Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ейәнең сүплектә йәшәрме?
Ейәнең сүплектә йәшәрме? Юл хеҙмәтендә эшләгән танышым, уфтанып, былай тигәйне: “Исмаһам, ҡар ҙа яумай. Ҡар яуһа, көрәр ҙә торор инең. Былай юл буйҙарын сүп-сарҙан таҙартып бер булаһың”. Ысынлап та, ҡар иреү менән юл ситтәренә ҡараһаң, иҫең китә, урман һыҙаттарын әйтеп тораһы ла түгел: ҡайҙа ҡарама пластик шешәләр, полиэтилен тоҡсайҙар... Нимә генә юҡ!
Ярай әле уларын миҙгеленә бер-ике тапҡыр йыйып сығалар. Элегерәк ауылдарҙа хатта мәктәп балаларын сығара торғайнылар, хәҙер ауыл хакимиәттәре махсус кеше яллай. Нисек кенә булмаһын, ҡалала тәртип бар әле. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, чиновниктар киләһе йылдан хеҙмәт күрһәткән өсөн, йәғни сүпте таҙартҡанға, түләү ҡағыҙҙарына тағы бер “юл” өҫтәмәкселәр.
“Киләһе йылдан коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйған һәм эшкәрткән өсөн махсус төбәк операторҙары яуап бирәсәк. Уларҙы конкурс нигеҙендә һайлаясаҡтар. Ә беҙҙең сүпте таҙартҡанға түләүҙәр асыҡ күренеп торһон өсөн айырым “юл” өҫтәләсәк. Ул “торлаҡты ҡарау һәм йүнәтеү” түләүҙәренә индереләсәк”, — тип яҙа “Комсомольская правда” (30 октябрь, 2016 йыл). Шуны иҫкә төшөрөр­гә кәрәк: әле рәсәйҙәр бер квадрат метрға ике һум илле тин түләй. Чиновниктар вәғәҙә ите­үенсә, хаҡтар рефор­маларҙан ғына артмаясаҡ. Шулай ҙа күптәр был хаҡты төбәк сүп йыйыусыларының “аппетиты”на бәйләй. Ысынлап та, беренсе­нән, бөтә “коммуналка”­ға хаҡ үҙгәргән саҡта, берҙәм тарифҡа ингән “юл” ғына үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ тип уйлау бер ҡатлы­лыҡ. Шунан һуң ул сүпте сыға­рып ҡына ҡалмай, эшкәртеү ҙә күҙаллана бит әле. Эшкәртеүсе предприятиелар бармаҡ менән генә һанарлыҡ тигәндәй...
Сүпте таҙартҡан ерҙә таҙа түгел, ә сүпләмәгән урында таҙа була, тиҙәр. Эш башлаған ғына бер эшҡыуар: “Икмәкте һатыуға полиэтилен тоҡсайға һалып сығарырға ҡушалар, бысран­маһын, йәнәһе. Күҙ алдына килтерәһеңме, мейестән сыҡҡан ғына йылы ҡаласты – полиэти­ленға!” – тип өҙгөләнгәйне. Күҙ алдына килтереү генә түгел, көн дә быға шаһит булабыҙ: ма­газин кәштәләренә икмәк һыуынып та бөтмәй килеп етә. Полиэтилен тоҡсайға һалғандан һуң ярайһы ғына ваҡыт үтһә лә.
Булмаһа, һүҙебеҙҙе коммуналь хеҙмәт, уларға түләү мәсьәләләренән полиэтилен, пластик һауыттарҙың кеше организмына, тирә-яҡ мөхиткә ниндәй зыян килтереүенә күсерәйек. Ни өсөн нәҡ ошо һауыттарға туҡталдыҡмы? Полиэтилен тоҡсайҙар, пакеттар бынан 75-80 йыл элек барлыҡҡа килгән. Хәҙер иһә бар донъяға таралған. Уның файҙаһынан бигерәк зыяны күберәк. Хатта күп кенә түгел, ҡот осҡос күп. Уртаса алғанда бер пакетты 20 минут самаһы ғына файҙа­ланалар, ә иреүе быуаттар аша, ҡайһы бер ғалимдар иҫәплә­үенсә, хатта 200 – 400 йылға етерлектәре лә бар. Шул уҡ ғалимдар билдә­ләүенсә, уны серетеүсе бактерия тәбиғәттә юҡ. Эйе, хәҙер тиҙерәк сереүсе матдәләр ҡушып ҡарайҙар. Шулай ҙа полиэтилен, пластик һауыттарҙы яндырып ҡына юҡ итеп була. Ләкин яндырған саҡта ағыулы газ барлыҡҡа килә. СО (һөрөм) кеше организмы өсөн ҡурҡыныс.
Полиэтилен пакеттарҙың, пластик шешәләрҙең йылға-күлдәребеҙҙе бысратыуы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Уны һәр кем күреп белә: юл буйҙары тиһеңме, йылға ярҙарымы — ҡот осҡос хәл. Донъя кимәлендә уларҙың экологияға килтергән зыянын Тымыҡ океандағы “Сүп утрауы” миҫалында ла күрергә мөмкин. Был “утрау” нәҡ полиэтилен, пластик, полипропилен һәм башҡа шундай бик тиҙ сереп бармаған әйберҙәрҙән хасил булған. Бөтә сүп ҡатнашмаһы бергә уҡмашып, Япония менән Төньяҡ Америка араһының яртыһына тиерлек һуҙылған, имеш. Эль-Ниньо ағымы 1,5 мең километрғаса төрлө пластик ҡалдығын ағыҙа, бергә уҡмаштыра. Ғалимдар билдәләүенсә, “утрауҙа” 100 миллион тоннанан ашыу пластик сүп йыйылған икән. Шуларҙың 80 про­центы ярҙан һыуға эләкһә, 20 проценты караптарҙан ташлана. “Утрау” һис тарҡалырға теләмәй, ҙурая, киңәйә генә. Уның майҙаны 700 мең квадрат километрҙан ашыу. Ҡайһы береһе уны Американың Техас штаты ҙурлығына тиңләй.
Йыл һайын донъяла 60 миллиард тонна пластик етештерелеп, биш проценты ғына юҡҡа сығарыла йәки утилләштерелә. Был билдәле, әммә Италияның “Baima Sri” компанияһы етештергән утилләштереү техникаһы бар донъя илдәренә нисек етһен?! Әйткәндәй, Рәсәй шарттарында нәҡ ошондай машиналар кәрәк. Шарттарында, тигәндән, бында тәбиғәтте күҙалламаным. Ә беҙҙең сүпте. Эйе, сүпте. Бөтә илдә лә уны полиэтиленын – полиэтиленға, металын – металға, сепрәген – сепрәккә, ҡағыҙын ҡағыҙға айырып йыялар. Шуға уларҙы утилләштереү еңел. Ә беҙҙә бөтә сүп тә бергә. Италияның алда телгә алын­ған машинаһы нәҡ беҙҙең ҡалдыҡтар өсөн тиерһең – барыһын айыра белә, имеш.
Полиэтилен сүптәрҙең тирә-яҡ мөхиткә зарары тураһында яҙғанда, йыл һайын бер миллионға яҡын ҡоштоң, 100 меңләп диңгеҙ йәнле­генең үлеүе хаҡында ла әйтергә кәрәктер.
Дөрөҫ файҙаланмағанда, полиэтилен кеше организмы өсөн дә бик зарарлы матдәләр бүлеп сығара. Халыҡ-ара һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ғалимдары билдәләүенсә, ағыулы матдәләр кеше организмының балансын ғына боҙоп ҡалмай, яман шеш, бауыр, түлһеҙлек, аллергия ауырыуҙарына ла килтереүе ихтимал. Шуға “һалҡын” ризыҡ, эсемлектәр өсөн сығарылған полиэтилен һауыт-һабаға эҫе, йылы аш-һыу һалырға, сәй яһарға ярамай. Полипропилен (РР) һауыттарға 100 градус эҫелектәге ризыҡ та һалып була. Ләкин улар алкоголле йәки химик элементтар ҡушылған ризыҡтарға яраҡһыҙ, сөнки был элементтар менән пропилен ҡатнашһа, фенол йәки формальдегид бүленә. Ә улар — бауырҙан, бөйөрҙән тыш, күҙҙәр өсөн зарарлы ағыу.
Беҙ күреп белгән полиэтилен этилен газын полимерлаштырыу ысулы менән яһала. Ул ике төрлөгә бүленә: юғары баҫым аҫтында һәм түбән баҫым аҫтында. Тәүгеһендә продукция юғары сифатлы, йомшаҡ, һығылмалы булыуы менән айырыла. Һауала киптерелгән гранулаларҙан яһағанда, юғары баҫым аҫтында япманан төрлө зарарлы матдәләр мөмкин тиклем күберәк һығып сыға­рыла. Бындай полиэтилен аҙыҡ-түлек төргәндә, һалғанда файҙа­ланыла. Шуныһы мөһим, продукция иң тәүге сеймалдан ғына яһалырға тейеш.
Полиэтилен үҙе лә өс төргә бүленә: ҡапҡа төрөү (ҡоро аҙыҡ-түлек төрөү, һалыу өсөн), “термоусадочная” (емеш-еләк, йәшелсә һаҡлау өсөн) һәм парниктар өсөн. Һуңғыһының сифаты насар. Ул ҡояштың ультрафиолет нурҙарына, һыуға тиҙ бирешә. Шуға йәшелсә үҫтереү осорона ғына етә.
Полиэтилен ҡулланыуҙа төрлө илдәр төрлө сик булдырған. Мәҫәлән, АҠШ-та ҡағыҙ пакеттар ҡуллана торған ерҙә пластик һауыттар “эшкә егелһә”, ҙур штраф һалына. Ҡытайҙа 2008 йылдан 0,025 миллиметрҙан да ҡалыныраҡ пластик һауыттар сыға­рыу тыйылған. Ирландияла һәр пакет өсөн 10 процент һалым түләнә. Францияның Милли Йыйылышы бөтә төр зарарлы матдә бүлгән пластик һауыттарҙы тыйған закон сығарған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ үҙебеҙ ҙә уйламайынса файҙаланған тоҡсай, шешәләрҙе ҡайҙа етте шунда ташлай­быҙ. Ҡалаларҙа был йүнәлештә ниҙер башҡарып, ойоштороп булһа, ауыл­дарҙа иһә һаман бар “эш” эргә-тирәләге сүплектәргә ҡайтып ҡала. Күп ерҙә уларҙың ҡарауһыҙ икәнен иҫкә төшөрһәк, хәлдәр тағы ла наса­рыраҡ икәненә инанаһың. Һуңынан, полиэтилен тоҡсайҙар, пластик һауыт­тар йыш ҡына ошо сүплек сиктәрен дә үтеп, ел ыңғайына тәгәрәй. Рәсмиҙәренән тыш, яҡындағы соҡор-саҡырҙар күптән ошо уҡ сүплектәрҙең “туғандары”на әйләнгән.
Белмәйем, коммуналь түләүҙәргә яңы “юл” өҫтәү, яңынан-яңы ойошмалар асыу ғына ярҙам итерме, әгәр ҙә үҙебеҙҙең башта: “Туҡта, балаңды, ейәнеңде сүплектә йәшәтмә!” — тигән аң асылмаһа...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508