандары, проекторҙар, интерактив таҡталар әүҙем ҡулланыла. Мәҫәлән, шоколад музейы фабрика эргәһендә урынлашҡан, һәм унда етештерелгән продукцияның һәр төрөн тәмләп ҡарарға була, шулай уҡ шоколад эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре алырға мөмкин, күстәнәскә тип йәнең теләгән шоколадты ла ошонда уҡ урынлашҡан магазинда тәҡдим итәләр. Өфөлә, мәҫәлән, ошо музейға оҡшаш итеп “Башҡорт балы” музейын булдырғанда, ҡалай шәп булыр ине!
Шуны билдәләп үтке килә: Францияның һәр ҡалаһында тематик музей бар. Ғәҙәттә, ҡайһы төбәктә ниндәй продукция етештерелһә, шуға арналған була ул. Лаванда, виноград, әстрхан сәтләүеге музейҙары булдырылған, мәҫәлән.
– Ласко һәм Шове музейҙары – бөтөн донъяға билдәле объекттар. Уларҙан туристар өҙөлмәй. Киләсәктә “Шүлгәнташ” музей комплексы ла туристарҙы ылыҡтырған урынға әйләнерме?
– Францияла туризмды үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Шове һәм Ласко музейҙарына йылына яҡынса 500 мең турист килә, тинек. Билет хаҡы – 15 евро, биш евроны сувенир алыуға тотоналар. Мәҫәлән, Шове музейы эргәһендә 6 мең урынға иҫәпләнгән ҡунаҡхана бар, йәнә 12 мең туристы бүтән ҡунаҡ йорттары ҡабул итергә әҙер. Шове эргәһендә йәшәгән халыҡ туризмдан байтаҡ килем ала. Йәй буйы был мәмерйәләрҙән кеше өҙөлмәй. Дөрөҫөн генә әйткәндә, мәмерйәләр урынлашҡан төбәктәр – ауыл хужалығы тауарҙары етештергән өлкәләр. Шове менән Ласко комплекстары уларҙы йәнләндереүгә ҙур өлөш индергән. Шулай итеп, Франция хөкүмәте халыҡҡа ҡармаҡ тотторған, хәҙер улар балыҡты үҙҙәре тота. Күҙаллауымса, Шүлгәнташта ла хәлдәр ошондай уҡ йүнәлештә үҫеш аласаҡ.
Данлыҡлы мәмерйә урынлашҡан райондың үҙәгенә ҡарай юлда “Туризм – Бөрйәндең киләсәге” тигән алтаҡта тора, шуға иғтибар иткәнегеҙ бармы? Тик матур тәбиғәт менән генә туристарҙы ылыҡтырып булмай. Бының өсөн инфраструктураны үҫтерергә кәрәк. Шулгәнташ һәм башҡорт балы – милли брендтар. Уларҙы файҙаланырға кәрәк.Ҡунаҡханалар, ашханалар, Ағиҙел буйлап кәмәлә ағыу – был эштәрҙең барыһы ла бөгөндән әүҙемләшә башларға тейеш. Шүлгәнташ мәмерйәһе ЮНЕСКО ҡомартҡылары исемлегенә индерелеү менән унда туристар ағымы бермә-бер артасаҡ. Ә Бөрйән районының инфраструктураһы әлегә быға әҙер түгел. Ҡунаҡтарҙы беҙ яҡшы юлдар, кафелар, тәмле ризыҡтар һәм уңайлыҡтар менән ҡаршы алырға тейеш. Бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән төшөнсәләр хаҡында һүҙ бара. Туристарға уңайлыҡтар булдырыуҙы Сәмреғош менән сағыштырам. Бер ҡанатында уның – Шүлгән. Уны һаҡлау, яҡлау беҙҙән тора. Икенсе яғында – туризмды үҫтереү. Был иһә йәнә лә туристарға уңайлыҡтар булдырыуға, тимәк, яңы объекттар төҙөүгә ҡайтып ҡала.
Музей комплексына килгәндә, төҙөлөш 2019 йылда тамамланырға тейеш. Күҙаллауҙарға ҡарағанда, ул йылына 150 – 200 туристы ҡабул итәсәк. Әлегә республика Хөкүмәтенең бурысы – бында һәйбәт юл һалыу, ә бизнестыҡы – сервисты үҫтереү. Урындағы эшҡыуарҙар әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Әле ҡыҙыҡһыныусылар бар. Улар менән эш алып барабыҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бөгөн Шүлгәнташта туристар өсөн ике көн йөрөп ҡарарлыҡ бер нәмә лә юҡ. Мәмерйәгә экскурсия – бер сәғәтлек кенә сара. Артабан нимә эшләргә?..
– Туристар Шүлгәнташ эргәһендә магазин­дарҙың, ял итеү урындарының юҡлығына, урындағы халыҡтың хатта йомортҡа, ҡаймаҡ һәм картуфты һатыуға тәҡдим итмәүенә зар­лана.
– Был мәсьәлә яйлап урынынан ҡуҙғалыр тип уйлайым, сөнки ғаилә ҡаҙналары тулылана башлаһа, файҙа күрелһә, халыҡ мотлаҡ был эшкә тотонасаҡ. Европа халҡының ҡайһы еренән кәмбеҙ? Улар өйрәнгәнде, беҙ булдыра алмайбыҙмы?
– Францияла алған тәжрибә яңы башлан­ғыстарға этәргес булды инде?
– Беҙҙең бар ниәтебеҙ – Шүлгәнташ мәмерйәһен һәм төҙөлә башлаясаҡ музей комплексын донъя стандарттарына яраҡлаштырыу. Тиҙҙән Бөрйәндә халыҡ-ара симпозиум үтәсәк, тинек. Был да алға китеш өсөн ярайһы уҡ шәп аҙым булмаҡсы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна"

Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна" 29.03.2019 // Экология

Тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп тә өлгөрмәне, ҡыш буйы йыйылған сүп-сар ҡалдыҡтары, ташланған шешә һауыттары...

Тотош уҡырға 1 456

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле 28.03.2019 // Экология

Европа парламенты, 2021 йылға пластмассанан етештерелгән тиҫтәләгән предмет төрҙәренән баш тартыуҙы...

Тотош уҡырға 1 158

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам"

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам" 26.03.2019 // Экология

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет...

Тотош уҡырға 1 097

Эш теүәл бара

Эш теүәл бара 14.03.2019 // Экология

Сибайҙа үткән көндәлек брифингта ҡалалағы экологик хәлгә ентекле баһа бирелде....

Тотош уҡырға 1 036

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә 27.02.2019 // Экология

1 мартта Ҡариҙел районында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 1 092

Матурлығынан зыяны күберәк

Матурлығынан зыяны күберәк 26.02.2019 // Экология

Күршеләрҙә көҙөн сағыу һары төҫлө сәскә күреп ҡалдым. – Резеда апай, ҡайһылай матур сәскә, күсереп...

Тотош уҡырға 1 436

Урман “ашханалары”

Урман “ашханалары” 26.02.2019 // Экология

Республикалағы барлыҡ тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында һәм заказниктарында ҡырағай йәнлектәрҙе ашатыу өсөн...

Тотош уҡырға 1 184

“Таҙа Танып”тың башында  кем тора?

“Таҙа Танып”тың башында кем тора? 26.02.2019 // Экология

Республикала гөрләп үткән “Таҙа Танып” акцияһы йомғаҡтарын Пермь крайының Чернушки ҡалаһында...

Тотош уҡырға 1 274

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды 26.02.2019 // Экология

Улар тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде....

Тотош уҡырға 1 292

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар 25.02.2019 // Экология

Сибайҙа экологик хәлде яйға һалыу, һауаның торошо, ниҙәр башҡарылғаны хаҡында ҡала халҡына еткереп...

Тотош уҡырға 1 113

Таусылар именлеген хәстәрләп

Таусылар именлеген хәстәрләп 22.02.2019 // Экология

Сибай ҡалаһындағы экологик хәл “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен дә борсомай ҡалманы. Бөгөн улар Учалы...

Тотош уҡырға 1 127

Экологик хәл тотороҡлана

Экологик хәл тотороҡлана 21.02.2019 // Экология

Был хаҡта бөгөн үткән брифингта хәбәр ителде: Сибайҙа көкөрт диоксидының миҡдары артыуы күҙәтелмәне....

Тотош уҡырға 1 211