Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡты иҫтәлектәр мәле
Июль беҙҙең эраға тиклемге 46 йылғаса бишенсе ай булған, исеме лә ошо хаҡта һөйләй – квинтилис. Был осор — Рим календарының иң тотороҡһоҙ ваҡыты. Мәҫәлән, календарь ҡайһы бер йылдарҙа ураҡ ваҡытын хатта ҡыш көндәренә тура килтергән. Ошондай күренештәр Рим полководецы, илдең иң күренекле эшмәкәре Юлий Цезарҙы уны реформалау буйынса эштәр башҡарырға мәжбүр иткән. Ул төрлө илдәрҙәге календарҙарҙы өйрәнеп, Мысыр ғалимы, математик һәм астроном Созигенға яңыһын эшләргә бойорған.

Был календарь барлыҡҡа килгәс, йылдың төрлө ваҡиғалары, ысынлап та, үҙ урынына ултырған. Бер йылдан һуң Римдың сәйәси эшмәкәре Марк Антонийҙың тәҡдиме менән хәҙер инде яңы календарь буйынса етенсе булып иҫәпләнгән айға Юлий Цезарь исеме бирелгән. Шулай итеп, Юлиан календары беҙҙең эраға тиклемге 45 йылдан алып ғәмәлдә ҡала. Бөгөн был календарь менән ваҡытты христиандар ғына иҫәпләй.
Июль ваҡиғаларға бай. Тик был айҙа ырымдар, юрауҙар тормошҡа ашмай тиерлек. Сәбәбе — ай эсендә көн торошоноң, бигерәк тә йылылыҡтың тотороҡло булыуы, һауа массаларының хәрәкәте тик тәбиғәт ҡанундары буйынса ғына үҙгәреүе. Ошолай булыуға ҡарамаҫтан, төрлө халыҡтарҙа июлгә ҡарата бик күп әйтемдәр бар. Улар бөтәһе лә тиерлек ошо айҙағы күренештәргә һәм ваҡиғаларға бәйләнгән. Атлантик океандан Көнсығыш Себергә тиклемге биләмә халыҡтары был айҙы йүкә ағасы менән бәйләй, сөнки ул баллы, һалабашынан һәм һөйәненән төрлө көнкүреш әйберҙәре эшләнә. Шуға ла йүкә Яҡты иҫтәлектәр мәлефранцуздарҙа, хорваттарҙа, чехтарҙа, Балтик буйы илдәре халҡында, поляктарҙа, венгрҙарҙа, урыҫтарҙа липень исеме менән йөрөтөлә.
Икенсе исеме – серпень. Ураҡ һүҙенән алынған, был айҙа арыш урыу башланыуына бәйле. Ҡайһы бер илдәрҙә, мәҫәлән, Украинала, Рәсәйҙә, Белоруссияла, Словакияла йәшенле ай – файҙалы ай — тип атайҙар. Июль айындағы йәшен, ысынлап та, тәбиғәт өсөн бик файҙалы: ул атмосфералағы азотты бәйләй һәм үҫемлектәргә уны үҙләштереүгә бу­лышлыҡ итә. Ғалимдарҙың иҫәпләүе буйынса, йәшен тарафынан бәйләнгән азоттың миҡдары донъялағы бар­лыҡ азот заводтарының тулайым продук­цияһынан яҡынса 150-180 тапҡырға артығыраҡ.
Айҙы эш осорҙары буйынса бер нисә өлөшкә бүлергә мөмкин.
Тәүге биш көнлөк.
Ошо ваҡытта йүкә сәскәгә күмелә. Иң файҙалы, хуш еҫле бал тап унан йыйыла. Дарыу үләндәре йыйыу ҙа ошо көндәргә тура килә. Июль башында әҙерләнгән бесәнде махсус рәүештә айырып һаҡлап, быҙаулаған һыйырҙарға ашатҡандар. Хәҙер ҙә беҙ эскән һөттөң иң сифатлыһы июлгә тура килә. Бағымсылар кешеләргә иртәнге ысыҡта ялан аяҡ йөрөргә тәҡдим итә. Был быуындарҙың һыҙлауын баҫа һәм тәнде сыныҡтыра.
5 — 15 июль.
Күп йыллыҡ мәғлүмәттәр буйынса ямғырлы осор тип һанала. Айлыҡ норманың 60-75% ошо мәлгә тура килә. Тик бер яуғанда миҡдары 10 мм-ҙан кәмерәк икән, файҙаһы юҡ тиерлек. Ошонан сығып, баҡсасыларға кәңәш: йәшелсәгә, еләк-емешкә квадрат метрына кәмендә 10 литр һыу кәрәк, ә инде ҡыярға – 15 литрға тиклем.
16 — 25 июль.
Арыш өлгөрә башлай. Ошо осорҙа еләк йыйыу тамамлана тиерлек. Бәшмәк осоро етә. Был ваҡытта ҡайһы бер ағас япраҡтары һарғая.
26 — 31 июль.
Йәйге эҫенең һуңғы көндәре. Һуңынан августа ла томра көндәр була әле, тик инде йылғаларҙа һыу температураһы кәмей башлай. Был осорҙа инде ҡырағай хайуандар ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә, ҡоштар туптарға йыйыла, балаларын алыҫыраҡ араға осорға өйрәтә. Мәҫәлән, сыйырсыҡтар бер күтәрелгәндә 10-15 километр араны үтә башлай.
Арыш урағы менән бергә туңға һөрөү башлана. Июль аҙағында – август башында һөрөлгән ерҙә киләһе йылда сүп үләндәре әҙерәк була.
Ҡыҫҡаһы, июль – иң эшлекле айҙарҙың береһе. Хатта төрлө ял сараларына, байрамдарға ваҡыт ҡалмай. Шуның өсөн дә ял өсөн июлдә махсус көндәр бар.
12 июль – Петр көнө. Был көндө ямғыр теләйҙәр. Ошо ваҡытта сыуаштарҙа кисен кәкүк тауышын тыңлайҙар. Әгәр был ҡош һаҡауланмаһа, йәй оҙон була.
21 июль. Арышҡа төшөү байрамы.
29 июль. Себерҙәге ҡайһы бер халыҡтарҙа, Алтайҙа ҡояшты оҙатыу байрамы. Был инде Алтай халыҡтары өсөн йәйге йылының аҙағы тигән һүҙ.
Нисек кенә булмаһын, июль бөтәбеҙ өсөн дә яҡты һәм яҡшы иҫтәлектәр менән бәйләнгән. Әгәр беҙ йәйҙе хәтерләйбеҙ икән, иң беренсе сиратта уның уртаһындағы муллыҡты иҫкә төшөрәбеҙ, сөнки, үрҙә әйтелгәнсә, июль — иң тотороҡло ай.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Тәьҫорат­та­ры­ғыҙҙы беҙгә яҙып ебәрһәгеҙ, уларҙы башҡаларға ла еткерер инек.

Инбер ЯПАРОВ,
география
фәндәре
кандидаты,
БДУ доценты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511