Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зыянды ҡапларға нимә ҡамасаулай?
Генераль прокуратура илебеҙҙә һауаға килтерелгән зарар күләмен иҫәпләү методикаһы юҡлығына бәйле борсолоу белдерә. Шул етешһеҙлек арҡаһында бөгөн зыянлылығы норманан артҡан сәнәғәт предприятиелары штраф түләү менән генә сикләнә, тәбиғәтте тергеҙеү маҡса­тындағы сараларға аҡса бүлмәй икән.
– Атмосфераның бысраныу кимә­лен баһалау мөмкинлеге тыуған ос­раҡта ҙур етештереү берекмәләрен тәртипкә өйрәтә алыр инек, – ти Красноярск крайындағы Ижтимағи экологик палата рәйесе Александр Колотов. – Мәҫәлән, беҙҙең төбәктә һауаның сифатына бәйле хәл ҡот осҡос: күк йөҙө ҡара төтөн менән көндән-көн оҙағыраҡ ҡапланып тора, ҡалала, дөрөҫөн генә әйткәндә, тын алырлыҡ та, тирә-яғыңда ни барлы­ғын күрерлек тә түгел. Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министр­лығының һуңғы тикшереүе һөҙөмтә­ләренә ҡарағанда, илдәге стационар сығанаҡтарҙан таралған ағыулы матдәләрҙең 14,3 проценты беҙҙең крайға тура килә. Урындағы власть мәсьәләнең киҫкенлеген таный, әммә бер ни ҙә ҡыла алмай.
Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фон­дының Рәсәйҙәге ойошмаһы вәкиле Екатерина Хмелева ла ошо проблеманы күтәреп сығыуҙы көнүҙәк тип һанай. “Иҫәпләү методикаһы булма­ғас, экологик зыян тулы күләмдә ҡапланмай, – ти ул. – Ә бит “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тура­һында”ғы Федераль законда тәбиғәт­кә килгән зарарҙы еренә еткереп компенсациялау хаҡында асыҡтан-асыҡ әйтелгән”.
Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы вәкилдәре белдере­үенсә, һауаға килтерелгән зарарҙы һанап сығарыу мөмкин түгел, сөнки тәртибе һәм алгоритмы юҡ, әлегә донъяның бер илендә лә ундай документ ҡабул ителмәгән. Әйтеү­ҙәренсә, атмосфераның бысраныу кимәлен иҫәпләү алымдары әлеге ведомство тарафынан биш йыл элек үк әҙерләнгән булған, ләкин федераль власть органдарының тәнҡитле мөнәсәбәте һәм эшҡыуарлыҡ даирә­ләренең ризаһыҙлығы сәбәпле раҫ­ланмаған. Йәнәһе, ундай методика бизнес һәм инвестиция эшмә­кәр­леген алып барыуҙы ҡатмар­лаштыра.
– Һауаға эләккән бысраҡ матдәләр ҡасан да булһа аҫҡа төшә һәм тупраҡты, һыуҙы, йәнлектәр донъя­һын зарарлай. Ә был ресурстар буйынса зыян күләмен билдәләү ме­тодикаһы бар. Беҙгә ғәмәлдә булған ҡануниәтте камиллаш­тырырға, ат­мосфераға таралған ағыу арҡаһында һыу, тупраҡ һәм тереклек күргән зарар араһындағы бәйләнеште иҫбат­ларға ғына кәрәк, – ти Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министр­лығының матбуғат секретары Николай Гудков.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна"

Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна" 29.03.2019 // Экология

Тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп тә өлгөрмәне, ҡыш буйы йыйылған сүп-сар ҡалдыҡтары, ташланған шешә һауыттары...

Тотош уҡырға 294

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле 28.03.2019 // Экология

Европа парламенты, 2021 йылға пластмассанан етештерелгән тиҫтәләгән предмет төрҙәренән баш тартыуҙы...

Тотош уҡырға 164

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам"

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам" 26.03.2019 // Экология

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет...

Тотош уҡырға 162

Эш теүәл бара

Эш теүәл бара 14.03.2019 // Экология

Сибайҙа үткән көндәлек брифингта ҡалалағы экологик хәлгә ентекле баһа бирелде....

Тотош уҡырға 181

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә 27.02.2019 // Экология

1 мартта Ҡариҙел районында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 219

Матурлығынан зыяны күберәк

Матурлығынан зыяны күберәк 26.02.2019 // Экология

Күршеләрҙә көҙөн сағыу һары төҫлө сәскә күреп ҡалдым. – Резеда апай, ҡайһылай матур сәскә, күсереп...

Тотош уҡырға 386

Урман “ашханалары”

Урман “ашханалары” 26.02.2019 // Экология

Республикалағы барлыҡ тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында һәм заказниктарында ҡырағай йәнлектәрҙе ашатыу өсөн...

Тотош уҡырға 320

“Таҙа Танып”тың башында  кем тора?

“Таҙа Танып”тың башында кем тора? 26.02.2019 // Экология

Республикала гөрләп үткән “Таҙа Танып” акцияһы йомғаҡтарын Пермь крайының Чернушки ҡалаһында...

Тотош уҡырға 239

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды 26.02.2019 // Экология

Улар тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде....

Тотош уҡырға 254

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар 25.02.2019 // Экология

Сибайҙа экологик хәлде яйға һалыу, һауаның торошо, ниҙәр башҡарылғаны хаҡында ҡала халҡына еткереп...

Тотош уҡырға 220

Таусылар именлеген хәстәрләп

Таусылар именлеген хәстәрләп 22.02.2019 // Экология

Сибай ҡалаһындағы экологик хәл “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен дә борсомай ҡалманы. Бөгөн улар Учалы...

Тотош уҡырға 248

Экологик хәл тотороҡлана

Экологик хәл тотороҡлана 21.02.2019 // Экология

Был хаҡта бөгөн үткән брифингта хәбәр ителде: Сибайҙа көкөрт диоксидының миҡдары артыуы күҙәтелмәне....

Тотош уҡырға 276