Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Даими иғтибарға мохтаж
Бөгөн экологик календарҙағы мөһим даталарҙың береһе – Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө – билдәләнә.

Байрам 1972 йылда экология проблемаларына арналған Стокгольм конфе­ренцияһында булдырылған. Йыл һайын 100-ҙән ашыу илдә Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөн уҙғарыу йәмғиәттең иғтибарын планетаны һәләкәттән ҡурса­лау проблемаларына йәлеп итеүгә өлөш индерә һәм кешенең тәбиғәт ресурстарына мөнәсәбәтен үҙгәртеү кәрәклеген иҫкәртә.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙа­ланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев әйтеүенсә, беҙҙә тәбиғәт ресурстарын һаҡсыл файҙаланыу һәм экологик именлекте тәьмин итеү буйынса байтаҡ программа тормошҡа ашырыла, ижтимағи хәрәкәт арта.
“Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, республика предприятиелары тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға һәм тәбиғәт ресурстарын тейешенсә файҙаланыуға 6 мил­лиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән. Һыу ресурстарын һаҡлауға һәм һөҙөмтәле тотоноуға, атмосфера һауаһын һәм ерҙәр­ҙе хәстәрләүгә лә сығымдар бүленә.
Заманса экология фәненең теорияһына АҠШ ғалимы Барри Коммонер нигеҙ һалған тип иҫәпләнә. Әйткәндәй, уның ата-әсәһе Рәсәй империяһынан эмиграция­лаған булған. Б. Коммонер атом ҡоралы һынауҙарының Ер экологияһына ҡот осҡос йоғонто яһауы тураһында сығыштар яһап та билдәлелек ала, бөтөн тәғлимәтте дүрт ябай ғына принципҡа туплай:
* Бөтә нәмә бер-береһенә бәйле, йәғни бар донъя – бөтөн, айырылғыһыҙ төшөн­сә.
* Бар нәмә нимәгәлер әйләнә, йәғни бер ни ҙә эҙһеҙ ғәйеп була алмай, донъяла туҡтауһыҙ матдә әйләнеше бара.
* Тәбиғәт бар нәмәне лә яҡшыраҡ белә, йәғни тирә-яҡты «яҡшыртҡанда» бик һаҡ булырға, башта айышына төшөнөргә кәрәк, кире осраҡта һәйбәт ниәт менән дә насар һөҙөмтәләргә юлығырға мөмкин.
* Бер нәмә лә бушлай бирелмәй, йәғни кешенең тәбиғәтте «еңеүенең» һәр осрағы уның үҙе өсөн юғалтыуҙар менән бәйле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509