Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡалдыҡ һыу ҙа кәрәкле
Ҡалдыҡ һыу ҙа кәрәкле – Һыу күбәйгәндән-күбәйә. Пляж да ҙурая. Бында килгән һайын яр сиктәренең киңәйгәнен күрәбеҙ, – ти фабриканың капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Юрий Архипов. Уны тыңлағандан һуң күҙ алдына шундай күренеш баҫа: диңгеҙ, ҡом, пальмалар... Әммә былар ысынбарлыҡтан алыҫ торған хыялдағы образдар ғына. Ысынында һүҙ бөтөнләй икенсе нәмә хаҡында –
Сибай байыҡтырыу фабрикаһының ҡалдыҡтар һаҡлау урыны тураһында.

Фабрикала эшкәртелгән һыу, буш тау тоҡомдары менән ҡушылып, пульпа барлыҡҡа килтерә һәм ҡалдыҡтар һаҡланған урынға оҙатыла. Ни өсөн велосипед уйлап сығарып ма­та­шыр­ға? Тау тоҡомдарын байытыусылар үҙ телмәрҙәрен профес­сионализмдар менән ҡатмарлаштырырға теләмәй, барыбыҙға ла таныш – пляж, тулҡын һырты, яр сиге кеүек һүҙҙәрҙе ҡуллана. Хатта пляждарҙы йыуҙыртыу процесы кеүек төшөнсә лә бар. Ҡалдыҡтар таралғандан һуң пульпа ятҡылыҡтың уртаһына ултыра. Һыу яйлап китә, пульпалағы ҡаты матдәләр аҫҡа төшөп кибә һәм шул рәүешле пляж барлыҡҡа килә. Йәғни һәр һыу ятҡылығыныҡы кеүек, бының да төбө, шу­нан батҡағы һәм, ниһайәт, атлап йөрөп була торған сите бар.
Фабриканың ҡалдыҡтар ятҡылығы “Унипромедь” институты проекты буйынса бынан быуат ярым йыл элек төҙөлгән. Башта ул ике бүлектән тора. Сәнәғәт күләмдәре артҡан һайын өсөнсөһөн төҙөү мохтажлығы тыуа. Шулай итеп, 90-сы йылдарға ҡалдыҡтар ятҡылығын киңәйтеү проекты тормошҡа ашырыла башлай. 2001 йылда ул сафҡа ингәс, мәғдәнде эшкәрткәндән һуң ҡалған һыу өсөнсө бүлеккә аға башлай. Шул уҡ ваҡытта дамбаның беренсе һәм икенсе бүлектәренең һыйҙырышын арттырыу буйынса проект та әҙерләнә. Киләсәкте күҙаллап, өсөнсө бүлеккә лә иғтибар кәмемәй. Бөгөнгө көндә икенсе бүлек эксплуатацияланһа, беренсеһендә төҙөлөш эштәре дауам итә. Уларҙы хеҙмәтләндереүгә, яңыртыуға йыл дауамында 46 миллион һум тирәһе аҡса бүленә. Бер һауыт тула икән, икенсеһенә күсәләр, икенсеһе тулһа, өсөнсөһө әҙер тора. Һәр ҡайһыһында ҡаты матдәләр яйлап аҫҡа ултыра, һыуы тороп ҡала бара. Ҡалдыҡтарҙан таҙартылған һыу тағы байыҡтырыусылар фабрикаһының технологик циклына ебәрелә.
Тағы шуны билдәләү зарур: әлеге көндә сәнәғәт ҡалдыҡтары ятҡылыҡтарының төбөнә махсус геомембрана йәйелгән. Махсус материал ҡалдыҡтар шыйыҡсаһын ерҙән айырып ята. Шулай экологик тигеҙләнеш булдырылған.
– Элек эзбиз карьерынан ташлы тупраҡ ташып, өйөп, ятҡылыҡҡа урын әҙерләй торғайныҡ. Килеп сыҡҡан һауыттың стеналарынан шыйыҡсаһы аҡмаһын өсөн балсыҡ менән нығыта инек. Уның өҫтөнә тағы тупраҡ һалдыҡ. Үҙенә күрә шундай “торт” барлыҡҡа килә торғайны. “Торт”тың эсен тәбиғи изолятор – балсыҡ тәшкил итте, – ти Юрий Александрович Архипов. – Балсыҡ үҙ бурысын үтәүен-үтәне, әммә ул зарарлы матдәләрҙе ергә һәм һыуға эләгеүҙән тулыһынса һаҡлап ҡала алманы, сөнки ул герметик түгел. Бөгөнгө көндә тәбиғи материалдарға ҡыйыу рәүештә яһалмаларын ҡаршы ҡуйып була. Әйткәндәй, беҙ ҡулланған геомембрана һүҙе латинсанан тәржемә иткәндә “ерҙәге япма” тигәнде аңлата. Был материал бик оҙаҡ хеҙмәт итеүгә яраҡлаштырылған. Шулай уҡ тәбиғәтте һаҡлау ҡанундарының барлыҡ талаптарына ла тап килә. Германияла етештерелгән геомембрананы һатып алыуға бик күп аҡса түгелде, әммә материал быға торошло.
Әйткәндәй, ҡалдыҡтар ятҡылығында өҫтө-өҫтөнә йыйылған ауыр фракцияларҙы эшкә егеп булмаймы икән? Ни тиһәң дә, мәғдән байытылғанда унан файҙалы ҡаҙылмалар тулыһынса алынып бөтмәй. Белгестәр фекеренсә, унда ҡиммәтле металдар булыуға ҡарамаҫтан, был технологик йәһәттән әлегә башҡарып булмай торған эш. Киләсәктә быға ла тотонорҙар, файҙалы ҡаҙылма ресурстар икһеҙ-сикһеҙ түгеллеген һәр кем яҡшы аңлай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна"

Баймаҡта – "Таҙа кесаҙна" 29.03.2019 // Экология

Тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп тә өлгөрмәне, ҡыш буйы йыйылған сүп-сар ҡалдыҡтары, ташланған шешә һауыттары...

Тотош уҡырға 1 456

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле

Стаканһыҙ ҙа йәшәрбеҙ әле 28.03.2019 // Экология

Европа парламенты, 2021 йылға пластмассанан етештерелгән тиҫтәләгән предмет төрҙәренән баш тартыуҙы...

Тотош уҡырға 1 158

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам"

"Аныҡ, дөрөҫ мәғлүмәт бирелеренә ышанам" 26.03.2019 // Экология

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет...

Тотош уҡырға 1 097

Эш теүәл бара

Эш теүәл бара 14.03.2019 // Экология

Сибайҙа үткән көндәлек брифингта ҡалалағы экологик хәлгә ентекле баһа бирелде....

Тотош уҡырға 1 036

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә

Урман яҙмышы Ҡариҙелдә хәл ителә 27.02.2019 // Экология

1 мартта Ҡариҙел районында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 1 092

Матурлығынан зыяны күберәк

Матурлығынан зыяны күберәк 26.02.2019 // Экология

Күршеләрҙә көҙөн сағыу һары төҫлө сәскә күреп ҡалдым. – Резеда апай, ҡайһылай матур сәскә, күсереп...

Тотош уҡырға 1 436

Урман “ашханалары”

Урман “ашханалары” 26.02.2019 // Экология

Республикалағы барлыҡ тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында һәм заказниктарында ҡырағай йәнлектәрҙе ашатыу өсөн...

Тотош уҡырға 1 184

“Таҙа Танып”тың башында  кем тора?

“Таҙа Танып”тың башында кем тора? 26.02.2019 // Экология

Республикала гөрләп үткән “Таҙа Танып” акцияһы йомғаҡтарын Пермь крайының Чернушки ҡалаһында...

Тотош уҡырға 1 274

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды

Һаҙлыҡтар һаҡҡа алынды 26.02.2019 // Экология

Улар тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде....

Тотош уҡырға 1 293

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар

Брифингта – һуңғы яңылыҡтар 25.02.2019 // Экология

Сибайҙа экологик хәлде яйға һалыу, һауаның торошо, ниҙәр башҡарылғаны хаҡында ҡала халҡына еткереп...

Тотош уҡырға 1 113

Таусылар именлеген хәстәрләп

Таусылар именлеген хәстәрләп 22.02.2019 // Экология

Сибай ҡалаһындағы экологик хәл “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен дә борсомай ҡалманы. Бөгөн улар Учалы...

Тотош уҡырға 1 127

Экологик хәл тотороҡлана

Экологик хәл тотороҡлана 21.02.2019 // Экология

Был хаҡта бөгөн үткән брифингта хәбәр ителде: Сибайҙа көкөрт диоксидының миҡдары артыуы күҙәтелмәне....

Тотош уҡырға 1 211